

Ошо йәһәттән районыбыҙҙа ял итеүселәр һәм сәйәхәтселәр өсөн бер нисә турбаза эшләп килә. Шуларҙың береһе – Аҡкүл ауыл биләмәһенең Софьино ауылындағы “Белое Озеро” (хәҙер исемен “Мәрйен” – “Жемчужинка” тип үҙгәртәләр) ял базаһы. Аҡкүл күле ярында саф һауалы, тыныс, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был база тормош ығы-зығыһынан ял итеү өсөн бик тә яҡшы, уңайлы урын. Бында ғаилә, коллектив менән дә, яңғыҙ ҙа килеп ялдарҙы үткәрергә мөмкин.
Ял базаһын 2017 йылда тамырҙары менән Оло Үтәш ауылынан (әсәһе Нәүфилә Зыя ҡыҙы Ғилванова ошо ауылдан) булған эшҡыуар Илдар Ғилванов ойошторған. Софьино ауылында ер участкаһы алып, ял итеү өсөн ике йорт төҙөп, ошонда уҡ йәшәп, үҙ эшмәкәрлеген башлаған һәм ҙур пландар менән йәшәгән Илдар Мәхмүт улы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2021 йылда коронавирустан мәрхүм булып ҡала. Әсәһе Нәүфилә Зыя ҡыҙы улының хәләл көсө менән башлаған эше һүнеп ҡалырына бик ҡайғыра. Әммә ағаһы Рияз Мәхмүт улы быға юл ҡуймай һәм уның эшен дауам итеп, эшкә тотона. Шәхси эшҡыуар биш йыл инде эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Турбазалағы ял өйҙәре һанын алтауға еткереп, биләмәһен төҙөкләндергән.
Былтыр бизнес менән мәшғүл булған эшҡыуар туризмды, үҙ эшмәкәрлеген үҫтереү маҡсатындағы проект менән дәүләт программаһына мөрәжәғәт итеп, 1,5 миллион һумлыҡ грант отоуға өлгәшә. Дәүләт ярҙамы кемпинг ойоштороу өсөн кәмәләр, тюбингтар, сапбордтар, катамарандар, шулай уҡ ҡотҡарғыс жилеттар һатып алыуға тотонолған. Әлеге мәлдә ял базаһында 6 йорт (5-8 урынлыҡ) урынлашҡан. Ул ситтән килгән туристарҙы ғына түгел, яҡын-тирә ауылдар халҡын да йәлеп итә. Ял базаһы миҙгелле – йәйҙән көҙгәсә (июнь айынан октябргәсә) эшләй. Бындағы эстән дә, тышҡы яҡтан да заманса ике ҡатлы өйҙәрҙең өҫкө ҡатында йоҡо, тәүгеһендә мини-кухня, йыуыныу бүлмәләре, душ бар. Улар көнкүреш техникаһы, аш-һыу кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған. Кемпинг ғаилә байрамдарын, корпоративтар ойоштороу, осрашыуҙар уҙғарыу, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн ҡулай. Бында банкет залы (35-50 кеше һыйҙырышлы) ла бар, һәр өй алдында мангал зонаһы, ихатала мунса-мискә лә (бочка) урынлаштырылған. Ғөмүмән, тәбиғәттә ял итеү өсөн башҡа күп нәмәләр бар.
Рияз Мәхмүт улының алдағы планы – базаны тағы ла киңәйтеп, йорттар – кемпинг - төҙөү. Ер участкаһы бүлеп алынып, ул рәсмиләштерелгән. Рияз Ғилванов район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, был перспективалы инвестиция проектын тәҡдим иткән һәм уның башланғысы хуплау тапҡан. Хәҙер эшҡыуар БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына кемпинг төҙөү буйынса субсидиялар конкурсына заявка бирергә әҙерләнә. Кемпингтың барлыҡҡа килеүе ял итеүселәр өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ: Софьино ауылының туристик инфраструктураһын киңәйтергә, ҡунаҡтарға әүҙем ялдарын төрләндерергә ярҙам итәсәк, урындағы кешеләр өсөн өҫтәлмә эш урындары булдырыуҙы күҙ уңында тота һәм дөйөм алғанда, сәйәхәтселәрҙе районға ылыҡтырыуға ҙур этәргес буласаҡ. Эшҡыуар шулай уҡ күл буйын тәртипкә килтерергә һәм пляж, һыуға төшөргә уңайлы һуҡмаҡ эшләргә йыйына. Ә ялдарын асыҡ һауала үткәрергә теләүселәргә биләмәнән аҫтараҡ, күлгә яҡыныраҡ урында палаткалар ҡаласығы булдырып, һыуҙа йөҙөү ҡорамалдарын, кәрәк-яраҡтарын прокатҡа биреү пункты булдырыу – Ғилвановтың киләсәккә пландары. Әле иһә биләмәне төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү һәм тәүге ял итергә теләүсе ҡунаҡтарҙы июндә ҡабул итергә әҙерлек дауам итә. Биләмәне талпан һәм серәкәйҙән эшкәртеү үткәрәләр.
Был төбәктә турбазаның булыуы был эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән эшҡыуарға ғына түгел, ә урындағы халыҡҡа ла файҙалы - базаға яҡын урынлашҡан ауыл кешеләре ял базаһында үҙҙәренә эш урындары таба. Миҙгелле эшкә өс кешене ҡабул иткәндәр. Игорь Матвеев – эшҡыуарҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары булһа, администраторы - Ынйы Әнис ҡыҙы (Өфөнән), ә уның ярҙамсыһы прокат буйынса менеджер Флүрә Хәйҙәр ҡыҙы Сурағолова Аҡкүл ауылынан йөрөп эшләй.
Рияз Ғилванов хәйриәлек менән дә шөғөлләнә. Табындағы балалар приютын ярҙамынан ташламай. Аҡкүл ауыл биләмәһе менән хеҙмәттәшлек итә, биләмәлә һәм районда уҙғарылған төрлө сараларға үҙ өлөшөн индерә. Ғилвановтар нәҫеле Оло Үтәш ауылында бынан 25 йыл элек мәсет төҙөткәндәр, “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ауыл юлын тәртипкә килтереүҙә, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған мемориаль таҡтаташ эшләүҙә ярҙам ҡулы һуҙғандар. Ауылда йыл һайын ауылдаштарын йыйып, Ураҙа, Ҡорбан байрамдары үткәрелгән.
Илдар туғанының башлаған эшен һүндермәй, дауам итеп, бизнес кеүек ҙур эшкә тотонған Ғилвановтың ғаиләһе тураһында ла ҡыҙыҡһыныусылар булыр. Рияз Мәхмүт улының ҡыҙы - Өфө ҡалаһында балалар баҡсалары селтәре директоры: алты шәхси балалар баҡсаһы һәм мәктәп асып эшләүсе Алина Рияз ҡыҙы - ҙур ярҙамсыһы. 86 йәшлек әсәһе Нәүфилә Зыя ҡыҙы, ҡатыны – Галина Юрьевна педагог-психолог, балалар баҡсаһы мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, улы Артур Өфө дәүләт нефть техник университетының гостиница эше факультетын тамамлай. Ике ейәнсәр һәм бер ейәнгә олатай.
Районыбыҙҙың Рияз Ғилванов кеүек алға ҡарап эш иткән булдыҡлы эшҡыуарҙарының туризмды үҫтереү йүнәлешендә тағы ла әүҙемерәк эшләүен, ял итеүселәрҙе һәм сәйәхәтселәрҙе күберәк ылыҡтырыуҙа уңыштар, уй-пландарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.