+31 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
9 Мая , 05:00

Урман шаулап үҫһен

Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысында “Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә тирә-яҡты йәшелләндереү сараһы булған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акция республикала 18 апрелдән 10 майға тиклем дауам итә. Сара илде һаҡлаған бөтә батырҙар иҫтәлеге һәм хөрмәтенә үткәрелә.

Урман шаулап үҫһенУрман шаулап үҫһен
Урман шаулап үҫһен

Ғафури урман хужалығының Табын участкаһына ҡараған Уҫман ауылы янындағы яланда матур һәм иҫтәлекле сара - “Хәтер баҡсаһы” акцияһы ойошторолдо.
Тыуған төйәгебеҙҙе йәшелләндереү, уны тағы ла матурыраҡ итеү теләге 30-ҙан ашыу кешене берләштереп, акцияға йәлеп итте. Улар араһында Ғафури урман хужалығы һәм “Еҙем” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәренән тыш үҙҙәрен уратып алған тәбиғәт яҙмышына битараф булмаған ауыл кешеләре лә бар ине.
Был көндө 25 меңдән ашыу ҡарағай һәм ҡарағас үҫентеләре ултыртылды. Киләсәктә мөһабәт йәшел ҡалҡан булып ултырасаҡ был ағастар 6,8 гектар майҙанды биләй. Ултыртылған һәр йәш үҫенте киләсәк быуын, балаларыбыҙ өсөн таҙа, саф һауа, ҡоштар һәм хайуандар өсөн ышаныслы йорт, әйләнә-тирә өсөн йәшеллек, матурлыҡ биләмәһе буласаҡ. Акцияла ҡатнашыусылар йәш үҫентеләрҙе соҡорға ултыртып, тамырҙарын ер менән ҡаплап ҡына ҡалмай, ағастарға ғүмер бүләк итә, тыуған ерендә яҡшы эҙ ҡалдыра. Тупраҡлы ҡулдар, асыҡ йылмайыуҙар, йылы аралашыуҙар, дөйөм хеҙмәт - былар барыһы ла берҙәмлек, татыулыҡ мөхитен тыуҙыра. Төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре был көндө дөйөм маҡсат өсөн эшләгән бер команда булып тупланды. Кемдер тәжрибәһе менән уртаҡлаша, кемдер ҡулына көрәк тоторға өйрәнә, уйын-көлкө менән эш дәртлерәк һәм еңел бара.
- Бындай акциялар ҡәҙимге эш, ағас ултыртыу сараһы ғына түгел, - ти акцияны ойоштороусылар. - Был үҙеңде бик әһәмиәтле, етди эштең бер өлөшө итеп тойоу һәм тәбиғәткә ярҙам итә алыуыңды аңлау мөмкинлеге лә. Йәнә акцияның тап 22 апрель - Ер көнөндә үтеүе икеләтә әһәмиәтле.
Еребеҙҙе йәшелләндереү, һаҡлау - ул үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы, киләсәк быуындарҙы хәстәрләү ҙә. Ә инде был изге эшкә башҡаларҙың да ихлас ҡушылыуы оло шатлыҡ, тимәк, урман тураһында хәстәрлек беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Барлыҡ ҡатнашыусыларға хеҙмәт, тыуған тәбиғәткә һөйөү һәм энтузиазм өсөн рәхмәт.
- Ултыртылған ағастар мөһабәт булып, тирә-яҡҡа матурлыҡ өҫтәп, шаулап ултырһын, ә изге эштәр традицияһы дауам итһен, - тигән теләктә таралышты акцияла ҡатнашыусылар.
* * *
“Хәтер баҡсаһы” акцияһына Үтәк ауыл биләмәһе халҡы ла әүҙем ҡушылды.
Үтәк ауыл Советының 9-сы округынан йәш депутат Фәнис Сәлихов Туғай һәм Игенселәр ауылдарында “Хәтер баҡсаһы”на ултыртыу өсөн йәш үҫентеләр һатып алды. Уның был изге эшен ауылдар халҡы дәррәү күтәреп алды һәм күмәкләп өмәгә сыҡтылар. Дөйөм тырышлыҡ менән 500 төп самаһы йәш ағас ултыртылған.
Туғай һәм Игенселәр ауылдары халҡы үҙҙәренең берҙәмлеге менән башҡаларға өлгө булып, шәмбе өмәләренә тотош ғаиләләре менән ҡатнашып, бер төптән булып эшләгәндә үҙ төйәгеңде тағы ла күркәмерәк, матурыраҡ итергә мөмкин булыуын раҫланы.
Был изге эште ойоштороусы Фәнис Фәнил улына “Афарин!” тип, эштәрендә уңыштар, ә ултыртылған ағастарҙың яңы ергә ерегеп, шаулап үҫеүен теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Урман шаулап үҫһен
Урман шаулап үҫһен
Урман шаулап үҫһен
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас