+25 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
8 Мая , 09:17

Берҙәмлек һәм рух көсө булғанда

Красноусолдағы “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Зарница 2.0” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйынының муниципаль этабы уҙҙы. Ярышта үҙ мәктәптәрендә етди һайлап алыу һынауҙарын уңышлы үткән өс төрлө йәш категорияһындағы командалар ҡатнашты.

Берҙәмлек һәм рух көсө  булғандаБерҙәмлек һәм рух көсө  булғанда
Берҙәмлек һәм рух көсө булғанда

“Зарница 2.0” уйынының үҙенсәлеге - легендар совет хәрби-спорт уйынының хәҙерге интерпретацияһы. Классик версиянан айырмалы рәүештә, ул үҙендә тактик тренингтар, команда ярыштары һәм заманса технологиялар элементтарын берләштерә, әүҙем ял һәм уҡытыуҙың уникаль форматын булдыра.
Был ярыш ҡына түгел, ә ысын тормош мәктәбе, унда йәш патриоттар үҙҙәренең сыҙамлығын, аҡыллылығын һәм, иң мөһиме - командала эшләү һәләтен күрһәтә. Бындай саралар тәнде генә түгел, ә рухты ла нығыта, үҙ иленең ысын граждандарын тәрбиәләй. Уйындың маҡсаты ла йәштәрҙе рухи һәм физик яҡтан сыныҡтырыу, хәрби хеҙмәткә әҙерләү, тыуған яҡҡа һөйөү һәм ата-бабаларыбыҙҙың ҡаҙаныштары өсөн ғорурлыҡ, илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, илебеҙ тарихына хөрмәт күрһәтеү булып тора.
Командаларҙың етди әҙерлеге сара башында уҡ күренеп тора ине. Кәүҙәләрен хәрбиҙәрсә тура тотоп, теҙелеп баҫҡан командалар кейемдәргә лә иғтибар биргән. Ярышты тантаналы асыуҙан һуң, командалар маршрут ҡағыҙҙары алды. Программа бай булды: балалар яҡшы физик формала ғына түгел, ә дисциплина, строй әҙерлеге, тактик медицина күнекмәләре, тарихты белеү һәм командала яраҡлашып эшләүҙе лә күрһәтте, “Ҡаршылыҡтарҙың хәрбиләштерелгән һыҙаты”н үтте. Урта һәм өлкән йәш категорияларында ҡатнашыусылар айырым, шәхси ролдәр буйынса, ярышты, унда һәр ярышсы үҙенә тәғәйен бурыстарын үтәне.
Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов, ДОСААФ-тың район бүлексәһе рәйесе, “Десант 37” эҙәрмәндәр отряды командиры Василий Калачигов ҡатнашты.
Ярыш йомғаҡтары буйынса кесе категорияла (7-10 йәш) 1-се урынға Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 2-се урынға - Красноусолдағы 2-се мәктәп, 3-сө урынға - 1-се мәктәп; урта категорияла (11-13 йәш) 1-се урынға Н.А.Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты, 2-се урынға - 2-се мәктәп, 3-сө урынға - Аҡкүл мәктәбе; өлкән категорияла (14-17 йәш) 1-се урынға 3-сө мәктәп, 2-се урынға - 2-се мәктәп, 3-сө урынға башҡорт гимназия-интернаты лайыҡ булды. Уйындың бөтә этаптары һөҙөмтәләре буйынса командалар дипломдар һәм кубоктар менән бүләкләнде. Ярышта ҡатнашыусыларға “афарин” тиергә генә ҡала.
Йәштәр был ҡыҙыҡлы уйындарҙа өйрәнгән күнекмәләрҙең тормошта файҙаһы буласағын яҡшы аңлай, уларҙың ҡыҙыҡһыныуы ла арта бара. Иң мөһиме – “Зарница 2.0” уйынында еңеү түгел, ә ҡатнашыу мөһим. Сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡан ҡунаҡтарға, директорҙарҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшселәренә, Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәресе уҡытыусыларына, ирекмәндәргә, шулай уҡ “Форсат” йәштәр үҙәгенең директор урынбаҫары Оксана Казанцеваға был ярышты уҙғарыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре лә әйтелде. Ә уҡыусылар “Зарница 2.0” хәрби-спорт уйыны ярыштарында ҡатнашыуҙан ҙур ыңғай хис-тойғо алды.
Әйткәндәй, 22 апрелдә муниципаль этапта еңеүсе командалар Әлшәй районында зона этабында районыбыҙ исеменән сығыш яһап, туғыҙ команда иҫәбендә ярышты.
Өлкән йәш категорияһында район намыҫын “Бойцы 2.0” отряды (Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең һәм Н.Мәжитов исемендәге КБГИ-ның йыйылма командаһы) яҡлаған. Ҡаты конкуренция шарттарында балалар, дөйөм команда зачётында 2-се урынды яулап, яҡшы физик әҙерлектәрен күрһәткән. Был уңышҡа команданың остаздары: В.Батыршина, Р.Рәхимов һәм К.Желтова ҙур өлөш индергән.
Урта йәш категорияһында Н.Мәжитов исемендәге КБГИ-ның “Озорная рух” отряды сығыш яһаған. Улар үҙ төркөмдәре араһында иң йәштәре булыуға ҡарамаҫтан, дәғүәселәренән бер ҙә ҡалышмай, лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтеп, Ғафуриҙа көслө алмаш үҫеүен иҫбатлаған.

Берҙәмлек һәм рух көсө  булғанда
Берҙәмлек һәм рух көсө  булғанда
Берҙәмлек һәм рух көсө  булғанда
Берҙәмлек һәм рух көсө  булғанда
Берҙәмлек һәм рух көсө  булғанда
Берҙәмлек һәм рух көсө булғанда
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас