+15 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
15 Мая , 10:31

Балаларыбыҙ - тормошобоҙ йәме

Ниндәй генә ауылды алһаң да, уңған һәм тырыш, күмәк балалы, матур йәшәйештәре менән айырылып торған ғаиләләре бар. Красноусолда йәшәүсе ишле балалы Зөлфиә менән Ванир Шәриповтар – шундай ғаиләләрҙең береһе.

Балаларыбыҙ - тормошобоҙ йәмеБалаларыбыҙ - тормошобоҙ йәме
Балаларыбыҙ - тормошобоҙ йәме

Миәкә районынан Зөлфиә Мәхмүт ҡыҙы менән Үзбәк ауылы егете Ванир Тимербәк улының ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә – 22 йыл.
Зөлфиә Мәхмүт ҡыҙы Миәкә районының Шатмантамаҡ ауылында ғаиләләрендә ике энеһенә иң өлкән апай булып буй еткерә. Ауылда мәктәп тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы 1-се һанлы медучилищела лаборантка һөнәрен үҙләштереп, ҡулына диплом ала. Һәм республика дауаханаһында иммунологик лабораторияла һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай. Тап бында эшләп йөрөгәндә Зөлфиәне Үзбәк ауылынан Ванир исемле егет менән таныштыралар. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан ике йәш йөрәктең танышыуы ҡауышыу менән тамамлана. 2004 йылдың 9 июлендә ауылда гөрләп туй үтә. Миәкә ҡыҙы Ғафуриға, Үзбәк ауылына килен булып төшә. Йәш ғаилә Өфө ҡалаһында йәшәй башлай. 2005 йылда атай-әсәй булыу бәхетен кисерәләр, донъяларына йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Нәркәс тыуа. Артабан бер-бер артлы Дилара, Мораҙым, Алия, Нурия донъяға килә. Бер аҙ баш ҡалала йәшәгәс, ғаилә башлығы олоғайған яңғыҙ әсәһен уйлап, ауылға, атай йортона ҡайтырға ҡарар итә. Эшенән декрет ялына сыҡҡас, Зөлфиә лә ире янына ҡайта. Һуңынан ауылда ҡалырға тигән ҡарарға килгәс, эшен ҡалдырырға мәжбүр була. Шулай итеп, Шәриповтар Үзбәктә төпләнә. Ванир “Ағиҙел” колхозында эшләй, Зөлфиәгә һөнәре буйынса эш булмаһа ла, бер ҙә эшһеҙ тормай. Иренең ситтә йәшәгән дин юлындағы ағаһы Дамир ауылда мәсет төҙөтөп, 2009 йылда файҙаланыуға тапшырыла, Зөлфиә менән Ванир был эштә уға ярҙамлашалар. Иман йорто янында магазин төҙөйҙәр, һатыусыһы Зөлфиә үҙе була. Унан башҡа өйҙә лә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мәшәҡәттәр күп, өлгөр генә. Әммә бөтмөр Зөлфиә барыһын да ҙур теләк менән башҡара: ишле мал-тыуар, ҡош-ҡортон да ҡарай, ике һыйыр һауа, 30-ар ҡаҙ, бройлерҙар алып һимертәләр, һарыҡты ла күпләп аҫрайҙар, баҡса ла үҫтерә, икмәген дә һала, мәсет төҙөүселәргә аш-һыу әҙерләп, тамаҡтарын ҡайғыртыу ҙа уның иңендә була.
Тора-бара балаларының киләсәген уйлап, Красноусолға күсергә булалар һәм Юбилей урамында ипотекаға йорт һатып алып, өсөнсө йыл инде район үҙәгендә йәшәйҙәр. Йорттарына газ, һыу үткәргәндәр, уңайлыҡтар булдырғандар. Нурлы йортта өс быуын татыулыҡта ғүмер итә. Әсәйҙәре Фәүзиә Кашфулла ҡыҙын да яңғыҙ итмәй, үҙҙәре менән күсереп алып килгәндәр. Ул 1941 йылда тыуған, һуғыш осоро балаһы, атайһыҙ үҫкән, сентябрҙә 85 йәшен билдәләйәсәк. Ул да биш бала әсәһе, ире күптән мәрхүм булған, өс улын һәм ике ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдарының икәүһе яҡты донъяла юҡ инде. Йәшлек нисек тә үтә ул, ҡартлығың бәхетле булһын, тиҙәр. Был йәһәттән күпте күргән, күпте кисергән ил инәһе бәхетле. Балаларының хәстәрен тойоп, ейән-ейәнсәрҙәренә изгелек орлоҡтары сәсеп, йорттарына нур өҫтәп, түрҙе биҙәп йәшәй.
Ике тиҫтә йылдан ашыу иңгә-иң терәшеп, донъя йөгөн бер төптән тарта Зөлфиә Мәхмүт ҡыҙы менән Ванир Тимербәк улы. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете – ирҙән”, тигән боронғолар. Ишле балаларҙы бағыуҙа, уларҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыуҙа ире ҡатынының терәк-таянысы. Биш балам – биш шатлығым, тип һөйөүгә сорналған донъяһын көтөп, яҡындарына йөрәк йылыһын, изгелеген йомарт өләшеп йәшәй Зөлфиә. Уның иренән дә, тормошонан да, балаларынан да уңыуы көләс йөҙөндә, кеше менән ихлас һөйләшеүендә сағыла.
- Һәйбәт ғаиләгә килен булып төшөүем менән бәхетлемен, ҡәйнәм кешелекле, аҡыллы кәңәштәре менән беҙҙе хәстәрләп йәшәй. Йәшләй генә тормош ҡороп, бер-бер артлы балаларыбыҙ донъяға килгәс, уларҙы үҫтерешеүҙә, ҡарашыуҙа һәм башҡаһында ҡәйнәм (инәй тип әйтәм) ярҙамсыбыҙ, - ти Зөлфиә. – Эш айырмайым, ир-ат эше тип ҡарап тормайым, иремә барыһында ла ярҙамлашам, ҡул араһына ингән улыбыҙ ҙа бергәләшә, кеше ҡушҡансы, үҙебеҙ эшләйбеҙ, - ти ҡәнәғәт йылмайып ул.
-Өйҙө ҡыш көнө һатып алғайныҡ, барыһы ла ҡар аҫтында ине, яҙ сыҡҡас, бар урам таш менән тулы булыуын күрҙек. Йәшелсә-емеш ултыртырға ерҙе ҡаҙырға тиһәк, көрәк үтерлек түгел, таштарҙан бер сама ҡотолоуға күпме көс һәм ваҡыт сарыф ителде, әле һаман йыйып бөтөп булмай, иртә яҙҙан был эш башлана. Бәрәңге, йәшелсә, сәскәләр, емеш ағастары, ҡыуаҡтары ултыртыу өсөн ерҙе таштан таҙартып алдыҡ, теплица алып ултырттыҡ, - ти Зөлфиә. – Ванир умарта ҡарай, бал ҡорттары 10 баш ине, дүртәүгә ҡалды, балды үҙебеҙ өсөн генә айыртабыҙ, арта ҡалһа ғына һатырға тура килә.
Зөлфиә Мәхмүт ҡыҙы гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата, яҙ ултыртыу өсөн йәшелсә үҫентеләрен дә үҙе үҫтерә, тағы ла үҙенсәлекле бер шөғөлө бар уның – ул да булһа боронғо, иҫке йыһаздарҙы тергеҙеп, яңы төҫ керетә. Өҫтәүенә, дин юлында, биш намаҙын ҡалдырмай, дини ғәмәлдәрҙе үтәйҙәр, Ураҙа тоталар.
Һәр ата-әсәнең күңелендә йөрөгән иң изге хыял – балаларына белем биреү һәм уларҙың бәхетле йәшәүен күреүҙер ул. Балалары ла уңыштары менән һөйөндөрөп торалар. Олоһо Нәркәс ашнаҡсы-кондитер һөнәренә эйә булған, Өфөлә ресторанда эшләй, һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә ҡатнашып, еңеүҙәр һәм призлы урындар яулай. Диларалары - буласаҡ табибә, Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се курсын тамамлай. Бәләкәйҙән медик булырға хыялланған тырыш ҡыҙ 7-се кластан алып Р.Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында махсус медицина йүнәлешле класта белем алып университетҡа уҡырға ингән. Бер бөртөк улдары Мораҙым быйыл Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең 9-сы класын тамамлаясаҡ, электрик-иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡырға барырға уйлай. Алия ошо уҡ мәктәптең - 5-се, Нурия 1-се класты тамамлай. Күмәк үҫкән балаларға туғанлыҡтың, үҙ-ара татыулыҡтың, ғаилә ҡиммәттәренең ҡәҙерен белеп үҫеү, бар эште берҙәм, кәңәшләшеп башҡарыу хас була. Шәриповтар үҙ өлгөләрендә быларҙың барыһын да балаларында тәрбиәләй.
Күп балалы әсәй булыу – бик ҙур хеҙмәт, тап балаларым бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, улар менән әсәйлек бәхетен татыным. Һәм уларҙан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым, балаларыбыҙ - тормошобоҙ йәме - ти былтыр “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән бәхетле әсә Зөлфиә Шәрипова.
Биш балалары атай-әсәһенең, һис шикһеҙ, биш бәхете, ә ҡартайған көндәрендә терәк-таянысы. Тимәк, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә ышаныслы Шәриповтарҙың! Киләсәктә лә балалар ҡыуанысы, именлек теләйбеҙ, донъялары түңәрәк булһын, бәхеттәре ишелеп килһен!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас