+25 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
8 Мая , 05:45

Хәбиров Төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты

7 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәргән Төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты. Көн тәртибендә – «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектын тормошҡа ашырыу, торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре һәм ил субъекттарында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын үҫтереү.

– Төбәктәрҙең оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, 1 майға 29 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа индерелгән. Шул уҡ ваҡытта күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 4,6 процентҡа артҡан. Торлаҡ төҙөлөшө менән бәйле хәл айырым иғтибар талап итә, шуға күрә төбәк башлыҡтарынан был мәсьәләне, тәү сиратта, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүҙе шәхси контролдә тотоуҙарын һорайым, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марат Хөснуллин. – Бынан тыш, ағымдағы иҡтисади шарттарҙа социаль әһәмиәтле бурыстарға тәү сиратта иғтибар биреп, тупланма бюджеттарҙың планлаштырылған сығымдарын дөрөҫ бүлеү мөһим. Шулай уҡ төҙөлөп бөтмәгән йорттар һаны тағы ла артмаһын өсөн, алданған өлөшсөләрҙе һәм төҙөлөш барған объекттарҙы яҡлау эшен тамамлауҙы айырым контролгә алыуығыҙҙы һорайым. Килеп тыуған проблемаларҙы тәүге стадияла уҡ хәл итеп, һәр объектҡа етди иғтибар бүлергә кәрәк. Шулай уҡ иғтибарығыҙҙы юлдарҙы норматив хәлгә килтереү буйынса йөкләмәгә йүнәлтәм. Капиталь ремонт буйынса темптарҙы арттырырға кәрәк.

Милли проекттар һәм дәүләт программалары буйынса бурыстарҙы үтәүҙә Башҡортостан, Бүрәт Республикаһы, Силәбе өлкәһе һәм Чечен Республикаһы иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, тине вице-премьер.

Билдәләп үтәйек: Башҡортостан «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған һигеҙ федераль программала ҡатнаша. Улар буйынса бюджет ресурстарының дөйөм күләме 2026 йылда 14,1 миллиард һум буласаҡ, шуларҙың 10,9 миллиарды – федераль ҡаҙнанан.

Республикала шулай уҡ 2026 йылда коммуналь инфраструктураны яңыртыу сиктәрендә 1,07 миллиард һум күләмендә финанслау ҡаралған, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 695,1 миллион һум. Барлығы 46 сара планлаштырыла: туғыҙы төҙөлөш (реконструкция) эштәренә йүнәлтелгән, 37-һе – һыу менән тәьмин итеү, һыу таратыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү объекттарын капиталь ремонтлау буйынса.

Бынан тыш, 2026 йылға төбәктә иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға 1,4 миллиард һум ҡаралған. Был сумма иҫәбенә 2026-2027 йылдарҙа майҙаны 13,2 мең квадрат метрлыҡ 31 авария хәлендәге йорттан 810 кешене күсерергә планлаштыралар.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас