

Унан алда цехта ҙур комиссия эшләне, ул тәүге айҙарҙа алып барылған реставрация эштәренә йомғаҡ яһаны. Һөҙөмтәләр борсоулы – монументтың торошо башта уйланылғанға ҡарағанда ла насарыраҡ булып сыҡты. Һәйкәл насар ғына түгел, ә бик ҡатмарлы, ауыр хәлдә. Эстән бөтә нәмә серегән, төрлө киҫәктәре таралып төшөп тора, суйыны ярылып бөткән. Әгәр һәйкәлде реставрациялау эше башланмаған булһа, беҙ уны бөтөнләйгә юғалтыр инек.
НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?
Барыһы ла былай насар булғас, нимә эшләргә мөмкин һуң? Ике юл бар. Беренсеһе – нисек бар, шулай реставрациялау. Ләкин реставраторҙар материалдың урыны менән ныҡ йоҡарыуын таный, шуға күрә өҫкө өлөштөң суйынының яҡынса 60-70 процентын яңынан ҡойорға тура килә. Асылда, ул һәйкәлдең тышҡы ҡиәфәтен һаҡлап ҡалып, тулыһынса тиерлек эшкәртеүҙе аңлата. Был пландың етешһеҙлеге шунда: иҫке суйындың өстән бер өлөшө тороп ҡаласаҡ, ә ул насар хәлдә. Бындай һәйкәл күпме торор – әйтеүе ҡыйын.
Икенсе вариант – бронзанан шундай уҡ һәйкәл ҡойоп, элекке урынына ултыртыу. Бронза тутыҡмай, коррозияға бирешмәй һәм 200-300 йыл торасаҡ. Конструкция еңелерәк, әммә хәҙергеһенә ҡарағанда күпкә нығыраҡ буласаҡ. Республика Башлығы 1947 йылғы архив документтарына мөрәжәғәт итеп, башта монументты тап ошо материалдан эшләргә планлаштырыуҙарын, әммә ил өсөн ҡатмарлы заманда металды йыһан сәнәғәтен үҫтереүгә экономиялауҙарын, шуға күрә бронзаны суйынға алмаштырыуҙарын иҫкә төшөрҙө.
«Минеңсә, бында белгестәр ҙә, халыҡ та, йәмәғәт ойошмалары ла үҙ фекерен белдерергә тейеш», – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров йәмәғәтселеккә.
ҺӘЙКӘЛДЕҢ ТӨП НӨСХӘҺЕ МЕНӘН НИМӘ БУЛАСАҠ?
Әгәр эксперттар һәм йәмәғәтселәр икенсе вариантта туҡталһа, һәйкәлдең төп нөсхәһен нимә эшләтергә һуң?
«Был – мәҙәни мираҫ объекты. Ул да һаҡланырға тейеш. Уның ел, климат, температура тәьҫиренә бирелеүен иҫәпкә алып, Өфөнөң берәй урынында ҡуйырға, кешеләр килеп ҡарай алһын өсөн матур быяла ҡалпаҡ менән ябырға мөмкин. Был – әлегә эш барышында тыуған фекер», – тип аңлатты Радий Хәбиров.
АРТАБАН НИМӘ БУЛА?
Ниндәй вариант һайлауҙарына ҡарамаҫтан, һәйкәл үҙенең постаментына кире ҡайтасаҡ. Республика Башлығы был 2027 йылдың апрелендә була, тип билдәләне. Был ваҡытҡа һәйкәл янындағы парк төҙөкләндереләсәк.
«Постамент торған ҡалҡыулыҡты нығытырға, биләмәне лә тәртипкә килтерергә кәрәк. Шуға күрә был эшкә әле үк аҡса йүнәлтәбеҙ һәм фонтан торған майҙанда эштәрҙең бер өлөшөн башҡара башлайбыҙ», – тине республика Башлығы. Бынан тыш, төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, артабан һәйкәлде тәрбиәләү менән махсуслаштырылған структура шөғөлләнәсәк.
Материалды «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.