+15 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
15 Мая , 10:30

Ғүмер юлы һоҡланғыс, сыуаҡ май айы кеүек

Ерҙә илаһи яҙ, йәмле, аллы-гөллө сәскәле сыуаҡ май айы тантана итә. Ошо хозур айҙың 13-өндә Юлыҡ ауылында ихтирамға лайыҡ Сәмиғулла Әхмәҙулла улы менән Мәрхәбә Әхмәҙи ҡыҙы Ишмырҙиндар ғаиләһенә, шатлыҡ өҫтөнә бәхет өҫтәп, баш балалары – улдарынан һуң, ҡыҙҙары Рәйлә донъяға ауаз һала. Ағаһы Венерға - иш, үҙенән һуң бер-бер артлы донъяға килгән һеңлеләре Рәүфә, Мәрфуға, Люциә, Лилиә, Ләлә, Әлиәгә ҡурсалаусы хәстәрлекле апай, атай-әсәһенә уларҙы ҡарашыуҙа ярҙамсы булып буй еткерә.

Ғүмер юлы һоҡланғыс,  сыуаҡ май айы кеүекҒүмер юлы һоҡланғыс,  сыуаҡ май айы кеүек
Ғүмер юлы һоҡланғыс, сыуаҡ май айы кеүек

Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғулла Ишмырҙин II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры һәм “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “1941-1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн”, Жуков һәм башҡа миҙалдарға эйә булған, оҫта умартасы булды. Уны ауылда олоһо-кесеһе әле лә “Ишмырҙин абый” тип хөрмәтләп иҫкә ала. Инәһе Мәрхәбә апай маһир тегенсе, ҡул эштәре, аш-һыу оҫтаһы ине, дин юлында булып, йәшенә-ҡартына иман орлоҡтары сәсеп йәшәне. Икеһе лә мәрхүмдәр инде.
Бар ғүмерен педагогик эшмәкәрлеккә бағышлап, Юлыҡ мәктәбендә директор вазифаһын башҡарған атаһы Сәмиғулла Әхмәҙулла улының юлын дауам итеү (ғаиләлә биш бала уҡытыусы һөнәрен һайлаған) уйы тыуған ауылында 8-се класты тамамлаған ҡыҙҙы Салауат педагогия училищеһына алып килә. Студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. 1976 йылда был уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Йөҙимән урта мәктәбенә эшкә ебәрәләр һәм хеҙмәт юлын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Бер аҙ хеҙмәт сынығыуы алып, мәктәптәге эштең нескәлектәренә төшөнгәс, етди ҡарашлы, талапсан, һәләтле педагогҡа ҙур өмөттәр бағлап, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын ышанып тапшыралар. Һынатмай ул, был яуаплы эште лә еренә еткереп, тырышлыҡ менән башҡара. Ошо йылдар арауығында Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлап, юғары белемгә эйә була. Һәм уҡыусыларға математика фәне серҙәрен аса.
Тап ошонда буласаҡ ғүмер юлдашы - мәктәпкә үҙе кеүек Красноусолдан физкультура уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелгән Рифат Мөнир улы менән таныша һәм дуҫлашып йөрөйҙәр. Дуҫлыҡтары мөхәббәткә әүерелеп, 1977 йылдың ғинуарында йәштәр өйләнешә. Кеше ғаиләһе менән бәхетле тигәндәй, 49 йыл инде Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе иңгә-иң терәшеп, татыулыҡта, бер-береһенә терәк-таяныс, һәр кемгә өлгө булып ғүмер йомғағын һүтәләр.
Йөҙимәндә уңышлы ғына эшләп йөрөгәндә, 1987 йылда һәләтле педагог Рәйлә Ишмөхәмәтованы район мәғариф бүлегенә эшкә алалар һәм ғаилә Красноусолға күсеп килә. Рифат Мөнир улын ошо йылда яңы асылған Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы методист, инспектор, баш белгес булып хеҙмәт баҫҡыстары буйлап күтәрелә. Оҫталыҡ, эш тәжрибәһе артҡан һайын иңгә алған яуаплылыҡ та арта. Ҙур ойош-
тороу һәләтенә эйә, маҡсатҡа ынтылыусан, тәрән белемле, алдынғы ҡарашлы, ғәҙел, кеше һәм хеҙмәттәштәре менән мөғәмәләлә итәғәтле, ипле Р.С.Ишмөхәмәтованы 2002 йылда тағы ла яуаплыраҡ - мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы бында эшләгән дәүерҙә белем биреү учреждениеларында идаралыҡ итеүҙең инновацион ысулдарын уңышлы индереүгә өлгәшә. Уның тырышлығы менән “Йыл мәктәбе”, “Йыл директоры”, “Мәктәп абруйы картаһы” конкурсы положениелары әҙерләнеп, районыбыҙ уҡытыусылары тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән хуплап ҡаршы алына. Быларҙың барыһы ла белем биреү сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә: йылдың-йылы районыбыҙ мәктәптәрендә “Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүсе уҡыусылар һаны арта барҙы, уның артында Р.Ишмөхәмәтованың күп йыллыҡ емешле хеҙмәте ята ине. Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙының тос ярҙамы менән заманында районыбыҙҙың тиҫтәләп мәктәбе профилле уҡытыуға күсте. “Һәләтле балалар” Президент программаһын районда тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүлде. Уның эшендә иң мөһим звено булып мәғариф бүлеге советының ултырыштарына, белем биреү учреждениелары етәкселәренең семинар, кәңәшмәләренә төплө, ентекле әҙерләнеп уҙғарыу торҙо. Сығыштарына хас булған зирәк күҙәтеүсәнлек, талапсанлыҡ һәр кемгә ярҙам итергә әҙер булыу менән тап килә.
Һөнәренә тоғролоғо, педагогик эшмәкәрлегенә етди, ижади ҡарауы һөҙөмтәһендә хөрмәт ҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәренең хеҙмәте юғары баһалана. Р.С.Ишмөхәмәтова “Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы” (1996 йыл), “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” (2006 йыл) маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булған, бүләкләнгән төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ.
Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙының барлыҡ эшмәкәрлеге тыуған районы менән тығыҙ бәйле. Ундайҙар тураһында ҡайҙа тыуғанһың – шунда кәрәк булғанһың, тиҙәр. Район мәғариф бүлегендә 25 йыл эшләгәс, Р.Ишмөхәмәтоваға һөнәрен алыштырырға ла тура килә, 2011 йылда район Советы секретары вазифаһына тәғәйенләнә. Бында ла 6 йылға яҡын ең һыҙғанып, райондаштары, халыҡ мәнфәғәтендә эшмәкәрлек алып бара, райондың урындағы үҙидара органдары, депутаттар корпусы менән емешле эшләй. Район Советының, уның төрлө йүнәлештәге комиссияларының эшен ойоштороу, депутаттарҙың округтарҙағы эшмәкәрлеген яйға һалыу, ауыл советтары, хакимиәттәре эшен ойоштороуға, һайлауҙарҙы үткәрешеүҙә ярҙам ҡулы һуҙа. Совет эшмәкәрлегендәге күп кенә яңылыҡтар уның инициативаһы менән индерелә. Старосталар эшен, Юлыҡта ТОС (территориаль йәмәғәт үҙидаралығы) эшен ойоштороуға күп көс һала. Үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән районыбыҙҙың абруйлы шәхесенә әүерелгән хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе мәғариф һәм муниципаль хеҙмәт ветераны булып хаҡлы ялға туҡтаны.
Һәр кемдең ғаилә, йорт мәшәҡәттәре, үҙенә генә хас мауыҡҡан шөғөлө була. Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙының гөл-сәскәләрҙе яратыуы тәҙрә төптәрендәге сәскәгә күмелгән гөлдәрендә сағыла, улар донъяларына йәм өҫтөнә йәм өҫтәй. Станок һатып алып, үҙенсәлекле - кейеҙ һуғыу шөғөлөн дә үҙ иткән. Атаһы яҙып ҡалдырған хәтирәләрҙән Хәтер китабын әҙерләп сығарып, туғандарын ҡыуандырған. Буш ваҡыттарын дини ғилем алыуға бағышлай, мәсеткә йөрөп, ғәрәпсә өйрәнә. Әйткәндәй, тормош иптәше Рифат Мөнир улы - дин әһеле. Быйыл ул Октябрьский ҡалаһындағы “Нурул Ислам” мәҙрәсәһен тамамлап, дипломға һәм имам-хатип дәрәжәһенә эйә булған.
Балалары менән дә бәхетле Ишмөхәмәтовтар. Өс балалары өс тағандай үҙҙәренә һәр яҡлап та терәк-таяныс. Улар – атай менән әсәйҙәренең тәрбиә көҙгөһө. Улдары - өс бала атаһы - Рөстәм ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында төпләнгән, билдәле шәхес Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесе вазифаһында эшләй. Ҡыҙҙары Регина (табибә-уролог, ике бала әсәһе) ғаиләһе менән баш ҡалала йәшәй, иң кесеһе – Ирина (һөнәре буйынса иҡтисадсы) ғаиләһе менән Екатеринбургта төпләнгән, бер улға әсәй. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре һәм йәшәү рәүештәре менән өлгө булырлыҡ ғүмер юлы үтеүсе, яҙмыштарынан ҡәнәғәтлек кисереп йәшәүсе Ишмөхәмәтовтар һөйөклө, ҡәҙерле, ихтирамлы атай-әсәй генә түгел, яратҡан өләсәй һәм олатай ҙа. Уларҙың ҡыуаныстары – биш ейәндәре һәм бер ейәнсәрҙәре.
Ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкин дә түгел. Бүлә-бүләсәрҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ... Бәхеткә, шатлыҡҡа, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, тормоштан йәм-ғәм табып, иҫәнлектә-һаулыҡта, бәрәкәттә, тиңлектә-тигеҙлектә, балалар, ейәндәр солғанышында ғүмерегеҙ шулай оҙаҡ йылдар матур дауам итһен, хөрмәтле Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас