+10 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
10 Мая , 05:00

Ғибәҙәттәр ҡылып йәшәй ил инәһе

Осрашыуҙы тулҡынланыу менән көтөп алды Клара апай.

Ғибәҙәттәр ҡылып йәшәй ил инәһеҒибәҙәттәр ҡылып йәшәй ил инәһе
Ғибәҙәттәр ҡылып йәшәй ил инәһе

Ни өсөн тигәндә, үҙе бер тапҡыр ҙа күрмәгән, ләкин ғүмере буйы күңел түрендә йөрөткән, тормошонда терәк булған олатаһы Мөхәммәтсабир Ғәбделхалиҡ улына арналған сара ине был. Күренекле шәхестәре менән билдәле Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәгенә “Әс-сәләм” гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы Зөлфиә Ханнанова, Башҡортостан телевидениеһының “Ҡуласа” тапшырыуы авторы Әлфиә Батталова, район ҡатын-ҡыҙҙары дини ойошмаһы етәкселәре Ғәлиә Рахманғолова, Альмира Ғөбәйҙуллина һәм башҡалар килгәйне.
Олатаһы вафатынан һуң 3 йыл үткәс донъяға килә Клара апай. Атаһы Ғәбделхай - Мөхәммәтсабир Халиковтың кесе улы, репрессия ауырлыҡтарын күреп, йәшләй мәрхүм була. Бала сағында ишеткән, күргәндәрҙе бөгөнгөләй хәтерләй ил инәһе. Ул йылдарҙың ауазы онотолмаҫ хәтирәләр булып күңелендә уйылып ҡалған.
- Сәйетбабаға Сабир олатайымды Оло Үтәштән ауылдашыбыҙ Ялалетдин исемле кеше өгөтләп алып килә. Ул ваҡытта Сабир хәҙрәт Ырымбурҙа, һуңыраҡ Бохара ҡалаһында белем алып ҡайтҡан дин әһеле була.
Ауылда төпләнеп, бөтә ғүмерен халыҡҡа дин ғилеме, тәрбиә биреүгә бағышлай олатай.
Сәйетбаба ауылында 2007 йылда төшөрөлгән “Ҡуласа” тапшырыуында тап ошо йылдар, Сабир хәҙрәттең дини эшмәкәрлеге, әүлиәлек сифаттары тураһында Клара апайҙың матур иҫтәлектәре күрһәтелгәйне.
Олатаһының күркәм, сабыр холоҡло кеше булыуын ауыл кешеләре лә яҡшы белде. Иң ауыр йылдарҙа йәтим балалар өсөн приют астырыу, математика, география кеүек алдынғы фәндәрҙе индереп ауылда мәҙрәсә асыу - барыһын да хәтерләп һөйләне Клара апай.
Ауылда элекке мәсет урынында яңынан мәсет төҙөү - уның ғүмерендә иң шатлыҡлы ваҡиға булды. Бер төркөм ҡатындар менән мәсеткә йөрөүҙәре, ойоштороу эштәре күңеленә дәрт өҫтәне, тормошон йәмләне.
- Беҙ йәш саҡта дин тыйылған ине, шулай булһа ла яҡшылыҡ, яҡтылыҡ барыбер өҫкә сыға икән. Мәсеттең бөгөнгөһөн күреү - шатлыҡ. Ололарға ла, балаларға ла дини ғилем алырға мөмкинселек бар. Ауылдаштарыма хаж юлдары ла асылды, - тип шатлығы менән уртаҡлаша ил инәһе. Быларҙың барыһы өсөн Хаҡ Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтле Клара Ғәбделхай ҡыҙы.
92 йәшен тултырған Клара апай һаман да көләс йөҙлө, ипле һүҙле, йомшаҡ күңелле. Ғибәҙәттәр ҡылып, йәштәргә нәсихәт биреп, һөйөнөп йәшәргә лә йәшәргә насип итһен уға Хоҙай.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас