+16 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
17 Мая , 06:00

Туристар ағымы йылдан-йыл арта

23 апрелдә район хакимиәтендә "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә туризм тармағы вәкилдәре, был йүнәлештә эшләүсе эшҡыуарҙар һәм профилле ведомстволар белгестәре конференцияға йыйылды.

Туристар ағымы йылдан-йыл артаТуристар ағымы йылдан-йыл арта
Туристар ағымы йылдан-йыл арта

Сарала район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан "Минең бизнесым" үҙәге етәксеһе Татьяна Полушкина, Башҡортостан Республикаһының махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһының экологик белем биреү һәм туризмды үҫтереү бүлеге начальнигы Гөлшат Мөхәмәтдинова, "Ҡаты ер" Хәйриә фонды директоры Татьяна Хлёсткина, туризм йүнәлешендә эшләүсе эшҡыуарҙар, төрлө ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.
Конференцияны хакимиәттең эштәргә идара итеүсеһе Азат Яппаров асып, туризмды үҫтереү район иҡтисадының ҡеүәтле этәргес көс булыуын билдәләне, был өлкәлә һөҙөмтәле эшләп, районыбыҙҙа туризмды үҫтереүгә, популярлаштырырға ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан эшҡыуарҙарға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Артабан район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡты үҫтереү секторы мөдире Ольга Кулинич туризм субъекттарын, был йүнәлештә эшләүсе эшҡыуарҙарҙы төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу һәм дәүләт ярҙамы алыу тәртибе, "Минең бизнесым" үҙәге етәксеһе Татьяна Полушкина "Минең бизнесым" үҙәктәре аша бизнесҡа комплекслы ярҙам саралары менән таныштырҙы. Гөлшат Мөхәмәтдинова “Еҙем” паркының эшмәкәрлеге, махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһендә ял итеү һәм тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышыу мөмкинлектәре һәм тәртибе тураһында һөйләне. “Ҡаты ер” Хәйриә фонды директоры Татьяна Хлёсткина грант ярҙамында Ҡарағай ауылындағы сиркәүҙе төҙөкләндереү менән бер рәттән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә обелискыны яңыртыуҙары, ял һәм спорт майҙансығы төҙөүҙәре, фондтың эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Райондың Мәшғүллек үҙәге директоры Марс Сабитов эшҡыуарҙарға Мәшғүллек үҙәктәре аша туристик тармаҡҡа ярҙам итеү, белгестәр әҙерләү мөмкинлеген аңлатты. Артабан район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина районда туризмдың үҫеше, был йүнәлештә эшләүсе эшҡыуарҙарҙың уңыштары, алдағы бурыстар менән таныштырҙы.
Районда туризм үҫеше
- Районыбыҙ ҙур туристик потенциалға эйә һәм Башҡортостанда төп туризм үҙәктәренең береһе булараҡ ҡарала. Бөгөнгө көндә район биләмәһендә 3 шифахана-һауыҡтырыу ойошмаһы ("Красноусол" шифаханаһы, Красноусол балалар шифаханаһы, "Красноусол" балалар шифахана-һауыҡтырыу-спорт туристик лагеры), 14 урынлыҡ "Любизар" ҡунаҡханаһы, 18 урынлыҡ "Беҙҙең йорт" хостелы, Көгөш һәм Еҙем йылғалары, Аҡкүл күле буйында һәм изге шишмәләр янында урынлашҡан 15 туристик база һәм глэмпинг, 4 ҡунаҡ йорто илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән туристарҙы ҡабул итә, Туризм өлкәһендә 36 эшҡыуар эшмәкәрлек алып бара.
2025 йылда Толпарҙа тәбиғи эко-стилдә төҙөлгән "Хариус Хаус" яңы ял базаһы (ШЭ И.Ф.Баязитов) асылды. Аҡкүл күле йәнәшәһендәге Софьино ауылында туристарҙы "Балиҙа" ял базаһы (ШЭ В.Смирнов) ҡабул итә башланы. Ағымдағы йылда ла тағы ике туристик база - Ташлы ауылы янында “Тамъян” ял базаһы (“Эко-туризм” ЯСЙ-е) һәм Таш-Аҫты ауылында “Баллы глэмпинг” (ШЭ Л.Ғ.Сөләймәнов), “Наш дом” хостелы (ШЭ В.В.Рамаҙанов) асылды. Игенйылға ауылында "Күркәм дөйәғоштар" КФХ-һы һәм Имәндәш ауылы янында "Башҡорт төпкөлөнән" (ШЭ Л.Ғ. Сөләймәнов”) агротуризм йүнәлешендә эшләй.
- 2025 йылдан районда 13 туристик база эшләй, - тип дауам итте Гөлнара Ринат ҡыҙы. - Шул уҡ ваҡытта уларҙың 9-ы ғына, шулай уҡ "Любизар" ҡунаҡханаһы, "Беҙҙең йорт" хостелы, "Красноусол" шифаханаһы тейешле баһалама үтеп, классификацияланған коллектив урынлаштырыу объекттарының Берҙәм реестрына индерелгән. Яңы асылған турбазаларға реестрға инеү мотлаҡ. Сөнки 2025 йылдың 1 сентябренән классификацияланған объекттарҙың Берҙәм реестрына индерелмәйенсә ҡунаҡхана хеҙмәттәрен күрһәтеү законһыҙ эшмәкәрлек тип баһалана һәм бының өсөн штрафтар ҡаралған. Шәхси эшҡыуарҙар һәм вазифалы кешеләр өсөн - 70 мең һумға, юридик берәмектәр өсөн - 170 мең һумға тиклем. Шәхси эшҡыуар йәки үҙмәшғүл кеше булараҡ теркәлмәйенсә ял итеүселәргә торлаҡты ҡуртымға биреү - хоҡуҡ боҙоу. Шуға ла шәхси эшҡыуар йәки үҙмәшғүл статусын рәсмиләштерергә кәрәк.
Турбазалар һәм глэмпингтарҙан һалым кереме өлөшө әлегә бик аҙ булыуға ҡарамаҫтан, яңы объекттар асылыу менән яңы эш урындары барлыҡҡа килеүе ҡыуандыра. 2025 йылда был өлкәлә 93 кеше мәшғүл булған. 2025 йылда туристар ағымы 111 меңдән ашып китә.
Халыҡҡа күрһәтелгән туристик хеҙмәттәр күләме 46 млн һумдан ашып, 2024 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 17 процент тәшкил иткән. 2025 йылда коллектив урынлаштырыу объекттарында ял итеүселәр һаны 44 меңдән ашыу булып уҙған йыл менән сағыштырғанда 1 мең туристҡа артҡан.
Былтыр “Торатау” геопаркының “Көгөш” һәм “Алыҫ Төлкәҫ” геологик киҫелештәрендә "алтын ҡаҙаҡ"тар урынлаштырылыуы ла төбәктә экотуризмды үҫтереү һәм Башҡортостандың донъяла танылыуын арттырыу өсөн стимул булып тора. 2025 йылда Ғафури районының туристик маршруттары буйынса ентекле белешмә әҙерләнде. Ул иң популяр туристик урындарҙы, төрлө ял төрҙәрен, туристарҙы урынлаштырыу объекттарын үҙ эсенә ала. Был белешмә "Инвест-портал"да урынлаштырылған һәм теләгән һәр кем уны бушлай күсереп алыу мөмкинлегенә эйә.
Ярҙам саралары
- Туризм йүнәлешендә эшләүселәрҙең проекттары район хакимиәте башлығы ҡатнашлығында үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарала. 2025 йылда ошондай 50 кәңәшмә үтеп, 75 инвестиция проекты ҡаралды. Хакимиәт инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында ла (шул иҫәптән әҙерлек һәм рөхсәт биреү процедураларын үткәреүҙә) ярҙам күрһәтә.
Алдағы бер нисә йылда Красноусол ауылының Сахалин биҫтәһендә 200 урынлыҡ акватермаль комплекс менән заманса курорт инфраструктураһы һәм Толпар ауылында белем биреү үҙәге, ҡунаҡхана һәм ресторан булған күп функциялы туристик комплекс булдырыу туризм өлкәһендә планлаштырылған эре объекттар иҫәбендә тора. Ә эшҡыуарҙар берләшмәһен мәғлүмәтле итеү маҡсатында "Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Ғафури районының Инвест-порталы" төркөмө эшләй, унда бизнесҡа ярҙам итеү формалары, үткәрелгән саралар һәм ҡануниәттәге үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт сағылдырыла. Эшҡыуарҙар берләшмәһе менән аралашыу өсөн Telegram-каналында "Ғафури эшҡыуарҙары" төркөмө эшләй, "Макс”та ла ошондай төркөм булдырылды.
Уңыштарыбыҙ ҙа бар
"Башҡортостан республикаһының тур-индустрия лидерҙары – 2025" республика премияһында "Һарыташ" ял базаһы (ШЭ И.Ә.Бәхтиәров) еңеүгә өлгәште. Илшат Бәхтейәров шулай уҡ "Туризм өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары" номинацияһында "Йыл эшҡыуары - 2025" конкурсының финалсыһы булды. "Красноусол" шифаханаһы "Волга буйы федераль округының Медицина һәм һауыҡтырыу туризмы" номинацияһында һәм “Волга буйы федераль округының туриндустрия лидерҙары" беренсе тармаҡ премияһында алтын наградаға лайыҡ булды.
2025 йылда фермер Линар Сөләймәнов "Агротуризм" программаһы буйынса федераль гранттар конкурсында еңеп, Имәндәш ауылы эргәһендәге турбазаны төҙөкләндереүгә 10 млн һум күләмендә грант алды. Башҡортостандың туризм инфраструктураһына грант ярҙамы конкурстарында еңеүселәр иҫәбенә 2025 йылда Рияз Ғилуановтың проекты инде, грант суммаһы - 1,5 млн һум.
Эшҡыуарҙар райондың йәмәғәт тормошонда, хәйриә акцияларында даими ҡатнаша, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә әүҙем ярҙам итә. МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙар һорауы буйынса техника, башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алыуға, транспорт сараларын ремонтлауға тос ярҙам күрһәтәләр.
"Атайсал" проектында ла эшҡыуарҙар әүҙем ҡатнаша һәм улар ярҙамы менән урындағы халыҡ мәнфәғәте өсөн бик мөһим, файҙалы һәм изге эштәр тормошҡа ашырыла. Был йәһәттән район республика райондары һәм ҡалалары араһында тәүге унау иҫәбендә килә.
- Район халҡы һәм ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ауылдарыбыҙҙы үҫтереүҙә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелисктар һәм стелалар реконструкциялауҙа, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары һәм юлдар төҙөүҙә, күперҙәрҙе реконструкциялауҙа, йәмәғәт биләмәләрен, шишмәләрҙе һәм зыяраттарҙы төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша. Хөрмәтле эшҡыуарҙар, һеҙҙең баһалап бөткөһөҙ өлөшөгөҙ һәм емешле хеҙмәттәшлегегеҙ өсөн рәхмәт, - тип тамамланы үҙенең сығышын Гөлнара Ринат ҡыҙы.
Осрашыу аҙағында көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, проблемаларҙы хәл итеү юлдары билдәләнде, һорауҙарға төплө яуап-тар бирелде. Ғафури районының туристик объекттарын Башҡортостандың "Алтын ҡулсаһына" индереү тәҡдиме менән БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына хат ебәрергә ҡарар ителде. Шулай уҡ республика Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең территориаль бүлеге аша гидтарҙы һәм экскурсоводтарҙы уҡытыуҙы ойоштороу тәҡдиме хупланды.
Мәрхәбә Собханғолова.

Туристар ағымы йылдан-йыл арта
Туристар ағымы йылдан-йыл арта
Туристар ағымы йылдан-йыл арта
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас