+17 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Мая , 05:25

Республика конкурсына йомғаҡ яһалды

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы төбәктә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 2019 йылдан үткәрелә. Уның төп маҡсаты айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, халыҡты ижтимағи эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, изгелекле эштәргә дәртләндереү.

Республика конкурсына йомғаҡ яһалдыРеспублика конкурсына йомғаҡ яһалды
Республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Был конкурс ярҙамында республикала социаль әһәмиәтле мәсьәләләр хәл ителә. Эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙән тыш, конкурс төҙөкләндереү мәсьәләләрен дә хәл итеүгә йүнәлтелгән.
15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Иглин районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!" исеме аҫтында күсмә сара үткәрҙе. Ул РФ-ла халыҡтар берҙәмлеге, ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына, шулай уҡ БР-ҙа Башҡорт ғаиләһе йылына арналды. VII “Айыҡ ауыл - 2025” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала Архангел, Ауырғазы, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө райондары һәм Өфө ҡалаһы, шул иҫәптән беҙҙең Ғафури районы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Йыйындың төп өлөшөндә тематик күргәҙмәләр, мәшғүллек үҙәктәренең консультация зоналары, тематик секция ултырыштары уҙҙы.
“Һаулыҡ хаҡына: сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу тәжрибәһенә бәйле төбәк-ара хеҙмәттәшлек” секцияһы эшендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Небогатова, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак, Яҡутстан (Саха) Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Айыҡлыҡ биләмәһе” методик ресурс үҙәге етәксеһе Елена Колесникова ҡатнашты (онлайн).
Эльвира Айытҡолова “Айыҡ ауыл” конкурсында ведомство-ара партнёрлыҡ, социаль маҡсаттарға өлгәшеү ҡоралдары хаҡында һөйләне. Рөстәм Ишмөхәмәтов алкоголь продукцияһы әйләнешен көйләүҙә төбәк ҡануниәтен үҫтереү перспективалары һәм “Айыҡ ауыл” республика конкурсының әһәмиәте тураһында бәйән итте.
Сараның Иглин ауылы мәҙәниәт һарайында үткән пленар өлөшөндә “Айыҡ ауыл - 2025” республика конкурсында ҡатнашыусы алда һанап үтелгән райондар һәм әүҙемселәр тәбрикләнде. Улар араһында районыбыҙҙың Түбәнге Ташбүкән ауылы ла бар ине. Ауыл конкурстың муниципаль һәм республика этабында халыҡтың сәләмәтлеген, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, мәҙәниәтте үҫтереү, тормошто, йәшәйеште яҡшыртыу, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалауҙы һәм уға халыҡты ылыҡтырыуҙы, үҫеп килгән йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү һәм уларҙы насар ғәҙәттәрҙән ҡурсалау йүнәлешендәге маҡсатлы саралар алып барҙы. Уларҙың эше социаль селтәрҙәрҙә лә, гәзит биттәрендә лә яҡтыртыла барҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән республика конкурсының приз фонды 50 млн һумға тиклем арттырылып, 6 млн һум күләмендәге иң ҙур приз “Ҙур терәк пункттар” номинацияһындағы еңеүсегә бирелә. Ҡалған номинацияларҙа еңеүселәр менән бер рәттән, конкурстың республика этабында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла (еңеүселәрҙән тыш) 200 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк бирелә. Беҙҙең райондан конкурста икенсе йыл рәттән ҡатнашырға теләк белдергән һәм республика этабы финалсыһы булған Түбәнге Ташбүкән ауылы ла 200 мең һум күләмендәге аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Бүләк-сертификат Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотовҡа тапшырылды.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас