+20 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
23 Мая , 05:00

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр

Тел – әсәһенең балаһына тапшырған иң ҡәҙерле бүләге. Ғайса Хөсәйенов һүҙҙәре менән әйткәндә “Донъяла һәр кемгә ҡәҙерлеһе - үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар.”

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булырТуған телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр

Районыбыҙҙың үҙәкләштерелгән район китапханаһындағы осрашыуҙа тап ошо хаҡта һүҙ барҙы ла инде. Унда Яҙыусылар союзы аҡһаҡалдары - күренекле яҡташыбыҙ, телсе-ғалим, әҙәбиәт белгесе, профессор, филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафин, ғалим-филолог, журналист, әҙәби тәнҡитсе, филология фәндәре кандидаты, доцент Фәнзил Санъяров, шулай уҡ журналист, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе, тәбиғи фәндәр академияһы профессоры, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов “Табын” район гәзите хеҙмәткәрҙәре, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзалары, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре менән йәнле әңгәмә ҡорҙо.
Ижадҡа ынтылыш тәрбиәләйек
Был осрашыуҙы аҡһаҡал ижадсылар менән урта быуын һәм йәш ҡәләм тирбәтеүселәр ҡоро тип тә атарға була, минеңсә. Ижадҡа ынтылышы булған гимназия уҡыусылары оло ағайҙарыбыҙҙың һөйләгәнен ишетеп-аңлап ултырғандыр моғайын. Мәктәп йәшендәге балаларҙың береһе лә ижад итеүҙән ситтә ҡалмай, сөнки тел дәрестәрендә бигерәк тә, уҡытыусы баланың бөтә фантазияһын эшкә егерлек йүнәлеш биреп, уны уйландыра, хисләндерә, тетрәндерә... Уҡыу процесын йәнләндереүсе, күңелде яулаусы, ижади һәм һөҙөмтәле итеүсе ҡорал – ул тел, һүҙ. Диалог ҡора белеү, йәнле һөйләшеү, күңеленә үтеп керерлек һүҙҙәр табыу – ижади эшкә йүнәлткән тура юлдарҙың береһе. Әкиәт уйлап сығарамы ул, хикәйә, шиғыр ижад итәме – барыһы ла уҡытыусының кәрәкле һүҙҙәр табып, баланы шул йүнәлешкә бороуы, юл күрһәтеүе, эшкә ҡушыуы. Ижади һәләт Хоҙай тарафынан бирелә, тиһәләр ҙә, уға дөрөҫ йүнәлеш, ынтылыш, ярҙам итеүсе остазы булырға тейеш. Тәү сиратта, әлбиттә, ғаилә, шунан уҡытыусы һәм тел белгестәре, әҙәби тәнҡитселәр.
Шиғыр яҙыу ҡыйын түгел...
Бындай осрашыуҙар һәр кемдең үҙ эшен - ижад емешен, улар күҙлегенән ҡарап, кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, баһаларға өйрәтә. “Шиғыр яҙыу ҡыйын түгел, шағир булыу ҡыйын” тиҙәр. Дөрөҫ, шиғыр яҙған, ҡәләм тибрәткән һәр кеше лә шағир булып китә алмай. Шиғыр – ул ритм тоя белеп, рифмаларҙы дөрөҫ һайлау юлдары менән яҙылған әҙәби әҫәр генә түгел. Яҙышҡанда образлы фекерләү, донъяға философик ҡараш, уйҙарҙың, хис-тойғоларҙың тәрәнлеге кәрәк. Осрашыуға килгән ҡунаҡтарыбыҙ был хаҡта бик төплө һәм ентекле итеп аңлатты.
Фәнзил Бүләк улы, “Мағаш тауышы” берекмәһендә торған ижадсыларыбыҙҙың ҡайһы бер шиғырҙарын анализлап, уларҙың төҙөлөшөнә, темаһына, мәғәнәһенә баһа биреп китте. Бар талаптарға ла яуап биргәндәренә маҡтау һүҙҙәре әйтелде, залдағылар ижадсыларыбыҙға дәрт өҫтәп, көслө ҡул саптылар. Аллаһтан бирелгән бындай бәхеткә эйә булған кеше үҙе алдында ла, ижады алдында ла, халҡы алдында ла яуаплы. Үҙ теленә булған һөйөүгә ҡарап, һәр кемдең мәҙәниәт һәм гражданлыҡ кимәле билдәләнә. Башҡа мәшәҡәттәр был яуаплылыҡтан өҫтөн булырға тейеш түгел.
Һүҙ көсө
Ғиниәт Сәфиулла улының ялҡынлы телмәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Уның һәр һүҙендә тыуып-үҫкән ереңә, ата-әсәйеңә, телеңә һөйөү, киләсәгебеҙ өсөн хәстәрлек күрһәтеү, рух тойғоһо тәрбиәләү тураһында күп фекер яңғыраны. "Үлән үҫкән ерендә көслө! Тыуған яҡҡа ҡайтып осрашыу - шуға дәлил", - тине ул. Һүҙҙең рух тәрбиәләүҙә көслө ҡорал булыуын, әлеге көндә МХО-ла йөрөгән егеттәребеҙ өсөн һүҙ көсөнөң әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Залдағылар һөйләшеүҙәргә ҡушылып, төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, кәрәк ерҙә геүләтеп ҡул саптылар. Ғиниәт ағай китапханаға китаптарын да бүләк итте.
Салауат Ғайса улы, балалар яҙыусыһы булараҡ, һөйләшеүгә балаларҙы йәлеп итте. Улар менән үҙенең һуңғы сыҡҡан “Башҡортостан – батырҙар төйәге” китабы буйынса әңгәмә ҡорҙо. Уҡыусыларҙы көслө һәм батыр булып үҫергә саҡырҙы. Ә “Башҡортостан уҡытыусыһы” мөхәррире булараҡ, “күстәнәс” журнал алып килгән. Уның февраль һанында әлеге район мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Айрат улы Рафиҡовтың мәғариф ветераны, районыбыҙ аҡһаҡалы Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин тураһында мәҡәләһен алып килгән. Айҙар Айрат улы элекке мәғариф бүлеген етәкләгән ағаһы хаҡындағы мәҡәләһе тураһында әйтеп, “күстәнәс”те тапшырҙы. Салауат Ғайса улы шул уҡ һанда яҡташыбыҙ Нияз Мәжитов тураһында дәрес-экскурсия өлгөһө булыуын да әйтеп үтте һәм баҫманы район китапханаһына тапшырҙы.
Осрашыуҙа аҡыллы фекерҙәр әйтелде, урынлы кәңәштәр бирелде. Зауыҡ менән биҙәлгән һәм матур китап-журналдарҙан күргәҙмә ойошторған китапхана хеҙмәткәрҙәренә күп рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Сара бик йәнле үтте.
Гөлшат Вәлиева, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмә етәксеһе.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас