Был норма 2026 йылдың 1 сентябрендә эшләй башлаясаҡ. Уға ярашлы, ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәһенән зыян күргән хеҙмәткәрҙәр түләүле ял көнөнә һәм эш хаҡы һаҡланмаған биш көн отпускыға хоҡуҡ ала.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова аңлатыуынса, был маҡсатта Хеҙмәт кодексына яңы 186.1-се статья индерелгән, шулай уҡ РФ Хеҙмәт кодексының “административ” отпускылар биреүҙе көйләүсе 128-се статьяһына үҙгәрештәр индерелгән.
Бында ғәҙәттән тыш хәл биләмәһенә эләккән йәки торған йорттарҙа фактик йәшәүсе һәм шул арҡала мөлкәтен юғалтҡан хеҙмәткәрҙәр тураһында һүҙ бара.
2026 йылдың 9 апрелендәге 90-ФЗ һанлы Федераль закон менән ошо һылтанма аша үтеп танышырға мөмкин: https://publication.pravo.gov.ru/document/0001202604090026.