

Белореттан Фәрух Таһиров (фамилияһы үҙгәртелгән) бала саҡтан хәрби һөнәр тураһында хыяллана. Һәм тыуған ил алдындағы бурысын үтәү мәле етеүгә әрме хеҙмәтенә саҡырыу килгәнен көтөп тормайынса РФ Оборона Министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә.
-Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә контрактсылар йыйыу тураһында белгәс, минең урыным шунда икәнлеген аңланым,- ти контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына килгән Фәрух. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә ул 20 йәшен билдәләгән. -Телевизорҙан махсус хәрби операция биләмәһендә, дөрөҫөрәге алғы һыҙыҡта БПЛА операторҙарының нисек эшләгәнен ҡыҙыҡһынып та, көнләшеп ҡарайым. Етди, тәүәккәл һәм аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеп, аҙым һайын янаған хәүефтән ҡурҡмайынса ышаныслы эш иткән яугирҙарға һоҡланам.
Фәрух алғы һыҙыҡта дроновод булыуҙың нескәлектәрен, уға йөкмәтелгән яуаплылыҡты аңлай һәм пилотһыҙ системалар өлкәһендә юғары класлы белгес булырға теләй.
- Яугирҙар дрондарға пульт ярҙамында идара итә. Был бик нескә һәм филигранлы эш. Уларҙың эшен мин үҙем яратып уйнаған компьютер уйындары менән сағыштырам. Мин бындай уйындарҙың бөтә турҙарын уңышлы үтә алам, шуға ла дошмандарға ҡаршы джойстик менән көрәшергә булдым.Өҫтәүенә, МХО биләмәһендә геймерҙар бик кәрәк, тип уҡыным. Дроноводтар хеҙмәте хәрби бәйләнеш һыҙығынан байтаҡ алыҫлыҡта үтә, тип аңлатты беҙгә офицерҙар. Һәм мин үҙем дә видеола БПЛА операторҙарының нисек эшләгәнен күрҙем. Был бик шәп.
Ә инде хәрби булыу хыялына килгәндә, ул 20 йылдан ашыу Рәсәй Ҡораллы көстәрендә офицер булып хеҙмәт икән ағаһына бәйле икән.
-Ағайым минең өсөн һәр яҡлап өлгө. Мине күп нәмәгә: көслө, сабыр, тәүәккәл, сыҙам,ҡатҡыл булырға һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтте.Уның һабаҡтарын ныҡлы үҙләштерҙем. Һәм бына МХО биләмәһенә барыу уйы, дроновод булыу теләге лә шуның һөҙөмтәһе. Үҙемә алғы һыҙыҡта „Каспер“ позывнойын алам. Миңә шаян,тик тормаҫ, етеҙ һәм ҡушылған эште һөҙөмтәле башҡарыу оҡшай. Барыһы ла килеп сығыр, уңышлы булыр тип ышанам,- ти Фәрух.
Сығанаҡ - Геймер из Башкирии рассказал, почему записался в операторы БПЛА