

Сәйетбаба ауылының элекке ферма яҡ осонда ҡыҙы менән йәшәүсе Ғәйниямал әбей ишектән килеп ингәс тә, һаулыҡ һорашып, арлы-бирле иткәнсе, үҙенең үткәндәрен һөйләй ҙә башланы. Уларҙың балалыҡ йылдары ауыр һуғыш осорона тура килеп, ошо йылдар арауығында тормоштоң әсеһе-сөсөһөн аҙ татымаған.
Ғәйниямал Тайып ҡыҙы ғүмер йомғағын һүтеп: “Ҡыш көнө тыуһам да, һуңыраҡ яҙғандар. Ошо ауылда тыуҙым, ҡартлыҡ көнөмдә лә ауылымда йәшәүемә ҡыуанып ултырам. Барыһы ла, соҡор-саҡырына тиклем, таныш бит инде. Һуғыш йылдарында бәләкәй булһам да, бер стакан ҡатыҡ өсөн иген елгәреүгә, утауға йөрөнөк, крахмал да ҡаҙып йөрөнөк. Яҙ етеү менән үлән эҙләп ашай торғайныҡ, үлән дә етмәй торғайны, Сәйетбаба ҙур ауыл бит. Заманы шулай ине. Ғүмер үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың”, - ти.
Эйе, был дәһшәтле йылдар беҙҙән йырағая барһа ла, уның әселеге “һуғыш осоро балалары”ның хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Атаһын урман ҡырҡырға Белорет районына ебәргәс, күсенеп, Ҡыуышты тигән ауылда йәшәп тә алалар. Ғәйниямал Тайып ҡыҙы 1-се класты шунда русса уҡый. Һуғыш башланғас, ни тиһәң дә колхоз ере, ас булмаҫбыҙ, үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтайыҡ, тип кире ҡайталар. Атаһы һуғышҡа алынып, 1942 йылда һәләк була. Бөгөн Ғәйниямал әбей Әнүр Вахитов менән бер класта уҡыуҙарын, башҡорт теленән Ғәйшә апалары, физкультуранан Вәли абыйҙары уҡытыуын һәйбәт хәтерләй. Мәктәпкә үҙҙәре утын әҙерләй: бер уҡыусыға бер ат йөгө кәрәк була. Шуға ла Йәнекәй тауҙарын иңләп, уның һәр ере күңелендә уйылып ҡалған. Уға башта русса уҡығас, уҡыу еңел бирелә, туғыҙ класс белем ала. Атаһы һуғышта булғас, унынсыны бөтөрә алмай, быуыны ла нығынмаған көйө колхоз эшенә егелә, һауынсы булып эшкә урынлаша. Эшләгән өсөн орғасы быҙау ҙа бирәләр, уны ҙурайтып, һыйыр итеп алалар. Тик һарай, кәртә-ҡура булмағанлыҡтан һаталар. Колхоз бригадирҙары Хәйрулла Вәлиев, Хөрмәт Мәүлетҡолов уны үҙҙәренә ярҙамсы итеп ҡуя. Ғәҙел һауынсы был яуаплылыҡты ла оҫта башҡара.
Ғәйниямал апайҙың 1924 йылғы оло ағаһы Миңлеғәле лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, иҫән-һау ҡайтып мәрхүм булған.
- Бур ҙа, хур ҙа булманым. Төрлө эштә эшләнем. Ағайымдың һуғыштан ҡайтҡанда яралары күп ине, беҙ йәлләп ҡарай инек. Әле фотолары эргәмдә тора, - тип иҫкә ала бөгөн ул шул саҡтарҙы хәтерләп.
Ғәйниямал Тайып ҡыҙы 1957 йылда Ҡолҡан ауылы егете Рафиҡ Барый улы Әхмәтйәновҡа кейәүгә сыға. Ул ауырып иртә мәрхүм була. Өс балаға ғүмер биреп, ике улы: Тимербай менән Тимерғәле лә иртә мәрхүм булалар. “Тағы ла бәхетеңде һынап ҡара”, - тип, 1977 йылда Ҡурғашлы ауылына Миңнур Ғәбделмәновҡа димләп, кейәүгә бирәләр уны. Биш бала өҫтөнә барып төшә, тормош иптәше һәйбәт кеше була. Унда леспромхозда маҡталып эшләй. Ире менән бергә йәшәүҙәренә 25 йыл тигәндә ул да баҡыйлыҡҡа күсә. Тағы ла шунса йыл Өфө ҡалаһында ҡыҙында йәшәй.
Күпме һыуҙар аҡҡан, тормоштоң әсеһе-сөсөһө татылған ошо йылдар арауығында. Бөгөнгө көндә ҡыҙы Миңлегөл, уның улдары Азат, Айнур, Айрат ғаиләләре менән тыл ветеранының төп таянысы. Ейәндәре үҙаллы йәшәй, ҡыҙы оҙаҡ йылдар самолёт двигателдәре эшләү заводында эшләй. Бер нисә йыл элек Сәйетбабала өй һатып алып, инәһен тыуған ауылына алып ҡайтҡан. Өйҙәрендә уңайлыҡтар булдырып, матур ғүмер кисерә улар бөгөн. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: сабый саҡтан күпме ыҙалар аша тормош ауырлыҡтарын үтһә лә, Ғәйниямал Тайып ҡыҙы бер ҙә зарланмай, барына шөкөр итеп, изге теләктәр теләп, бөгөнгө илдәге булған хәл-ваҡиғаларҙы ла күҙ уңында тотоп йәшәй. Ғәйниямал Тайып ҡыҙы кеүектәр быуыны, ысын мәғәнәһендә, маҡтауға, ололауға лайыҡ.