

1922 йылдың 15 майында Үтәк ауылында тыуған ҡәҙерле кешебеҙ Өмибаныу Абдулла ҡыҙы Бохарова ла (һүрәттә) ошо йәшкә еткән тыл һәм хеҙмәт ветераны.
Уның тормош юлы еңел генә уҙмаған. Ике ағаһы була: Әбделхай менән Әбделхаҡ. Атаһы Абдулла ҡаты сирҙән үлгәс, әсәһе Ғиззибаныу Закир Уразбаевҡа кейәүгә сыға. Бер-бер артлы дүрт бала – Нажия, Нәжиб, Сафия, Вафия донъяға килә. Ләкин, әсәйҙәренә был балаларҙы үҫтерергә тура килмәй, бик оҙаҡ сирләп ятҡандан һуң, Өфөләге больницала вафат була. Ағаһы Әбделхай, эш эҙләп, иптәш егете менән Иркутск ҡалаһына юллана. Улар унда тимер юлы һалалар. Ағаһының хәлен белергә тип, Өфө ҡалаһында билет алып, поезға ултырырға ғына торғанда, “һуғыш сыҡҡан, кем ҡайҙан килгән, кире өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ”, тип иғлан итәләр. Нимә эшләргә лә белмәй, илай-илай кире Үтәк ауылына ҡайтырға тура килә уға. Ә ағаһы Әбделхаҡ һуғыштың беренсе көндәрендә үк фронтҡа китә һәм Смоленск ҡалаһы яғында барған һуғышта батырҙарса һәләк була. Атайҙары ла бер-ике йылдан һуң эшләп йөрөгән еренән ҡапыл үлеп китә. Балалар йәтим ҡала. Барлыҡ ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, йәш үҫмер ҡыҙ туғандарын аслыҡтан алып ҡала, кейендерә, уҡыта, оло тормош юлына баҫтыра. Үгеҙ менән ер һөрөргә лә, курин киҫергә лә, лес-промхозда ҡул бысҡыһы менән ағас ҡырҡырға ла, киндер һуғырға ла тура килә уларға.
Ошо көндәрҙә Өмибаныу Абдулла ҡыҙына 104 йәш тула. Әлеге көндә ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында һеңлеләренең балалары тәрбиәһендә йәшәй. Уның изгелектәрен мәңге әйтеп тә, һөйләп тә бөтөргөһөҙ, оноторлоҡ түгел. Әбейебеҙҙе ысын күңелдән 9 Май байрамы менән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Вафияның ҡыҙы Зөлфиә ИШМӨХӘМӘТОВА-АБДРАХМАНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.