+22 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
16 Мая , 05:00

Онотолмаҫ ауаз

27 апрелдә район үҙәгендәге Хәрби Дан аллеяһы янында Чернобыль һәләкәтенең 40 йыллығы уңайынан митинг үтте.

Онотолмаҫ ауазОнотолмаҫ ауаз
Онотолмаҫ ауаз

Район кешеләре, власть һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары чернобылселәрҙе хөрмәтләп иҫкә алырға һәм улар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалырға килгәйне.
Митинг үтәсәк майҙанға йыйылыусылар һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан чернобылсе-геройҙарҙы (улар районыбыҙҙа 9 кеше) хөрмәт менән ҡаршы алды.
- Беҙ бында 40 йыл элек Чернобылдә булған һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн үҙ һаулыҡтарын, хатта ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғандарға тәрән хөрмәт күрһәтеү өсөн йыйылдыҡ, – тине район хакимиәте башлығы Венер Вахитов. – Күпме ваҡыт үтһә лә, Чернобыль – беҙҙең төҙәлмәҫлек ярабыҙ. Был фажиғә беҙгә тормошобоҙҙоң ни тиклем нескә икәнен һәм тәбиғәткә, технологияларға үтә иғтибарлы ҡарарға кәрәклеген иҫкә төшөрҙө.
Чернобыль ҡорбандарын һәм АЭС-тағы шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙе бер ҡасан да онотмабыҙ. Улар араһында беренсе рәттәрҙә ғафуриҙар ҙа була. Күптәре беҙҙең арала юҡ инде. Улар китте, ләкин уларҙың батырлығы беҙҙең район һәм бөтә ил тарихына мәңгегә яҙылды, - тине ул.
Чернобылсе-геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалғандан һуң, сараның тантаналы өлөшө район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Бында фойела чернобылселәрҙең фотоһүрәттәренән торған стенд урын алған. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре чернобылселәр һәм мәрхүм булғандарҙың тол ҡатындары өсөн “Чернобыль – онотолмаҫ ауаз” тип аталған концерт программаһы әҙерләгән. Уны Елена Рябова алып барҙы. Сарала иң йөрәккә үтеп инерлек мәл – район “Чернобылселәр союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ирина Дмитриеваның сығышы булды. Күптән түгел ул тормош иптәшен - Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм “Чернобыль Геройы” билдәһенә эйә булған Николай Николаевичты, юғалтҡан.
– Миңә һөйләүе бик ауыр. Уларҙы үҙемдекеләр тип атау хоҡуғына эйә булыуым менән ғорурланам. Һеҙҙең алда, ҡәҙерлеләрем, түбәнселек менән баш эйәм, – тип мөрәжәғәт итте ул һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүселәргә төбәп.
Сарала “Чернобыль АЭС-ындағы аварияны бөтөрөүгә - 40 йыл” юбилей миҙалдары һәм район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр - Геннадий Маркисов менән Михаил Николаев (икеһе лә Ҡаһарманлыҡ ордены кавалерҙары), Валерий Морозов, Ғәзиз Мөхәмәтйәнов, Рифҡәт Ҡунаҡбаев, Рәшит Сатлыҡов, Владимир Сәмиғуллин, Фәрғәт Ихсанов, Евгений Никитин, Ирина Дмитриева.
Шулай уҡ әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эше өсөн чернобылселәрҙең тол ҡатындары: Ирина Дмитриева, Галина Михайлова, Флүрә Мөхәмәтйәнова, Фәүзиә Мөхәмәтйәнова, Лидия Торопицина, Сәкинә Фәйезова, Венера Хәкимова, Фәниә Хәзиева, Лилиә Зәйнетдинова, Ғәлимә Ғәйнетдинова, Альбина Шлапакова Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Шәхси эшҡыуар Зөһрә Хәлимоваға ликвидаторҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү эшенә ҙур шәхси өлөшө өсөн Рәхмәт белдерелде. Тап уның ярҙамы менән Хәрби Дан аллеяһындағы ЧАЭС-та авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл яңыртылған.
Сығыштар һәм бүләкләүҙәр концерт номерҙарына үрелеп барҙы. “Землячки” халыҡ хорының (етәксеһе – Е.Рябова), “Хазина” фольклор ансамбленең (етәксеһе – З.Зәйнешева), Римма Ибәтуллина, Разалия Салауатова, Максим Трофимов, Рәзилә Хәбибуллинаның сығыштары, Сергей Князевтың саксофон моңдары тамашасылар күңеленә хуш килде.
Был көндө бүләктәр, сәскә гөлләмәләре алған чернобылселәр бар сырхауҙарын онотоп, үҙҙәренә ҡарата ихтирам-хөрмәт күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәтле булып таралышты.

Онотолмаҫ ауаз
Онотолмаҫ ауаз
Онотолмаҫ ауаз
Онотолмаҫ ауаз
Онотолмаҫ ауаз
Онотолмаҫ ауаз
Онотолмаҫ ауаз
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас