+22 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
16 Мая , 05:00

Дәүләт Думаһы депутаты Красноусолға килде

6 майҙа Дәүләт Думаһының Туризм һәм туристик инфраструктураны үҫтереү комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуев эш сәфәре менән районыбыҙҙа булды.

Дәүләт Думаһы депутаты Красноусолға килдеДәүләт Думаһы депутаты Красноусолға килде
Дәүләт Думаһы депутаты Красноусолға килде

Николай Сергеевичтың эш миссияһы менән Башҡортостанға беренсе килеүе түгел. Был юлы ул “Russia Today” телеканалы операторҙары төркөмө менән ҡаты яраланыу сәбәпле демобилизацияланған МХО ветерандарының өйҙәренә ҡайтҡас, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмай һәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә тыныс тормошта үҙ урынын табып, күңелдәренә ятҡан йүнәлеш буйынса уңышлы һәм әүҙем эшләүҙәре хаҡында документаль фильм төшөрөү маҡсаты менән килгән.
Сәфәренең беренсе көнө, 5 майҙа, Николай Сергеевич "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан филиалында МХО ветерандары менән осрашып, сәй табыны артында йылы, дуҫтарса шарттарҙа аралашты. Ветерандар үҙҙәренең адаптив спорт төрҙәрендәге ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты, физик әүҙемлек уларға үҙҙәрен формала тотоуҙан тыш, тыныс тормошта үҙ урындарын табып, яңынан сафҡа баҫырға ярҙам итеүе хаҡында һөйләне. Легендар спортсы уларҙың сыҙамлығын һәм ихтыяр көсөн юғары баһаланы.
- Һеҙ инде еңеүсе, сөнки бирешмәнегеҙ, көрәшеүегеҙҙе һәм тулы тормош алып барыуығыҙҙы дауам итәһегеҙ. Спорт - ул характер, ә һеҙ, күреүемсә, барығыҙ ҙа ҡорос характерлы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Николай Сергеевич һәм яугирҙарға яңы еңеүҙәр, ныҡлы һаулыҡ теләне.
Ә Красноусолда Николай Валуев фильм төшөрөүсе төркөм менән бергә Өфөлә үткән осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе - Илья Макаровтың йортонда булып, уның ғаиләһе, балалары менән аралашты.
Илья Николаевич махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә үк үҙ теләге менән именлек һағына баҫа. Бер алышта ҡаты яралана, аяғының бер өлөшөн юғалта. Әммә һынмай, ауырлыҡтарға бирешмәй һәм тыныс тормошта үҙ урынын табып, күптәргә өлгө булып тора. Илья Николаевич МХО ветерандары ассоциацияһы етәксеһе булараҡ алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яуҙаштары өсөн дә төплө кәңәшсе, терәк булып, уларға ла тыныс тормошҡа яраҡлашырға, үҙ урынын табырға ярҙам итә.
Илья Макаров шулай уҡ үҙен булдыҡлы эшҡыуар итеп тә танытып өлгөрҙө. Үҙ эшен асыуға дәүләт ярҙамы - “Агростартап” гранты алыуға өлгәшеп, ҡошсолоҡ - бүҙәнә хужалығы ойошторҙо һәм уңышлы эшләй.
Николай Валуев менән улар батырлыҡ һәм МХО биләмәһендә нимәләр аша үтергә тура килеүе, үҙҙәрен эҙләү һәм яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләште. Мәскәү ҡунағы ветерандың ҡатыны Наталья әҙерләгән һый-хөрмәтте ауыҙ итеп, былау, ҡыҙҙырылған бүҙәнәне ифрат оҡшатты, улдары менән дә ихлас аралашты.
Николай Сергеевичҡа емешле ижади командировка теләп, яҡташыбыҙ ҡатнашлығындағы фильмдың телеэкрандарға сығыуын түҙемһеҙлек менән көтөргә генә ҡала.
Мәрхәбә Собханғолова.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас