+16 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
17 Мая , 06:00

Ерҙе-һыуҙы сәләмләп, ҡарғаларҙы һыйланыҡ

1 май - яҙ һәм хеҙмәт байрамы көнө йәмле Еҙем буйында республика кимәлендә башҡорт халҡының яҙҙы ҡаршылауға арналған "Ҡарға бутҡаһы" фольклор байрамы үтте.

Ерҙе-һыуҙы сәләмләп, ҡарғаларҙы һыйланыҡЕрҙе-һыуҙы сәләмләп, ҡарғаларҙы һыйланыҡ
Ерҙе-һыуҙы сәләмләп, ҡарғаларҙы һыйланыҡ

Халыҡтың байрам шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Фәрит Фазылов, “Еҙем” тәбиғәт паркы етәксеһе Хәйҙәр Ғәйнуллин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне. Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң "Асанай" халыҡ фольклор ансамбле ҡунаҡтарҙы йыр-моң, милли ризыҡтар менән ҡаршы алды. Һуңынан ҡунаҡтар районыбыҙҙан ғына түгел, республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, Красноусол, Имәндәш ауылдары ағинәйҙәре әҙерләгән милли ризыҡтарҙы тәмләне.
Йола тотҡан - яҙлыҡмаҫ
Шул арала ауыл урамы буйлап бутҡа бешереү өсөн һәр йорттан ярма, һөт, йомортҡа, май, шәкәр, төрлө уйындарҙа ҡатнашыусыларға бүләктәр йыйып, олоһон-кесеһен “Ҡарға бутҡаһы” байрамына саҡырып йөрөгән балаларҙың шат тауыштары барса халыҡты сәхнә янына йыйҙы.
Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, "Асанай” төркөмөндә йөрөүсе, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән балалар йырлы-бейеүле, уйын-көлкөлө сағыу тамаша менән "Ҡарға бутҡаһы" байрамының бөтә йолаларын асып бирҙе: ҡоштарҙы йәлеп итеү маҡсатында ағас ботаҡтарына, иң изге теләктәрен ҡушып, төрлө төҫтәге таҫма бәйләнеләр, ҡаҙанда “буғырлап” бутҡа бешкәнсе йырлап-бейенеләр, уйнап та алдылар, һуңынан бутҡа ашап, ҡалғанын ҡоштарҙы һыйлау өсөн изге теләктәр менән “ағас” төптәренә һалып сыҡтылар.
“Ҡарға бутҡаһы” – мосолман халыҡтарында иң популяр байрамдарҙың береһе. Әүәл кешеләр яҙҙы үҙҙәренең ҡанат остарында ҡарғалар алып ҡайта, тип иҫәпләгән. Шуға ла улар хөрмәтенә "Ҡарға бутҡаһы" байрамы ойошторғандар. Уны яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан уҙғарғандар, сөнки байрамдың маҡсаты уңыш бай һәм мул булһын өсөн ҡоштарҙы ашатып, уларҙы үҙ яҡтарына ҡайтарыуға, Ер-әсәнән фатиха алыуға ҡайтып ҡалған. Бер аҙ үҙгәртелгән был йола беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.
Берҙәм булып йәшәйек!
Борондан килгән милли байрамдың бөтә асылын асып биргән тамашанан һуң район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова менән Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Фәрит Фазылов сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләне.
- Бөгөн беҙ беренсе тапҡыр халҡыбыҙҙың борондан килгән милли байрамы – “Ҡарға бутҡаһы”на йыйылдыҡ. Ағымдағы йыл республикабыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә, Рәсәйҙә - Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙ, төрлө милләт вәкилдәре, ҙур һәм татыу, берҙәм ғаилә булып йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Бөгөнгө сарала ла республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән төрлө милләт вәкилдәре лә ҡатнаша һәм был ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн беҙ көсөргәнешле осорҙа йәшәйбеҙ һәм беҙҙе махсус хәрби операцияның тиҙерәк Еңеү менән тамамланып, алғы һыҙыҡта укронацистарға ҡаршы көрәшкән барса яугирҙарҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләү берләштерә. Артабан да шулай берҙәм, татыу булып эшләйек һәм йәшәйек. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
- Ысынлап та, бик матур, әһәмиәтле байрамға йыйылдыҡ. Район хакимиәтенә, урындағы халыҡҡа был идеяны күтәреп алып, байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн оло рәхмәтемде еткерәм, - тип, байрамға килеүселәрҙе сәләмләне Фәрит Хәмит улы. – Был байрамда ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын, иҫ китмәле, әкиәти матур тәбиғәт, күркәм йорттар, ә кешеләрҙең ихласлығы, мөләйемлеге һоҡланғыс. “Ҡарға бутҡаһы” байрамын дөйөм тырышлыҡ менән йыл да үткәреп, матур бер йолаға әйләндерергә, тигән фекер тыуҙы. Байрамдар уңайынан һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлап, ғаиләләрегеҙгә именлек, муллыҡ, бәрәкәт теләйем.
Олоһо ла, кесеһе лә күңел асты
Рәсми сығыштарҙан һуң күңел асыу саралары, төрлө уйындар башланды. Сәхнәнән йыр-моң өҙөлмәне. Тамашасылар дәртле көйҙәргә бейеп рәхәтләнде. Байрамға таяҡ таянып килгәндәр ҙә, хатта, таяҡтарын да, һыҙланыуҙарын да онотоп, бейергә төштө.
Әүәлдән был байрамда ҡатнашыусылар төрлө уйындар, ярыштар ойоштороп, үҙ-ара көс һынашҡан. Ярыштар араһында көйәнтә менән һыу ташыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып уҙышыу, тоҡ кейеп йүгереү кеүектәре лә булған. Олоһо ла, кесеһе лә үҙҙәренең таҫыллығын, йылғырлығын, һәләтен, оҫталығын күрһәтеп ҡалырға тырышҡан. Шулай уҡ күмәкләшеп йырҙар йырлап, бейешеп, таҡмаҡтар әйтешеп, күңел асҡандар. Бында ла район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре инде онотолоп барған ошо уйындарҙы иҫкә төшөрҙө. Балалар ғына түгел, ололар ҙа “Тирмә”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк” кеүек уйындарҙа теләп ҡатнашты. Икенселәр уҡ атып, мәргәнлектәрен һынаны.
Ул арала оло ҡаҙанда бутҡа ла бешеп сыҡты. Байрамға йыйылыусы барса халыҡ ысын ҡарға бутҡаһы менән һыйланды...
Республика кимәлендә беренсе тапҡыр үткәрелгән байрам, “бер төйөрһөҙ” уңышлы, матур һәм күңелле үтте. “Ҡарға бутҡаһы” байрамына килеүселәр бик ҡәнәғәт булып, уны ойоштороусылар - Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы, “Еҙем” тәбиғәт паркы етәкселеге, район хакимиәте һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле булып, яҡты өмөттәр менән таралышты. Һәр кемдең матур теләге ҡабул булһын, сәскән игендәр мул уңыш бирһен, донъялар тынысланһын.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Ерҙе-һыуҙы сәләмләп, ҡарғаларҙы һыйланыҡ
Ерҙе-һыуҙы сәләмләп, ҡарғаларҙы һыйланыҡ
Ерҙе-һыуҙы сәләмләп, ҡарғаларҙы һыйланыҡ
Ерҙе-һыуҙы сәләмләп, ҡарғаларҙы һыйланыҡ
Ерҙе-һыуҙы сәләмләп, ҡарғаларҙы һыйланыҡ
Ерҙе-һыуҙы сәләмләп, ҡарғаларҙы һыйланыҡ
Ерҙе-һыуҙы сәләмләп, ҡарғаларҙы һыйланыҡ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас