+16 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
1 Июня , 04:00

“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы

15 апрелдә район мәҙәниәт һарайында Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, халыҡ сәсәниәһе, “Ал да нур сәс халҡыңа” һәм “Башҡорт википедияһы” миҙалдарына лайыҡ булыусы Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә ойошторған “Ҡышҡы йәйғор – 2026” исемле балалар ижады бәйгеһенең йомғаҡлау һәм китаптың исем туйы үтте.

“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы
“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы

Балаларҙың ижади һәләтен асыу һәм үҫтереү, илһөйәрлек, туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен үҫтереү, балаларҙың сәхнә оҫталығын, туған телдә фекерләү кимәлен арттырыу маҡсатында районыбыҙҙың Сәсәндәр мәктәбе тарафынан мәктәп уҡыусылары араһында ижад бәйгеһе үткәрелеп килә. Һигеҙенсе йыл уҙғарылған ижад байрамында йәйғорҙоң ете төҫө кеүек ете номинацияла Ғафури һәм Ишембай районы уҡыусылары, Стәрлетамаҡ башҡорт лицейынан, Өфөнөң Шамонино ауылынан, Салауат ҡалаһынан да студенттар ҡатнашып, үҙ һәләттәрен һынап ҡараған. Бәйгегә 138 эш ҡабул ителеп, районыбыҙ уҡыусыларынан – 122, ишембайҙарҙан 16 ижади эш ҡаралған. Быйылғы бәйгенең үҙенсәлеге - мәктәпкәсә йәштәге балалар "Урал батыр" эпосынан өҙөктәр, сәсәндәр ижадынан шиғырҙарҙы яттан һөйләп ҡатнашҡан. Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Яңғыҙҡайын, Красноусолдағы 2-се һанлы мәктәп уҡыусыларынан иң күп эш тәҡдим ителгән. Уҡытыусылар Светлана Фәрхшатова, Айгөл Ғәлләмова, Айгөл Ғәлимова, Юлиә Кәримова балаларҙы был конкурсҡа әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәткән. Жюри ағзалары Фәүзиә Ҡотлогилдина (етәксе), Гөлшат Вәлиева, Рима Рафиҡова, Рәмзиә Монасипова, Альбина Басирова, Фәниә Фәйзуллина, Рима Ишмырҙина конкурсҡа килгән эштәрҙе тикшереп, баһалаған.
“Ҡышҡы йәйғор” китабында балаларҙың ижади эштәре баҫылып сығыуы ла ҙур шатлыҡ, сөнки ул уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең, сәсәниәләрҙең дә ҙур хеҙмәт емеше. Китап “Табын” фонды директоры Рима Ишмырҙинаның бағыусылыҡ ярҙамы менән донъя күргән.
Был матур кисәне алып барыусылар - үҙәк район китапханасыһы Вәсилә Әбделмәнова менән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Рәүилә Йәнтүрина тәбрикләү һүҙҙәре менән сараны асҡас, тәүге һүҙҙе “Ҡышҡы йәйғор”ҙо ойоштороусы Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикәгә бирҙе.
- Башҡорт телен үҫтереү, балаларҙы ижади һәләткә тартыу маҡсатында уҙғарылған быйылғы “Ҡышҡы йәйғор” ҙа районыбыҙ күгендә инде һигеҙенсе йыл матур төҫтәрен ҡалдырып уҙып бара. Былтыр уҙғарған “Ҡышҡы йәйғор”ҙоң 2025 йылғы еңеүселәренең ижади эштәре китап итеп баҫтырылып, бөгөнгө сарабыҙҙа үҙенең исем туйын туйлай. Ошо китапты баҫтырыуҙа ярҙам итеп, балаларҙы шатландырған Рима Камил ҡыҙына ҙур рәхмәт. Ижад бәйгеһенә ебәрелгән эштәрҙең береһенән-береһе матур булыуы ҡыуандыра. Жюриға улар араһынан урын билдәләүе лә ҡыйыныраҡ булды. Әммә улар был эште йырып сыҡтылар. Балаларҙың һәр береһенең эше хаҡында ла маҡтау һүҙҙәре әйтеп була. Ошондай балалар арттан этәреп килгәндә, беҙҙең башҡорт теле лә үҫәсәк, йәшәйәсәк. Бәйгелә ҡатнашыусы уҡыусыларға, уларҙың етәкселәренә, башҡорт теле һәм башланғыс класс уҡытыусыларына, әсәйҙәренә, өләсәйҙәренә, йомғаҡлау сараһын үткәрер өсөн ярҙам итеүселәргә, район башҡорттары ҡоролтайына, жюри ағзаларына сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм, - тине Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы.
Район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Айрат улы ла ижадты үҙ итеүсе уҡыусыларға изге теләктәрен еткереп, тос фекерҙәре менән бүлеште.
Хөрмәтле ҡунаҡ, РФ һәм БР яҙыусылар союзы ағзаһы, милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Хаят-Рәйлә Сабитова сығыш яһап: “Һеҙгә шундай ауырлыҡтар теләйем – еңергә һәм көслө булырға, бейегерәк тауҙар теләйем - шундай бейеклектәргә артылыр өсөн һәм, әлбиттә, ҡасан, ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, булһағыҙ ҙа, ниндәй юлдар һайлаһағыҙ ҙа, һеҙ онотмағыҙ, әле алҡышлап ултырған ошо бәләкәй генә ҡулдарығыҙҙа - халҡыбыҙҙың киләсәге, - тине.
Сарала төркөм-төркөм балалар, номинацияларҙа еңеүселәр район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов, “Табын" гәзите редакцияһының баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева, яҙыусы, милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Рәйлә Сабитова, сәсәниәләр, уҡытыусы-ветерандар Рәмзиә Монасипова, Фәниә Фәйзуллина, Ж.Кейекбаев музейы һәм Табын фонды директоры, Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Рима Ишмырҙина ҡулынан бүләктәр һәм дипломдар алып ҡыуанды.
“Таныштырыу” но-минацияһында - башланғыс кластар араһында 1-се урын - Эвелина Шәмсетдиноваға, 2-се урын - Юлиә Рәхмәтуллинаға (КБГИ), Рамазан Саҙриевҡа (КБГИ), өлкән кластарҙан - 1-се урын - Динара Камаловаға (Яңғыҙҡайын), 2-се урын - Алтынай Урманшинаға (2-се мәктәп), 3-сө урын - Алмаз Фәйзуллинға (Яңғыҙҡайын), “Таҡмаҡтар” номинацияһында өлкән кластар араһында 1-се урын - Арина Ишмырҙинаға (2-се мәктәп) бирелде. “Әкиәттәр” номинацияһында башланғыс кластар араһында 1-се урынды - Эмиль Заһиҙуллин (КБГИ), 2-се урынды - Марат Сәйғафаров, Рамазан Әбйәлилов, 3-сө урынды - Виолетта Кравчук, Ралина Мофаззалова, Тәлғәт Ғәзизов, өлкән кластар араһында 1-се урынды - Розалия Шәйәхмәтова, 2-се урынды Әлсинә Нәзирова (2-се мәктәп) алды. “Йәш хәбәрсе” номинацияһында тележурналист төрө буйынса башланғыс кластар араһында 1-се урынға - Самира Йәрмиева, Ралина Әбделмәнова, өлкән кластарҙан 1-се урынға - Линар Йәрмиев, 2 урынға - Динә Яхина, Илмира Ғәлиәхмәтова, Данис Ишкин (барыһы ла гимназиянан), мәҡәләләр буйынса башланғыс кластарҙан 1-се урынға Рамазан Ишмырҙин, өлкән кластарҙан 1-се урынға - Зарина Вәлиева, 2-се урынға Яҙгөл Шәйхолова (Сәйетбаба), Рүзил Иманғолов (КБГИ), иншалар буйынса башланғыс кластарҙан 1-се урынға - Илзирә Насирова (2-се мәктәп), өлкән кластарҙан Айҙар Иҙрисов (“Йәншишмә”), 2-се урынға - Аслан Монасин (Яугилде), Сабина Юлдашбаева (КБГИ), өлкән кластарҙан Айһылыу Кәлимуллина (КБГИ) лайыҡ булды. “Ҡобайыр, шиғыр, мөнәжәт, нәсихәт” номинацияһында шиғыр буйынса башланғыс кластар араһында 1-се урын - Илүзә Зәйнетдиноваға, өлкән кластарҙан Наҙгөл Зәйнетдиноваға (КБГИ), башланғыс кластарҙан 2-се урын - Динара Вәлиеваға (Ташлы), Айрат Ғәзизовҡа (3-сө мәктәп), өлкән кластарҙан Асҡар Ниғәмәтйәновҡа (2-се мәктәп), Эмилия Шәмсетдиноваға (КБГИ), 3-сө урын башланғыс кластарҙан Илдана Исламғоловаға (2-се мәктәп), Алмаз Татлыбаевҡа (3-сө мәктәп), өлкән кластарҙан Гөлнәзирә Шафиева, Азалия Аҙнағолова (КБГИ), Лилиә Әмерхановаға, ҡобайыр буйынса 1-се урын Эмилия Фәйзуллинаға (КБГИ), 2-се урын Артур Абдуллинға, мөнәжәт төрөндә 1-се урын Гөлнәзирә Кәримоваға (Юлыҡ), нәсихәттәрҙә Розалия Ишмырҙинаға (Сәйетбаба) бирелде. “Эпостарҙан өҙөк һөйләү” номинацияһында мәктәпкәсә балалар араһында 1-се урынды - Азалия Кәримова (Ҡауарҙы), Зәлиә Шәңгәрәева (Шамонино), башланғыс кластарҙан Әмилә Ғафарова (КБГИ), өлкән кластарҙан Данир Камалов (Сәйетбаба), 2 урынды - Сабина Хисамова, Сөмбөл Шафиева, Руслан Вахитов (КБГИ), Гөлшат Вәлиева (Яңғыҙҡайын), 3-сө урынды - Алина Ғәлиева, Сафина Фәхретдинова, Радмила Камалова (КБГИ), Арина Зайцева (Табын) алды. “Сәсәндәр ижадын яттан һөйләү”ҙә мәктәпкәсә йәштәгеләрҙән 1-се урын - Назар Чебурашкинға (“Йәншишмә”), башланғыс кластарҙан Әмир Йәрмиевҡа (КБГИ), Морат Рәхимовҡа (1-се мәктәп), өлкән кластарҙан Алтынай Вәлишина (КБГИ), Айнур Богдановҡа (Табын), 2-се урын - Юлианна Ермолаеваға, Сафия Аптыҡаеваға (КБГИ), Айназ Ғәҙелшин (Табын коррекция мәктәбе), Ҡәҙриә Буранғолова, Асия Мөхәмәтҡолова, Дарина, Карина Мөхәмәтйәрова (Бурлы), 3-сө урын - Тимур Суфиянов, Валерия Локоленко, Нәргизә Шәмсетдиноваға (КБГИ), Ильмира Сәфиуллина, Айгиз Ишмөхәмәтов, Рушана Хәйретдиноваға (Бурлы) бирелде. Студент йәштәр номинацияһында ҡобайыр буйынса 1-се урынға - Линара Иҙрисова, шиғыр буйынса Эльвина Йәрмөхәмәтова, сәсәндәр ижадын яттан һөйләүҙә Арыҫлан Дәүләтҡолов лайыҡ булды. Шулай уҡ “Йәйғор төҫтәре” буйынса ла еңеүселәр билдәләп үтелде. Ишембайҙар ҙа бик күп призлы урындар алып ҡыуанды. Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы “Алтын ҡәләм” премияһын “Туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек!” тигән мәҡәләһе өсөн Марсель Ибәтуллинға тапшырҙы. Халыҡ сәсәне Рима Рафикова, сәсәниәләр Фәниә Фәйзуллина, Рәмзиә Монасипова, Гөлшат Вәлиева премияларын иң яҡшы ижади эштәре менән ҡыуандырған уҡыусыларға тапшырып һөйөндөрҙө.
Сара күңелдәрҙә йылы, матур тәьҫораттар ҡалдырып, күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды. Киләсәктә лә балаларҙың илһам шишмәләре һайыҡмаһын, яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итеп, шулай берҙәмлектә туған телебеҙҙә китаптар сығып торһон.

“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы
“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы
“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы
“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы
“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы
“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы
“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы
“Ҡышҡы йәйғор” балҡышы
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас