Ҡануниәткә ярашлы, бәлиғ булмаған, шулай уҡ белем биреү ойошмаларында көндөҙгө формала уҡыусы 23 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк бала үҫтергән ғаилә күп балалы тип таныла.
Күп балалы ғаиләләрҙең атай-әсәйҙәре бер ер участкаһының 600 кв метрының (6 сутый) кадастр хаҡы күләмендә һалым ҡайтармаһы алыуға хоҡуҡлы. Йәғни һалым тик 6 сутыйҙан артҡан майҙан өсөн генә хисаплана.
Физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым буйынса һалым базаһы ошоларҙың хаҡы тиклем кәметелә:
- фатир йәки бүлмәнең 5 кв метр майҙанының;
- торлаҡ йорттоң 7 кв метр майҙанының.
Был ҡайтарма бәлиғ булмаған һәр бала өсөн, шулай уҡ көндөҙ уҡыусы 23 йәшкә тиклемге балалар өсөн бирелә.
Урындағы үҙидара органдары тарафынан өҫтәмә һалым льготалары йәки ҡайтармалары булдырылырға мөмкин. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында мөлкәте булған күп балалы атай-әсәйҙәр бер фатир йәки торлаҡ йорт буйынса мөлкәт һалымын түләүҙән азат ителә.
Ставкалар һәм льготалар тураһында ентекле мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында алырға мөмкин: https://www.nalog.gov.ru/rn02/service/tax/, "Справочная информация о ставках и льготах по имущественным налогам".
Льготалар һалым органдары тарафынан ғаризаһыҙ (проактив) тәртиптә, Рәсәй Социаль фондынан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә бирелә. Льготаң бармы икәнен Рәсәй ФНС-ы сайтында “Физик шәхестәрҙең шәхси кабинеты”нда йәки “Налоги ФЛ” ҡушымтаһында, “Профиль” – “Сведения” - “Льготы” бүлектәренә күсеп белергә була. Льгота тураһында яҙылмаған икән, уны үҙең барып белдерергә мөмкин.
2025 йыл өсөн һалым хисаплағанда, булған һалым льготалары иҫәпкә алынһын өсөн, улар хаҡында 2026 йылдың 30 апреленә тиклем ғариза бирергә кәрәк.
Ғаризаны Шәхси кабинет аша (“Услуги” бүлеге – “Оформить льготу”); теләгән һалым инспекцияһына йәки МФЦ-ға килеп; Почта аша ебәреп бирергә була.
Әгәр һеҙҙең балағыҙ күсмәй торған милектең йәки ер участкаһының хосуси милексеһе булып тора икән, һеҙ Шәхси кабинетта “Семейный доступ” функцияһы ярҙамында улар өсөн һалым түләй алаһығыҙ.
“Семейный доступ”ты нисек тоташтырырға:
1. Баланы “Шәхси кабинетта” теркәйһең (14 йәшкә тиклемге балаларҙы – паспорты йәки ты-уыу тураһында таныҡлығы менән шәхсән атаһы-әсәһе инспекцияла йәки МФЦ-ла);
2. Атайҙың йәки әсәйҙең Шәхси кабинетында “Профиль” бүлегенән күсәһең – “Семейный доступ” – “Добавить пользователя”, баланың ИНН һанын яҙаһың һәм запрос ебәрәһең;
3. Баланың Шәхси кабинетында запросты раҫлайһың;
4. Раҫлағандан һуң, атай йәки әсәйҙең Шәхси кабинетында “Һалымдар” бүлегендә үҙ профилеңдән баланыҡына күсеү һәм баланың һалымын онлайн (карта менән йәки банк аша) түләү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Тағы ла һорауҙар булһа, 8-800-222-22-22 телефоны аша Рәсәй ФНС-ының Берҙәм бәйләнеш үҙәгенә, Рәсәй ФНС-ының Башҡортостан Республикаһындағы идаралығының “ҡыҙыу бәйләнеш”енә: 8 (347)215-10-70, өҫтәмә һан 55-55 - мөрәжәғәт итегеҙ.