

Ә бәхетле бала саҡ йортоноң эсенә керһәң, һине йомшаҡ балаҫтар түшәлгән коридор, зауыҡ менән биҙәлгән стендтар, белешмәләр, йылы, яҡты уйын, йоҡо бүлмәләре, тамаша, спорт залдары, мөләйем йөҙлө хеҙмәткәрҙәр ҡаршы ала. Һәр нәмә бында үҙ эшен еренә еткереп башҡарған, тәрбиәләнеүселәрен яратҡан, ата-әсәләрҙе хөрмәт иткән берҙәм коллектив эшләүе тураһында һөйләй.
"Тирәккәй" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре етәкселәре Галина Юрьевна Сөләймәнова, өлкән тәрбиәсе Гөлнара Айҙар ҡыҙы Мостафина менән берлектә иңгә-иң терәшеп эшләй, йылдың-йылы төрлө кимәлдәге конкурс, бәйгеләрҙә ҡатнаша, призлы урындар яулай, әле махсус хәрби операция барған осорҙа яугирҙарға аҡсалата һәм гуманитар ярҙам ойоштора.
Күптән түгел "Тирәккәй" балалар баҡсаһында бик шәп сара уҙҙы. Мәктәпкәсә белем биреүгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондының Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеү яулаған "Аманат - балаларға!" проекты (етәксеһе - өлкән тәрбиәсе Гөлнара Айҙар ҡыҙы) сиктәрендә башҡорт төркөмө тәрбиәсеһе Альфира Таһир ҡыҙы Баҡыева башҡорт халҡының милли йолаларының береһе булған "Аулаҡ өй" тамашаһын сәхнәләштерҙе.
"Аулаҡ өй"гә саҡырылған ҡунаҡтар: балалар, тәрбиәселәр - барыһы ла матур итеп тегелгән милли кейемдәрҙә, биҙәүестәрҙә ине. Красноусол ауылы ағинәйҙәренең сараға йәлеп ителеүе үҙе бер күркәмлек, йәм өҫтәне. Ҡыҙҙар эргәһенә аулаҡ өйгә ишек туҡылдатып, рөхсәт һорап "егеттәр" ҙә килеп тулды. Улар ҡыҙҙар менән алмашлап ҡара-ҡаршы әйтеште, таҡмаҡтар әйтеп, парлашып бейеп тә алдылар, тирмә уйынын уйнанылар, дөйөм бейеүгә ағинәйҙәрҙе лә төшөрҙөләр. “Аулаҡ өй” күҙҙәрҙе ҡамаштырып, күңелдәрҙе күтәреп, йөрәктәрҙе елкендереп сәғәт буйы гөрләп торҙо.
Ниндәй йола байрамы ҡурайһыҙ, думбыраһыҙ үтһен инде?! Кисәгә саҡырылған район мәҙәниәт йорто артистары Айрат Сәйфуллин ҡурайҙа "Урал" көйөн һыҙҙырһа, Данир Мәсәлимов, думбыраһын сиртеп, һөйләп-өзләп "Урал батыр" эпосынан өҙөк башҡарҙы.Тәрбиәселәр Гөлнара Батыршина, Әнисә Ғөбәйҙуллина, Лилиә Солтанғолова, Әлфиә Шәрипова ябай ғына итеп, бәләкәстәр аңларлыҡ эш-хәрәкәттәрҙә, хикәйәләүҙә, сығыштарҙа "Аулаҡ өй" йолаһының тарихын, үҙенсәлектәрен аңлатты, шулай итеп, был йола күренеше башҡорт халҡының үткәне менән бөгөнгөһөн, ата-бабаларыбыҙҙың тормошо менән яҡты киләсәгебеҙ - балаларыбыҙ араһын бәйләүсе күпергә әйләнде.
Телебеҙгә, йолаларыбыҙға, тарихыбыҙға балалар күңелендә һөйөү тәрбиәләүҙе төп эш алымы итеп алған Альфира Таһир ҡыҙының дөйөм эш стажы 33 йыл булып, был балалар баҡсаһында эшләүенә лә 21 йыл булып киткән. Ул оҫта ҡуллы, егәрле, ышаныслы тормош иптәше Талип Рахманғол улы менән өс балаға ғүмер биргән, уларға юғары белем алырға, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам иткән.
- Коллективыбыҙ берҙәм, татыу, төрлө сараларҙы кәңәшләшеп әҙерләйбеҙ. Тик йәштәр генә аҙыраҡ килә. Ата-әсәләрҙең балалары менән әсә телендә һөйләшмәүе ҙур ауырлыҡ тыуҙыра, - тип Альфира эшендәге уңыштары һәм борсолоуҙары менән уртаҡлашты.
Ағинәйҙәр хөрмәтенә әҙерләнгән сәй табыны артында фекер алышыу, тәрбиә темаһына һөйләшеүҙәр дауам итте.
"Аманат - балаларға!" проекты етәксеһе Гөлнара Айҙар ҡыҙының "был проект Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәни байлығын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, быуындар бәйләнешен нығытыуға, башҡорт теленә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын, белемен үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм, ағинәйҙәр, һеҙҙең ойошма менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, ошо мөһим бурысты бергәләп тормошҡа ашырһаҡ ине", тигән һүҙҙәре күңелдәргә майҙай яғылды. Телем, илем, мәҙәни байлығыбыҙҙы һаҡларға, йәш быуынға ҡалдырырға, тип яныусы милләттәштәребеҙ бар икән, тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәге бар, башҡорт рухы, башҡорт теле мәңге йәшәр.
Рәмзиә Монасипова, мәғариф ветераны.