

“Минең финанстарым” бөтә Рәсәй мәғрифәтселек эстафетаһының 1Х этабы РФ Хөкүмәтенең 2023 йылдың 24 октябрендәге 2958-р һанлы бойороғо менән раҫланып, 2030 йылға тиклем финанс грамотлылығын күтәреү һәм финанс мәҙәниәтен формалаштырыу стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Сираттағы этаптың темаһы –“Һанлы киңлектә аҡсаның хәүефһеҙлеге”. Ул һанлы киңлектә мутлашыусыларҙан һаҡланыу, шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлауҙың төп ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм Интернет селтәрендә грамоталы эш итеү мәсьәләләренә арнала. Эстафетаны ойоштороусы – РФ-ның Финанс министрлығы булһа, операторы- “РФ Финанс министрлығының фәнни- тикшеренеү финанс институты” ФГБУ-ның Финанс грамоталылығы дирекцияһы. Проекттың маҡсаты - финанс грамоталылығынан финанс мәҙәниәтенә күсеүҙе тәьмин итеү: иҡтисади йәһәттән әүҙем Рәсәй граждандарының финанс грамоталылығы темаларына ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, уларҙы белем кимәлен күтәреүгә һәм тәртипте рационалләштереүгә ылыҡтырыу. Эстафета сиктәрендә мәғариф, мәғрифәтселек, мәғлүмәт һәм күңел асыу саралары үткәреү планлаштырылған. Улар Рәсәй Федерацияһы граждандарының йәшәү кимәле һәм сифаты үҫешенең нигеҙе булараҡ финанс мәҙәниәтен формалаштырыуға йүнәлтелгән. Маҡсатлы аудитория - иҡтисади яҡтан әүҙем өлкәндәр, пенсионерҙар һәм пенсия алдындағылар, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар.
Рәсәй Финанс министрлығының фәнни- тикшеренеү финанс институты IX этап сараларын үткәреү өсөн күрһәтелгән маҡсатлы төркөмдәр өсөн мәғлүмәт материалдары әҙерләнгән. Улар менән «Минең финанстарым» рәсми порталында танышырға мөмкин: моифинансы.рф/estafeta/b...
Бынан тыш, 4 майҙан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы сайтында «Минең финанстарым» эстафетаһының 1Х этабындағы республика саралары урынлаштырылған. Биттең адресы: ufa.fa.ru/news/2026... Теләгән һәр кемде финанс белемен арттырырға һәм цифрлы мөхиттә хәүефһеҙ тәртипте өйрәнергә саҡырабыҙ.
Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең финанс идаралығы.