+16 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
22 Мая , 06:47

Юлдарҙы ремонтлау ҡыҙыу төҫ алған

Районда юлдарҙы тәртипкә килтереү һәм ремонтлау буйынса планлы эш алып барыла.

Юлдарҙы ремонтлау ҡыҙыу төҫ алғанЮлдарҙы ремонтлау ҡыҙыу төҫ алған
Юлдарҙы ремонтлау ҡыҙыу төҫ алған

“Башкиравтодор” ЯСЙ-енең Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығының Ғафури участкаһы хеҙмәткәрҙәре район һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙы тәртипкә килтерә. Юлсыларҙы беҙ 20 май көндө Цапаловка ауылы йәнәшәһендәге Ағиҙел йылғаһы күперенә тиклемге юл участкаһына (һүрәттә) асфальт һалыу мәлендә тап иттек. Идаралыҡ етәксеһе Зөлфәр Хафизов та бында ине. Юлды ремонтлауҙа өлкән мастер Эдуард Бохармәтов етәкселегендә асфальт һалыусы машина водителе Юнир Фәхретдинов, катоклаусы Наил Бәхтейәров, юл эшселәре Илдар Аллаяров, Камил Садиҡов, Максим Суздальцев һәм башҡалар ҡыҙыу эш менән мәшғүл, “КамАЗ” водителдәре Олег Зверев, Нурғәле Алмаҡаев асфальт ташып өлгөртөп тора.
Зөлфәр Мәғәсүм улы билдәләүенсә, Талбазы-Красноусол автомобиль юлының 500 м арауыҡтағы асфальт өҫлөклө юлды яңыртыу бара.
Юл төҙөү-ремонтлау участкаһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә беркетелгән юлдарҙы тәртиптә тотоу бурыстарын намыҫ менән башҡара.

Юлдарҙы ремонтлау ҡыҙыу төҫ алған
Юлдарҙы ремонтлау ҡыҙыу төҫ алған
Юлдарҙы ремонтлау ҡыҙыу төҫ алған
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас