

Арғымаҡтар сабышын барыһы ла ҙур кинәнес менән тамаша ҡылды. Бәйгелә районыбыҙҙың “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы, “Урманстрой” ЯСЙ-е, “Аҫылбәков” КФХ, “Ибәтуллин”, “Нәзиров”, “Шаһиев” шәхси ярҙамсы хужалығы, Имәндәш, Сәйетбаба һәм башҡа ауыл биләмәләренән, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән райондарынан өс тиҫтәгә яҡын юртаҡ ҡатнашты. Улар бөтәһе дүрт этапта ярыштылар.
Һәр этапта ла, аттарға старт бирелеү менән улар уҡтай алға ынтылды. Таҙа тоҡомло аттар ярышында Денис Федоров финиш һыҙығын беренсе булып үтһә, Марсель Аксанов икенсе, Эдуард Түзбәков өсөнсө булып килде. Ике йәшлек аттар ярышында Марат Садрисламов беренселекте бер кемгә лә бирмәһә, Рифат Казаккулов икенсе, Арина Әмирова өсөнсө урынды алды. Ситтән килгән Ҡунаҡ аттарында Алмир Бикметов (Дәүләкән) беренселекте яулаһа, М.Гаврилов (Стәрлетамаҡ) – икенсе, Илһам Әлмөхәмәтов (Архангел) өсөнсө урынды алды. Ғафури аттары айырым ярышып, унда Денис Федоров үҙенең “Йәшен”ендә күҙ асып осҡансы алға сығып, беренсе булып финиш һыҙығын үтте, Радик Федоров үҙенең “Викинг”һы менән - икенсе, Эдуард Кәримов “Тарзан”ында өсөнсө булып килде.
Тамаша ҡылыусылар аттарға ғына түгел, сабышҡа сығырға йөрьәт итеп, уларға идара итеүсе ир-егеттәргә, шул уҡ ваҡытта уҙышта ҡатнашҡан ҡыҙҙарға ла һоҡланып ҡараны. Әлбиттә, һәр кем атта елдәй елә алмай, һыбай йөрөргә лә оҫталыҡ, таһыллыҡ, ҡыйыулыҡ кәрәк. Уларға “афарин” тиергә генә ҡала.
Бәйгенең баш судьяһы – район ҡоролтайы рәйесе, ветстанция начальнигы Фаил Зәйнетдинов үҙенең хеҙмәткәрҙәре һәм судьялар Михаил Икшеғолов, Владимир Трофимов, Әҙғәм Рәхмәтуллин, Иршат Кәримов, Руслан Сиражетдинов, Рәзил Назиров, Шамил Мәҡсүтов, Салауат Мәҡсүтов менән ат сабышы майҙансығын һәм аттарҙы ҡарап етди әҙерләгәндәр. Һуңынан Фаил Һәҙиәт улы район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Илдар Иҙрисов менән ат сабышында еңеүселәргә һәм бәйгелә ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар тапшырҙы. Район Советы депутаты Әхмәт Аҫылбәковтың бағыусылыҡ ярҙамы менән алынған бүләктәр ат йәнле Фәнис Фәхретдинов, Ғайса Күскилдин, Нурия Асылбаеваға тапшырылды.
Быйылғы ат ярышы бик сәмле барҙы. Дөйөм алғанда, Архангел районы аты хужаһының өҫтөнә ҡолауын иҫәпкә алмағанда, башҡа аяныслы хәлдәр булманы. Ике йәшлек аттар ярышында хужаһы уңайлы ғына осоп ҡалды, аты йән-фарманға осоп, өсөнсө урынға сыҡҡайны, тик финиш һыҙығы яғына бармай, башҡа яҡҡа боролдо. Бәйге комментаторы Ринат Шаймарҙанов ат сабышын ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы.