+14 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
3 Июня , 10:35

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырҙы

1 июндә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» полкының реактив-артиллерия батареяһы командиры Александр Козоноговҡа – Салауат Юлаев орденын, Рәсәй Тәфтиш комитетының хәрби тәфтиш бүлеге дознавателе Сергей Евстафьевҡа Шайморатов орденын тапшырҙы.

Төбәк етәксеһе уларға хәрби хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Бөтә яугирҙарыбыҙға һеҙҙең менән ғорурланыуыбыҙҙы еткерергә теләйем, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Егеттәребеҙгә күпме кәрәк, шул тиклем ярҙам итәсәкбеҙ. Ә әлегә һеҙҙең именлегегеҙҙе тәьмин итеүсе һәм ғүмерҙәрегеҙҙе һаҡлап ҡалыусы гуманитар ылауҙар оҙатыу талап ителә, һәм беҙ быны эшләйәсәкбеҙ. Барығыҙға ла оло ихтирам менән.
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас