+14 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
4 Июня , 10:40

2026 йылдың йәйендә Башҡортостанда 390 аттракцион эшләүе көтөлә

Башҡортостанда 2026 йылдың йәйге миҙгеленә 390 аттракцион файҙаланыуға тапшырылған. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Урал Искәндәров хәбәр итте.

Ведомство күҙәтеүендә 547 берәмек күңел асыу ҡорамалы, шул иҫәптән 129 ҡышҡы тау иҫәпләнә. 2026 йылдың яҙында аккредитацияланған лабораториялар белгестәре аттракциондарҙың техник торошон тикшергән. 418 объекттың 93 проценты файҙаланыуға яраҡлы тип табылған. Тиакшереүҙе үтмәүҙең төп сәбәптәре – идара итеү системаларының төҙөк булмауы, миҙгел-ара һаҡлау шарттарының боҙолоуы, ер участкаһын файҙаланыу йәки ҡуртымға алыу ваҡыты тамамланыуы. Дәүләт комитеты шулай уҡ операторҙарҙы һәм аттракцион администраторҙарын уҡытыуҙы ойошторған.

Йәйге осорҙа халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн, республиканың Дәүләт техник күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты күңел асыу техникаһы мониторингын һәм иҫкәртеү эшен дауам итәсәк.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас