+20 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
23 Мая , 05:00

Киләсәктең нигеҙе - ғаиләлә

15 май бар донъяла Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ул яңы тормоштоң башы ла, матур нәҫелдең дауамы ла, изге йолаларҙы һаҡлау ҙа. Ғаилә - ул киләсәк, үҫер быуындың нигеҙе. Юҡҡа ғына, ғаилә – йәмғиәттең тоташтырып тороусы бер звеноһы,тип әйтмәйҙәр.

Киләсәктең нигеҙе - ғаиләләКиләсәктең нигеҙе - ғаиләлә
Киләсәктең нигеҙе - ғаиләлә

Халыҡ-ара ғаилә көнө районыбыҙҙа киң билдәләнде. Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре байрам алдынан паркта балалар менән “Ғаилә - бөтә башланғыстарҙың башы” тигән темаға әңгәмә-уйын программаһы ойошторҙо. Китапханасылар балаларҙы был байрамдың тарихы менән таныштырҙы, һәр кемдең тормошонда ғаиләнең мөһим роль уйнауын аңлатты.Үҙ сиратында балалар ғаилә тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, был темаға арналған викторина һорауҙарына яуап бирҙе.
Тап ошо көндө районыбыҙҙа тағы бер йәш ғаилә барлыҡҡа килде: ЗАГС бүлегендә Красноусол ауылынан Станислав Конев менән Виктория Смирнова никахтарын рәсмиләштерҙе.
Ә “Йәшлек” ял паркында “Форсат” йәштәр үҙәге райондың Атайҙар советы, Беренселәр хәрәкәте менән берлектә йәш ғаиләләр ҡатнашлығында “PRO-Ғаилә” квесты ойошторҙо.
Төп байрам сараһы район мәҙәниәт йортонда үтте. Был көндө алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙары - Курорт ауылынан Татьяна Алексеевна менән Василий Алексеевич Осиповтар һәм Красноусолдан Гөлшат Дәрүиш ҡыҙы менән Хәйбулла Ғәйнулла улы Рафиҡовтар саҡырылғайны.
Василий Алексеевич оҙаҡ йылдар “Тепловодоснабжение” МУП-ында эшләһә, Татьяна Алексеевна “Красноусол” балалар шифаханаһында шәфҡәт туташы булған. Тырыш, татыу, уңған ғаиләлә ике ҡыҙ үҫкән. Бөгөн инде Осиповтар ике ейәнсәр, бер ейәндең яратҡан өләсәй, олатайы.
Рафиҡовтар ғаиләһе иһә оҙаҡ йылдар һуҙымында алыҫ Себер тарафтарында, “Салымбурнефть”компанияһында эшләп, хаҡлы ялға туҡтағас, Красноусолда төпләнгән. Улар ҙа ике бала үҫтереп, ике ейән, бер ейәнсәргә олатай-өләсәй булғандар.
- Ғаилә-тормошобоҙҙоң нигеҙе, дәүләттең киләсәге лә. Матур ғаилә ҡороп, бер-береңде хөрмәтләп, бер-береңә ярҙамлашып йәшәү - һәр беребеҙҙең изге бурысы. Татыу ғаиләләрҙә генә тырыш, уңған, тәүфиҡлы, һәләтле балалар үҫә. Халҡыбыҙҙың көсө лә уның ныҡлы, рухлы ғаиләләренән башлана. Ғаиләләр ныҡ, татыу икән, тимәк, йәмғиәтебеҙ, шул иҫәптән дәүләтебеҙ ҙә ныҡ, татыу, көслө тигәнде аңлата, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина ғаилә парҙарын алтын туйҙары менән ҡотлап. – Районыбыҙҙа күптәргә өлгө булып татыулыҡта йәшәгән һәм һәләтле, лайыҡлы алмаш тәрбиәләп үҫтергән ишле ғаиләләр бик күп.
- Халыҡ-ара ғаилә көнө айырыуса әһәмиәтле көн. Тап ошо көндө ғаиләләр балалары менән бергә йыйылып, бер-береһенә йылы, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтә, шатлыҡ-һөйөнөстәре менән уртаҡлаша ала, - тип дауам итте ул. - Һеҙҙең барығыҙҙы ла бөгөнгө байрам уңайы менән ҡотлап, ғаилә именлеге, һаулыҡ менән, бер-берегеҙгә ышаныслы терәк-таяныс булып, бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем.
Артабан Гөлнара Ринат ҡыҙы ярты быуат һуҙымында татыулыҡта йәшәп, йәш ғаиләләр өсөн матур өлгө булып торғандары өсөн алтын туйҙарын билдәләүсе ғаиләләргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Был көндө күп бала тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙәр ҙә иғтибар үҙәгендә булды. Красноусол ауылынан 6 бала әсәһе Ләйсән Фәрғәт ҡыҙы Әбйәлилова, Сәйетбабанан 5 бала әсәһе Әлиә Жәлил ҡыҙы Йосопова һәм Ерек ауылынан шулай уҡ биш бала әсәһе Әлиә Миҙхәт ҡыҙы Хәмзина “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.
Район мәҙәниәт йорто артистары – Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин, Разалия Салауатова, Фәнзил Ғәлин, “Хазина” фольклор ансамбле байрамда ҡатнашыусыларға дәртле, моңло йырҙарын бүләк итте. Ошо уҡ ансамбль ағзаһы булған Гөлшат Рафиҡова үҙ сиратында ошондай матур, иҫтәлекле сара ойошторғандары өсөн оло рәхмәтен моңло йыры аша еткерҙе.
Алтын туйҙарын билдәләүсе ғаиләләр хәтирәләрҙе яңыртып, йәшлек йылдарын иҫкә төшөргән ғаилә вальсында әйләнде. Уларға йәштәр - күп балалы Хәмзиндар ғаиләһе ҡушылды.
Алтын юбилярҙар был көндө йәшлектәренә урап ҡайтҡандай булғандыр. Бәхетле ғаилә парҙарының, әсәйҙәрҙең шатлығын уртаҡлашырға һәм ҡотларға балалары, туғандары, дуҫтары килгәйне. Улар хөрмәтле ғаиләләргә, ҡәҙерле кешеләренә йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныс тормош теләне.
Тормошобоҙҙоң ҡотон, ырыҫын ошондай татыу, бер маҡсатлы, бер һүҙле ғаиләләр һаҡлап тора ла инде.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Киләсәктең нигеҙе - ғаиләлә
Киләсәктең нигеҙе - ғаиләлә
Киләсәктең нигеҙе - ғаиләлә
Киләсәктең нигеҙе - ғаиләлә
Киләсәктең нигеҙе - ғаиләлә
Киләсәктең нигеҙе - ғаиләлә
Киләсәктең нигеҙе - ғаиләлә
Киләсәктең нигеҙе - ғаиләлә
Киләсәктең нигеҙе - ғаиләлә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас