+17 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Мая , 05:20

Башҡортостан тормоштоң бөтә өлкәләренә яһалма зиһенде әүҙемерәк индерә башлай

Республикала иҡтисадҡа, дәүләт идаралығына һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереүҙе көйләүсе махсус Совет ойошторолдо.

Башҡортостан тормоштоң бөтә өлкәләренә яһалма зиһенде әүҙемерәк индерә башлайБашҡортостан тормоштоң бөтә өлкәләренә яһалма зиһенде әүҙемерәк индерә башлай
Башҡортостан тормоштоң бөтә өлкәләренә яһалма зиһенде әүҙемерәк индерә башлай

Башҡортостан Рәсәйҙең иҡтисадтан алып дәүләт идаралығына тиклем бөтә өлкәләргә яһалма зиһен индерә башлаған тәүге төбәктәренең береһе булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара кампусының Геном үҙәгендә уҙған яһалма зиһенде индереү буйынса стратегик сессияла ошо турала белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, тап дәүләт кешеләрҙең тормошона яңы технологияларҙы индереүҙә ярҙам иткән этәргес көс булырға тейеш.
– Яһалма зиһен киләсәк техноло­гияһы булыуҙан туҡтай. Төбәктәр конкуренцияға һәләтле булһын өсөн был бөгөн бик кәрәкле инструмент. Йә был өлкәне үҙләштерәбеҙ һәм уңышҡа өлгәшәбеҙ, йә ныҡ артта ҡалабыҙ, – тип билдәләне Хәбиров.
Нимә ул яһалма зиһен һәм беҙ уны ҡайҙа ҡулланабыҙ?
Күптәр әлегә тиклем аңлап та етмәй: яһалма зиһен нимә ул? Роботмы? Компьютермы? Программамы?
Яһалма зиһен – ул машиналарҙың кеше интеллекты талап иткән бурыстарҙы үтәү һәләте. Мәҫәлән, образдарҙы таныу, телде аңлау, ҡарарҙар ҡабул итеү, мәғлүмәттәрҙе анализлау.
Ысынында иһә, беҙ күптән инде яһалма зиһен менән файҙаланабыҙ. Миҫал өсөн, иртәгә һауа торошо ниндәй булыр? Телефондағы ҡушымта беҙгә ентекле отчет бирә: һауа температураһы, яуым-төшөмдөң күпме булыры, елдең ҡайһы тарафтан һәм ниндәй тиҙлектә иҫеүе. Дәүләт хеҙмәттәрендә аралашҡан Робот Макс йәки Алиса колонкаһы – улар ҙа яһалма зиһен өлгөләре. Фитнес-беләҙектәр йоҡоно, пульсты, физик әүҙемлекте күҙәтә, велосипедта йөрөүебеҙҙе йәки йәйәү атлауыбыҙҙы хатаһыҙ асыҡлай. Юлдарҙағы тығындар тураһында мәғлүмәтте лә яһалма зиһен анализлай.
Яһалма зиһен бик етди мәсьәләләрҙе хәл иткән миҫалдар ҙа етерлек. Мәҫәлән, медицинала. Яһалма зиһен һүрәттәрҙе анализлай белә һәм кеше күҙе күрмәгән үҙгәрештәрҙе лә күрә. Технология бер нисек тә табипты алмаштыра алмай, ул уға дөрөҫ һығымталар яһарға һәм кешене һөҙөмтәлерәк дауаларға ярҙам ғына итә. Сәнәғәттә яһалма зиһен машиналарҙың эшендә бәләкәй генә тайпылыштарҙы ла асыҡлай; нефтселәр нефть сығарыуҙы күҙаллау өсөн яңы технологиялар ҡуллана; урмандарҙа «Урман һаҡсыһы» системаһы эшләй, ул автоматик рәүештә төтөндө һиҙә һәм урман янғыны тураһында оператив сигнал бирә. Республиканың Стәрлетамаҡ районында эшләгән Рәсәйҙең иң ҙур һөт комплекстарының береһе мал аҙығын контролдә тотоуҙа яһалма зиһендең заманса технологияларын ҡуллана. Яһалма зиһен балаларҙы уҡытыуҙа ла ярҙам итә: уҡыусыларҙың өлгәшен анализлай, уҡытыуҙы аныҡ балаға яраҡлаштыра, әгәр ул бер ни ҙә эшләй алмаһа, кәрәкле тема буйынса өҫтәмә күнегеүҙәр тәҡдим итә.
Яһалма зиһен – бик яҡшы ярҙамсы. Ул белгестәргә ваҡытты экономияларға, эш сифатын күтәрергә, шулай уҡ бюрократиянан һәм ваҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотолорға мөмкинлек бирә.
Яһалма зиһен буйынса Совет ни өсөн кәрәк?
Башҡортостанда яһалма зиһен технологияларын тағы ла әүҙемерәк индерергә, уның мөмкинлектәре тураһында йышыраҡ һөйләргә ниәтләйҙәр.
– Кешеләр яңы технологияларҙан ҡурҡмаҫҡа, ә уларҙың асылын һәм, иң мөһиме, ҡулланыуҙың уңайлылығын аңларға тейеш, – ти төбәк Башлығы Радий Хәбиров. – Кешеләр яһалма зиһен тураһында Голливудтың «Терминатор» фильмы кеүек уйлай. Әлегә тиклем «Яһалма зиһен яуызлыҡмы әллә юҡмы?» тигән бәхәстәр бара. Мин был темаға бөтөнләй иғтибар итмәҫкә, ә уның ни өсөн кәрәклегенә баҫым яһарға тәҡдим итәм.
Технологияны индереүҙе тәрәнәйтеү өсөн Радий Хәбиров Һанлы үҫеш буйынса ведомство-ара совет ойошторҙо. Был эште координациялау өсөн Башҡортостан Хөкүмәтендә премьер-министр урынба­ҫары вазифаһы индерелде – уны федераль кимәлдәге тәжрибәле эксперт булараҡ тәҡдим ителгән Олег Ли биләне. Быға тиклем ул Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Яһалма зиһенде үҫтереү милли үҙәге етәксеһе кәңәшсеһе вазифаһын башҡарған.
– Беҙ һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫлек эш планы төҙөргә тейешбеҙ. Фәнни, бизнес һәм эксперт берләшмәләрен йәлеп итеп эшләйәсәкбеҙ, – тине Олег Ли.
Шәхси өлгө
Яһалма зиһенде индереүҙе власть үҙенән башлай: идара итеүҙә яһалма зиһенде әүҙемерәк ҡулланасаҡ, етәксе органдарҙағы эш процестарын автомат­лаштырыуҙы тиҙләтәсәк. Башлыҡ министр­лыҡтарға һәм ведомстволарға яһалма зиһен индереүҙең аныҡ йүнәлештәрен билдәләргә һәм һанлы трансформация программаларын тәҡдим итергә ҡушты.
– Теге йәки был өлкәләге уңыштар ғына етмәй. Бөтөн инфраструктура, экосистема, анығыраҡ әйткәндә, IT-компаниялар һәм яһалма зиһен ҡарарҙарын эшләүселәр өсөн баҙар булдырырға кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Тағы бер бурыс – йәмғиәттең яһалма зиһенгә ышанысын формалаштырыу һәм уның ғәмәли файҙаһын аңлатыу. Бының өсөн күләмле мәғлүмәти-аңлатыу кампа­нияһы үткәрергә планлаштырабыҙ. Мәктәп­тәргә, педагогтар әҙерләүгә, һанлы технологияларға бәйле өҫтәмә белем биреү программаларын киңәйтеүгә иғтибар бүләбеҙ.

ЦИТАТА
Радий Хәбиров, Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы Башлығы:
– Беҙ дәүләттәр менән түгел, ә башҡа төбәктәр менән ярышабыҙ. Әгәр хәҙер һанлы трансформацияға инмәһәк, күпкә артта ҡаласаҡбыҙ.

Материалды «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас