2026 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инәсәк был нормаға ярашлы, ауырлы ҡатындарҙы һәм өс йәшкә тиклем (быға тиклем йәш ярымға тиклем ине) балаһы булған әсәйҙәрҙе эшкә алғанда һынау ваҡыты ҡуйырға ярамаясаҡ.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова аңлатыуынса, эшкә ҡабул иткәндә шулай уҡ 18 йәштән кесерәк хеҙмәткәрҙәргә; тейешле вазифаны биләүгә конкурс һынауын үткән хеҙмәткәрҙәргә; дәүләт аккредитацияһы булған программалар буйынса урта һөнәри йәки юғары белем алған һәм диплом алғандан һуң бер йыл эсендә уҡыған белгеслеге буйынса беренсе тапҡыр эшкә инеүселәргә лә һынау ваҡыты ҡуйылмай. Был исемлектә тағы ла: бүтән ойошманан күсеү юлы менән эш биреүсеһен алмаштырыусылар һәм ике айға тиклем ваҡытҡа хеҙмәт килешеүе төҙөшкән хеҙмәткәрҙәр бар.
2026 йылдың 9 апрелендәге 91-ФЗ һанлы Федераль закон менән ошо һылтанма аша үтеп танышырға мөмкин: https://publication.pravo.gov.ru/document/0001202604090027?index=1.