+20 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
25 Мая , 04:00

Мәскәү сәхнәләрен яулап

Бейеү – иң боронғо сәнғәттәрҙең береһе. Ул ҡайғы-шатлыҡтарҙы, хәл-ваҡиғаларҙы хәрәкәт ярҙамында башҡаларға еткереүҙең бер сараһы, халыҡтың күңел көҙгөһө. Бейеү менән шөғөлләнгән кеше рухи һәм физик яҡтан да үҫешә.

Мәскәү сәхнәләрен яулапМәскәү сәхнәләрен яулап
Мәскәү сәхнәләрен яулап

Районыбыҙҙа был сәнғәттең көндән-көн үҫешә барыуы бик шатлыҡлы. Беҙҙең балалар йөрөгән “Быҙыбыт” өлгөлө хореографик ансамбле лә әленән-әле республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Май байрамдарында сираттағы халыҡ-ара бейеү конкурсы Мәскәү ҡалаһында үтте. Көҙҙән үк ата-әсәләр тырышлығы менән сағыу милли костюмдар тегелеп әҙерләнде. Айҙар буйы арымай-талмай хореографыбыҙ Илшат Хәтим улы Хәбибуллин бейеү хәрәкәттәрен камиллаштырҙы, яңы бейеү ҡуйҙы. Кәрәк хәтлем аҡсалар йыйылды, ҡумталар тултырылды һәм, ниһайәт, “бисмилла”лап юлға сыҡтыҡ.
20 баланан торған төркөмөбөҙ поезд вагонын шау-гөр килтереп бер тәүлектә барып та еттек. Ҙур, матур “Космос” отеленә урынлашып, өс көн дауам иткән конкурс-фестиваль тормошона сумдыҡ. 22 ҡаланан йыйылған төрлө йәштәге балалар төрлө стилдәге бейеүҙәр менән сығыш яһап, сәхнәне дер һелкетте.
Репетиция, сығыштар, йоҡо-аш араһында ВДНХ-ға (халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе) экскурсияға барып, милли кейемдәрҙә бейеп, Мәскәү халҡын һәм ҡунаҡтарын шаҡ ҡатырып ҡайттыҡ. Бөтә кеше һоҡланып тамаша ҡылды, фото-видеоға төштө.
Ниһайәт, сығыштар тамамланып, һөҙөмтәләр яһау мәле лә килеп етте. Зал тулы конкурсанттар тын да алмай бүләкләү тантанаһын күҙәтте. Сағыу костюмдар кейгән балалар дөйөм сығыш яһап төшкәс, командаларҙы айырым-айырым саҡырып, Рәсәй кимәлендә билдәле хореографтар һөҙөмтәләрҙе атаны. Алдан уҙған түңәрәк өҫтәл артында беҙҙең балаларҙың сығыштарына хайран ҡалыуҙары билдәле булһа ла, һөҙөмтәләрҙе көтөүе үтә лә тулҡынландырғыс мәл булды.
1-се һәм 2-се урын лауреаттары (2 бейеү) булыуыбыҙҙы ишетеү – айҙар буйы тир түгеп репетициялар яһау, күпме аҡса түгеү, борсолоуҙар бушҡа булмағанлығына иң ҙур баһа булып яңғыраны. Бөтә арыу-талыуҙар онотолдо, күҙҙәрҙән шатлыҡ йәштәре атылып сыҡты, барыһы ла иркен тын алды. Балалар донъяларын онотоп дискотекала бейене был кис. Көсөргәнештән арынып, башҡа балалар менән аралашып, ысын мәғәнәһендә ял итеп, төн ауышҡанда, ниһайәт, тәрән йоҡоға талдылар.
Иртән тороп ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Мәскәү ни тиклем матур булмаһын, тыуған республикабыҙ күпкә матур һәм күңелгә яҡын. Ҡайтыуыбыҙға бөтә донъя ап-аҡ муйыл һәм алма сәскәләренә күмелгән, шат йөҙлө ата-әсәләр һағынышып ҡаршы алды. Иҫ киткес тулҡынландырғыс тамаша! Шулай итеп ҙур булмаған сәйәхәтебеҙ тамамланды. Һис шикһеҙ һәр беребеҙ шат, ҡәнәғәт ҡалғандыр.
Уңайы сыҡҡанда был ваҡиғаға ҡағылышы булғандарҙың һәммәһенә ата-әсәләр, балалар исеменән рәхмәт әйтеп үткем килә. Өфө вокзалына алып барып һәм ҡайтырға транспорт менән тәьмин иткән район хакимиәте һәм мәғариф бүлегенә; беҙҙе зарығып көтөп, рухи көс биреп, хәл-әхүәлдәр һорашып, финанс яҡтан тәьмин итеүсе ата-әсәләргә, оҙатып барыусы ата-әсәләр - Дамир, Лилиә һәм Дилбәргә (өҫтәренә ҙур яуаплылыҡ алып, ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә) һәм, әлбиттә, алыштырғыһыҙ етәксебеҙ Илшат Хәтим улына ҙур рәхмәт. Бындай кимәлдәге конкурстарға барырға йөрьәт итеп, балаларыбыҙҙы юғары кимәлдә әҙерләп, төрлө ҡаршылыҡтарға бирешмәйсә алып сығып китеүе – ҙур ҡаһарманлыҡ ул. Шундай ҙур талант эйәһе районыбыҙҙың, хатта республикабыҙҙың данын күтәреп йөрөүе - беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Балаларыбыҙ нәҡ уның ҡулы аҫтында үҙ һәләттәрен асыуы, арттырыуы менән беҙ бәхетле. Уға артабан да арымай-талмай яңы үрҙәр яулауын, яңынан-яңы таланттар асыуын, дәрт-дарманы һүнмәүен теләп ҡалабыҙ!
Гөлсинә ХӘЛИМОВА.

Мәскәү сәхнәләрен яулап
Мәскәү сәхнәләрен яулап
Мәскәү сәхнәләрен яулап
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас