Аҡкүл урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы, районыбыҙ ғорурлығы булған йәш талант эйәһе һәм "Беренселәр хәрәкәте"ндә әүҙем ҡатнашыусы Денис Кәримов, Мәскәүгә “Беренселәр хәәрәкәте” Фестивале - Халыҡ-ара балалыҡ һәм үҫмерлек фестиваленә юллана. Баш ҡалаға юлды ул һәләте менән генә түгел, ә үҙ тамырҙарының мөһимлеген тәрән аңлауы һәм ихласлығы менән асты. Денис эксперт комиссияһын үҙенең “Мәҙәниәттәр күпере: традициялар гармуны” видеояҙмаһы менән әсир итә. Был ябай видео түгел, ул үҙ тамырҙарыңды иҫтә тотоу, мәҙәни кодты ҡәҙерләп һаҡлау һәм уны быуындан-быуынға тапшырыуҙың мөһимлеге тураһындағы оло тарих. Видеояҙмалағы тап ошо үҙенсәлек һәм хислелек Денисҡа Мәскәүгә юллама “алып килә” лә инде.
Денис Рәсәйҙең баш ҡалаһында 3 көн буласаҡ. Унда уны илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған тиҫтерҙәре менән танышыу – аралашыу һәм файҙалы, әһәмиәтле оҫталыҡ дәрестәре көтә. Һәм был сәйәхәт уның һәләтенең яңы яҡтарын асырға ярҙам итер.
Был сәфәр Денис өсөн оло һәм сағыу юлдың башы булһын. Баш ҡаланан илһамланып, еңеүҙәр һәм яңы идеялар менән ҡайт, Денис!