+17 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
24 Мая , 05:10

Өфөнән ҡайҙа ял итергә барырға

Республиканың баш ҡалаһынан Сухумға, Аҡтауға тура рейстар асылды, шулай уҡ Белоретҡа һәм Һамарға тиҙ йөрөгән электричка асылды.

Өфөнән ҡайҙа ял итергә барырғаӨфөнән ҡайҙа ял итергә барырға
Өфөнән ҡайҙа ял итергә барырға

Йәй – ял итеү, көс туплау һәм бер йылға етерлек матур тәьҫораттар алыу өсөн бик уңайлы ваҡыт. Ә бөгөн беҙ Өфөнән туп-тура ҡайһы яҡтарға барырға мөмкин булыуы хаҡында һөйләйбеҙ.
Абхазия тағы ла
яҡынайҙы
Сухум, Гагра, Пицунда. Был ҡалаларҙың атамаларынан уҡ диңгеҙ шауы һәм пальмаларҙың ел ыңғайына ҡыштырлауы ишетелгәндәй. Абхазия курорттары күптән инде беҙҙең өсөн яратып ял иткән урынға әүерелде. Тик әлегә тиклем уларға йөрөү бик үк уңайлы булманы: Сочиға барып етергә, артабан сик буйында бер нисә сәғәткә һуҙылған автомобиль тығындарында ултырырға тура килде. Хәҙер бер ниндәй квест үтергә лә кәрәкмәй. Өс сәғәт – һәм һеҙ диңгеҙҙә!
6 майҙа Өфөнән Сухумға тәүге тура авиарейс юлланды. Күптән көтөлгән пассажирҙарҙы йыр һәм бейеүҙәр менән ҡаршы алдылар. Башҡа төрлө булыуы мөмкин дә түгел, республикалар араһында тура һауа юлы 30 йыл булмаған бит! Рәсәйгә осоуҙы ойоштороу өсөн Абхазияның аэропортында күләмле реконструкция үткәрелде: терминалдар төҙөлдө, осоу-ултырыу һыҙаты һәм диспетчер ҡорамалдары тулыһынса яңыртылды.
Сухумға осоштарҙы «РусЛайн» авиакомпанияһы 50 урынға иҫәп­ләнгән Bombardier CRJ100/200 самолетында башҡара. Самолет шаршамбы көнө – Абхазиянан, кесаҙнала Өфөнән оса. Юлға 3 сәғәт 25 минут ваҡыт китә, бер яҡҡа билет хаҡы 10 мең һумдан башлана. Хаҡы буйынса Сочи аша барғандағы кеүек, әммә тиҙерәк һәм уңайлыраҡ. Осош программаһының октябрь уртаһына тиклем дауам итеүе күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡорто­стан менән Абхазияны оҙаҡ йылдар ныҡлы дуҫлыҡ бәйләй. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында, республикала аслыҡ хөкөм һөргән ваҡытта, абхаздар аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан яугирҙәре Абхазия шифаханаларында һаулығын нығытҡан, 1990 йылдарҙа, грузин-абхаз бәрелеше осоронда, Башҡортостан Ҡара диңгеҙ буйҙарына нефть продукттары һәм яралыларға медицина ярҙамы саралары менән эшелондар ебәрҙе. 2024 йылда ике халыҡтың дуҫлығы хөрмәтенә Өфөлә, Ағиҙел йылғаһы буйында, Сухумдағы «абхаз колоннаһының» теүәл күсермәһен астылар.
Республикала ла ял
итергә мөмкин
Хәйер, үҙебеҙ ҙә илебеҙҙең иң матур төбәктәренең береһендә йәшәүебеҙҙе онотмайыҡ. Тауҙарға походтар, йылғалар буйлап һалда ағып төшөү, тәмле милли аш-һыу – ошоларҙы күреү һәм татыу өсөн Башҡортостанға бөтә донъянан туристар килә. Беҙгә лә ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә кәрәк. Етмәһә, күпселек урындарға йәмәғәт транспортында ла барып етеп була. Мәҫәлән, Белорет районының матурлығын ҡарау өсөн электричкала сәйәхәт итеүҙе һайларға мөмкин. Ошо көндәрҙә Өфөнән Белоретҡа яңы ике системалы «Финист» йөрөй башланы. Тимер юлсылар аңлатыуынса, ул үҙгәреүсән һәм даими токта эшләргә һәләтле, ошо арҡала ваҡытты экономиялай. Әгәр бығаса Инйәр станцияһында локомотивты алмаштырырға тура килһә, хәҙер быны эшләргә кәрәкмәй. Һөҙөмтәлә юлға алты сәғәт урынына биш сәғәт кәрәк буласаҡ, ә киләсәктә юлды дүрт сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыу күҙаллана.
Һамарға барғығыҙ
килмәйме?
Һамар – Волга буйындағы иң матур ҡалаларҙың береһе. Бында иҫ киткес пейзаждар ҙа, боронғо архитектура ла, мауыҡтырғыс тарих та бар... Өҫтәүенә, унда балыҡ тәмле! Унан да бигерәк Һамарға Өфөнән шәп тиҙлекле электричка ла йөрөй башланы.
Быға тиклем ике ҡала араһын алыҫ араға йөрөүсе поездар ғына тоташтыра ине, юл һигеҙ сәғәт ярымдан ашыуыраҡ ваҡытты алды. Хәҙер иһә пассажирҙарҙы уңайлы «Ҡарлуғас» йөрөтә, ә юлға киткән ваҡыт алты сәғәт ярымға тиклем ҡыҫҡарҙы. Башҡортостандың Транспорт министрлығында билдәләүҙәренсә, алыҫ араға йөрөүсе поездарҙан айырмалы рәүештә, электричкала барлыҡ төбәк һәм федераль льготалар ғәмәлдә. Тулы тариф буйынса юл хаҡы – 1599 һум, шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, уҡыусылар һәм студенттар өсөн – 871 һум.
Өфөнән Һамарға ҡала яны поездары – шәмбе һәм йәкшәмбе, кире йүнәлештә иһә йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөй. Маршрутта туғыҙ туҡталыш: Кинель, Новоотрадная, Похвистнево, Боғорослан, Абдулла, Приют, Аксаков, Раевка, Дим.
Был Башҡортостанды күрше төбәктәр менән тоташтырған тәүге тимер юл проекты түгел. 2021 йылдан Өфөнән Ырымбурға һәм кирегә пассажирҙар ташыған электричка йөрөй. «Көньяҡ экспресс» ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн быйыл 1 майҙан ял һәм байрам көндәрендә Ырымбур – Күмертау – Өфө маршрутында тағы бер юғары тиҙлекле ҡала яны поезы йөрөй башланы. Шулай уҡ электричкала Өфөнән Силәбегә барып етергә мөмкин.

 

ӘЙТКӘНДӘЙ
Өфө аэропортынан самолеттар тағы ҡайҙа оса?

Абхазиянан тыш, республика халҡы Өфөнән Батуми, Ереван, Шарджу, Санья, Нячанг ҡалаларына тура рейстар менән оса ала. Анталияға һәм Истанбулға рейстар арттырылды. Тажикстанға осоштарҙы Рәсәй авиакомпаниялары ғына тәҡдим итмәй, был миҙгелдә уларға Тажикстандың милли ташыусыһы Somon Air ҡушылды. Башҡортостан халҡы ҙур теләк менән Ташкент, Сәмәрҡәнд ҡалаларына туристик сәфәргә сыға.
Тиҙҙән «Өфө» аэропортынан Аҡтау курортына тура рейс асыла, ул Каспий диңгеҙе буйында урынлашҡан. 24 майҙан был йүнәлеш буйынса осош программаһын ҙур туроператорҙар менән берлектә SCAT авиакомпанияһы ғәмәлгә индерә (авиабилет хаҡы ғәҙәттә турҙың хаҡына индерелә). Рейс йәкшәмбе көндәрендә Boeing-737-700 самолетында башҡарыла. Юлға 2 сәғәт 5 минут ваҡыт китә.
Эске авиалиниялар ҙа әүҙем үҫешә. Геленджик, Минераль Һыуҙар, Махачкала, Калининград – Рәсәйҙең ошо ҡалаларына ла Өфөнән туп-тура барырға мөмкин. 29 майҙан тағы бер йүнәлеш – Владикавказға авиарейс асыла. Маршрут буйынса рейстар аҙнаһына бер тапҡыр – йома көнөнә билдәләнгән. Уларҙы Boeing 737-800 самолетында NordStar авиакомпанияһы башҡарасаҡ. Бер яҡҡа осош хаҡы 8 мең һумдан башлана.

 

ЦИТАТА
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Халыҡ сәйәхәт итергә теләй һәм беҙ уларға был мөмкинлекте тәьмин итергә тейешбеҙ. Артабан да был йүнәлештәге эште дауам итәсәкбеҙ. Сиратта – Минскиға өҫтәмә авиарейс. Белоруссия яғы менән килешеүҙәр төҙөлгән дә инде.

 

Материалдарҙы «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас