Сара 2028 йылда Лос-Анджелеста үтәсәк йәйге Олимпия уйындарына Рәсәй йыйылма командаларын туплау өсөн төп милли һайлап алыу этабы буласаҡ.
Башҡортостанда спорт көрәше, фехтование, ишеү слаломы, велосипед спорты, асыҡ һыуҙа йөҙөү һәм триатлон буйынса ярыштар үтә. Унда яҡынса 1500 спортсы ҡатнашыуы көтөлә. Республиканан иһә 33 спорт төрөндә 120 атлет сығыш яһаясаҡ.
Билдәләп үтәйек: 2022 йылда иң көслө спортсылар араһында йәйге спорт төрҙәре буйынса I Бөтә Рәсәй спартакиадаһында Башҡортостан илдең 68 төбәге араһында 19-сы урын яуланы. Республиканың йыйылма командаһы был ярыштарҙа өсәр алтын, көмөш һәм бронза миҙалға лайыҡ булғайны.
Башҡортостан Башлығы «Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын» үткәреүгә сифатлы әҙерлекте тәьмин итергә ҡушты.
– Рәсәй Спорт министрлығының календарь планында был иң юғары ярыштар, – тине Радий Хәбиров. – Бер нисә дисциплина беҙҙә үтәсәк. Был бик ҙур яуаплылыҡ. Объекттарыбыҙ бар. Балаларыбыҙҙы әҙерләү өсөн тағы ла сборҙар үткәрергә кәрәк.