Хеҙмәткәр менән эш биреүсе араһындағы хеҙмәт мөнәсәбәттәре хеҙмәт килешеүе нигеҙендә барлыҡҡа килә (РФ Хеҙмәт кодексының 16-сы статьяһы). Хеҙмәткәр менән эш биреүсе араһында хеҙмәт мөнәсәбәттәре факты бар икән (РФ Хеҙмәт кодексы, 15-се статья, 2-се өлөш), РФ Хеҙмәт кодексы улар араһында гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү төҙөшөүҙе рөхсәт итмәй.
Хеҙмәткәрҙәр шуны белергә тейеш:
- эш биреүсе менән хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәү, хеҙмәт килешеүе төҙөшмәйенсә эш хаҡын “конвертта” алыу осраҡтарында, эш биреүсе менән ниндәй генә бәхәс килеп тыуһа ла, ул бер ниндәй хоҡуҡһыҙ булып ҡала һәм килемдән мәхрүм була;
- хеҙмәт мөнәсәбәттәре рәсмиләштерелмәгән хеҙмәткәр социаль гарантияларһыҙ һәм аҡсалата компенсацияһыҙ ҡала, шул иҫәптән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ йәки эшһеҙлек буйынса, йөклөлөк һәм бала табыу, бала ҡарау буйынса пособиеларҙы, штат ҡыҫҡартылыу сәбәпле эштән киткәндә бирелә торған түләүҙәрҙе һәм башҡаларҙы ала алмай;
- күләгәләге мәшғүллек хеҙәткәрҙәрҙең нигеҙле хоҡуҡтарын боҙоуға килтерә (хеҙмәт тәртибе һәм шарттары, ваҡытында түләү, ял итеү, һаулыҡты һәм хеҙмәтте һаҡлау, эштән киткәндәге гарантиялар һ.б. өлкәләрҙәге) һәм был хоҡуҡтарҙы яҡлау үтә ҡатмарлы.
Күләгәләге мәшғүллектең хәүефтәре иҫәбенә тағы бына нимәләрҙе индерергә мөмкин:
- килешеүҙә ҡаралмаған йөкләмәләрҙе үтәү;
- эш шарттарының хеҙмәт ҡануниәте нормаларына тап килмәүе;
- сәбәбен аңлатмайынса эштән ебәреү (эште туҡтатыу);
- эшһеҙлек буйынса иң кәм күләмдәге пособие.
Эш биреүсе хеҙмәт килешеүе төҙөшөүҙән баш тарта икән, хеҙмәткәр үҙенең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡларға хоҡуҡлы. Хеҙмәт мөнәсәбәттәре фактын билдәләү өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
- 2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Хеҙмәт министрлығы сайтында кемдәрҙә легаль булмаған мәшғүллек осраҡтары теркәлгән - шул эш биреүселәрҙең реестры алып барыла. Был реестрға автоматик рәүештә, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.27-се статьяһы 4-се өлөшөндә ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы ҡарар законлы көсөнә инеү менән, индерәләр.
Риф ҠОТЛОБУЛАТОВ, хеҙмәт буйынса белгес.