

Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Башҡортостандың иң ҙур йәмәғәт проекттарының береһенә әүерелде.
– Академия – ул эшлекле ярҙам. Ҡатын-ҡыҙҙар бында медицина, мәғрифәтселек һәм ойоштороу йәһәтенән консультациялар ала. Һәм уның төп ҡиммәте ошонда, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республикалағы барлыҡ ир-егеттәр исеменән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға мөхәббәт, ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Еңел булмаған осорҙа тап һеҙҙең хәстәрлегегеҙ, сыҙамлығығыҙ һәм рух көсөгөҙ ышанысты һаҡларға һәм ил һаҡсыларына булышырға ярҙам итә.
Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә һәм муниципалитеттарҙа йәшәүселәргә ярҙам итеү өсөн мөһим майҙансыҡҡа әүерелде, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
– Бындай осрашыуҙарҙың һәр ҡайһыһы ҙур әһәмиәткә эйә. Академия командаһы республиканың тиҫтәләгән биләмәһен, шул иҫәптән иң алыҫ райондарҙы урап сыҡты. Һәм һәр ҡайҙа ла кешеләр конкрет эштәр һәм файҙалы консультациялар өсөн рәхмәт белдерә, – тине Радий Хәбиров.
Сараны асыу тантанаһында төбәк етәксеһе Академия эшендә әүҙем ҡатнашҡан йырсы һәм йәмәғәт эшмәкәре Анита Цойҙы бүләкләне – ул «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Ҡунаҡтарға сәләмләү һүҙе менән Каринэ Хәбирова ла мөрәжәғәт итте. Уның билдәләүенсә, ошо йылдарҙа кешеләр белем, ярҙам һәм алға барыу мөмкинлегенә эйә булған, ҙур ихтыяж менән файҙаланылған берләшмә барлыҡҡа килде.
– Быйыл Академиябыҙҙың темаһы итеп сәнғәтте һайланыҡ. Был йөрәктәргә һүҙһеҙ ҡушылырға ярҙам иткән иҫ киткес көс. Яратыу, йәшәү, әсәй, табип, педагог булыу сәнғәте. Ә һәр беребеҙ өсөн иң ҡатмарлыһы – бер-беребеҙҙең эргәһендә булыу, хөрмәт итеү һәм ярҙам итеү сәнғәте. Бында ижад итергә һәм донъяны яҡшыртырға теләгән кешеләр йыйылды, – тине «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе.
Форумда шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың әсәһе Гүзәлиә Хисаметдинова сығыш яһаны.
– «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» һәр кем иғтибар һәм ярҙам тапҡан көс урынына әйләнде. Яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләрен хәстәрләүегеҙ, иғтибарығыҙ һәм йылы мөнәсәбәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Еңеү хаҡына йәшәүебеҙҙе һәм эшләүебеҙҙе дауам итәбеҙ, – тине Гүзәлиә Хисаметдинова.
***
Сараны асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы абруйлы ҡунаҡтар менән бергә «Ар-деко: интерьер һәм стиль» күргәҙмәһен ҡараны, шулай уҡ Академияның тематик майҙансыҡтарында булды.
Иң популяр локацияларҙың береһе – «Һаулыҡ биләмәһе». Бында балалар һәм өлкәндәр өсөн бушлай консультациялар ойошторолдо. Сараға килеүселәрҙе стоматологтар, кардиологтар, диетологтар, психологтар, офтальмологтар, ортопедтар, педиатрҙар һәм башҡа профилле белгестәр ҡабул итте.
Төбәк етәксеһе «Геройҙар ваҡыты» тематик түңәрәк өҫтәле эшендә лә ҡатнашты. Майҙансыҡ «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фондының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләрен һәм ҡатындарын берләштерҙе.
Башҡортостан Башлығы ҡатын-ҡыҙҙарға сыҙамлыҡтары, хәрбиҙәргә ярҙам итеүҙәре һәм Ватанды һаҡлаусылар тураһында хәтерҙе һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Кисә «Патриот» паркында рухи-ағартыу үҙәге төҙөй башланыҡ. Был Ватанды яҡлап һәләк булғандарға хөрмәт билдәһе, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ бергәләп дөйөм Еңеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Һеҙгә һөҙөмтәле эш теләйем.