+20 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
25 Мая , 04:00

Эш хаҡын легалләштерҙеләр

Башҡортостанда меңдән ашыу эш биреүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡтарын легалләштерҙе.

Башҡортостанда легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы тороу буйынса ведомство-ара комиссия үҙ эшен дауам итә. Уға республиканың муниципаль берәмектәренең 68 эш төркөмө инә. 2025 йылда 633 ултырыш уҙғарылыу һөҙөмтәһендә 1425 эш биреүсе 4919 хеҙмәткәргә ҡарата эш хаҡтарын легалләштерҙе.
Күләгәләге мәшғүллектән иң ҙур файҙаны эш биреүселәр күрә – һалымдарҙа һәм страховка иғәнәләрендә экономия яһай. Хеҙмәткәрҙәр иһә “һоро” эш хаҡы алыуҙан отпуск йәки больничный аҡсаларын кәмерәк күләмдә алыу кеүек эҙемтәләргә юлыға. Пенсия фондына түләүҙәр ҙә рәсми эш хаҡы нигеҙендә бойомға ашырыла. Хеҙмәткәрҙең буласаҡ пенсияһы тап ошо түләүҙәрҙән тора ла инде.
Эш биреүсенең хеҙмәткәрҙәргә күләгәләге эш хаҡы түләүе асыҡланһа, уны етди эҙемтәләр көтә: түләп еткерелмәгән физик шәхестәрҙең килеменә һалымдарҙы, страховка иғәнәләрен, пеня һәм штрафтарҙы өҫтәп хисаплаясаҡтар. Бынан тыш, 2025 йылдан башлап Роструд сайтында легаль булмаған мәшғүллек факты асыҡланған эш биреүселәрҙең реестры алып барыла. Был реестрға индерелеү дәүләт һатып алыуҙарына, дәүләт ярҙамы сараларына юлды яба һәм тикшереүҙәр өсөн хәүеф категорияһын күтәрә.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәт хоҡуҡтары боҙолған осраҡта Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына, прокуратура органдарына мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Мөрәжәғәтте шулай уҡ Рәсәй ФНС-ының "Обратиться в ФНС России" һәм "Личный кабинет для физических лиц" электрон сервистары ярҙамында ебәрергә була.
Легаль булмаған мәшғүллек факты асыҡланған эш биреүселәр реестры менән сайтта танышырға мөмкин.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас