+17 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
24 Мая , 12:45

Красноусолда “Атайҙар паркы” үҫә

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә бында тағы 500 үҫенте ултыртылды Былтыр октябрь айында, Красноусолдың яңыртылған Усолка йылғаһы ярында “Атайҙар паркы” барлыҡҡа килеп, “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашыусылар ошо урында ярты мең йәш ҡарағай ултыртҡайны. Ул саҡта йәшелләндереү эшен дауам итергә ҡарар ителгәйне, һәм 22 майҙа парктың икенсе өлөшөндә - йылғаның ҡаршы ярында тағы ла шул уҡ һанда үҫентеләр барлыҡҡа килде. Улар район һәм ауыл хакимиәттәре, шулай уҡ Красноусолдағы ойошма-предприятиелар хеҙмәткәрҙәре ҡулы менән ултыртылды.

Красноусолда “Атайҙар паркы” үҫәКрасноусолда “Атайҙар паркы” үҫә
Красноусолда “Атайҙар паркы” үҫә

Ҡарағай һәм йүкә ағастары ултыртыр алдынан акцияла ҡатнашыусыларға район хакимиәте башлығы Венер Вахитов мөрәжәғәт итеп: “Былтыр ошо урында эш башлағайныҡ, ә бөгөн иҫ киткес урын – яңы йәмәғәт биләмәһе булдырыу буйынса акцияны дауам итәбеҙ. Был төҙөкләндереү элементы ғына түгел, ул беҙҙең дөйөм киләсәгебеҙгә лә өлөш индерә. Был паркка юҡҡа ғына “Атайҙар паркы” тигән исем бирмәнек, сөнки атай - ул балала патриотизм, Ватанға һөйөү тәрбиәләүсе кеше. Һәм мин был парк шундай яҡты тойғоларҙың кәүҙәләнеше булыр тип өмөтләнәм. Бөгөн һәр берегеҙгә бында булыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Тимәк, һеҙ бәләкәй Ватанығыҙҙың яҙмышына битараф түгелһегеҙ, уның экологияһына, төҙөкләндереүенә, шулай уҡ үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә лайыҡлы өлөш индерәһегеҙ. Һөҙөмтәле эш, яҡшы көн һәм матур кәйеф теләйем”, - тине.

Эш дуҫтарса, күңелле, дәррәү барҙы. Хеҙмәт коллективтары менән бергә мәктәп уҡыусыларының да тырышып эшләүҙәре һоҡландырҙы. Район мәҙәниәт һарайы артистары үҙҙәренең йырҙары менән акцияла ҡатнашыусыларға байрам кәйефе тыуҙырҙы. Ә уны тамамлағас, бөтәһен дә тәмле былау көтә ине.

Әйткәндәй, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса йылына ике тапҡыр уҙғарыла һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән “Экологик именлек” милли проектының бурыстарын тормошҡа ашыра. Был хәрәкәткә традицион рәүештә предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмалары ҡушыла, тыуған яҡты төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерә. Был мөһим һәм кәрәкле эш артабан да дауам ителәсәк.

Йәш аллеялар матур итеп үҫеп китһен һәм ағастар йылдар үткәс парктың ысын биҙәгенә әйләнеп, бер нисә быуынды ҡыуандырып шаулап үҫһен.

Красноусолда “Атайҙар паркы” үҫә
Красноусолда “Атайҙар паркы” үҫә
Красноусолда “Атайҙар паркы” үҫә
Красноусолда “Атайҙар паркы” үҫә
Красноусолда “Атайҙар паркы” үҫә
Красноусолда “Атайҙар паркы” үҫә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас