

Матур йола буйынса быйыл да район Һабантуйына ҡунаҡтар саҡырылғайны. Ғафуриҙарҙың байрам шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Азат Килсенбаев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, Мәскәүҙәге Башҡортостан Республикаһы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, “Сырьё компанияһы” АЙ-е генераль директоры Александр Рудюк, РФ-тың атҡаҙанған тренеры, спорт мастеры Юнир Ильясов, БР Адвокаттар палатаһы президенты, МХО-ла ҡатнашыусы Булат Йомадилов, БР Адвокаттар палатаһының квалификация комиссияһы рәйесе урынбаҫары Таһир Шәрәфетдинов һәм башҡа ҡунаҡтар килгәйне.
Һөнәрлеләр күрһәттеләр һөнәрен
Һабантуй ҡапҡаһынан ҡунаҡтарҙы районыбыҙҙың мәҙәниәт усаҡтары вәкилдәре икмәк-тоҙ, сәк-сәк, ҡымыҙҙан ауыҙ иттереп, милли биҙәкле сығыштар менән сәләмләп ҡаршы алды. Тере коридор булып баҫҡан башҡорт, рус, татар, сыуаш милли кейемдәрендәге ижади коллективтар ҡаршы алып, һөнәрҙәрен күрһәтте. Байрамдың быйылғыһы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдары сиктәрендә үтеп, мәртәбәле ҡунаҡтар Ғафури районында йәшәүсе төрлө милләт ғаиләләре, халҡының мәҙәни йолалары менән танышты, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте.
Ҡунаҡтар район хакимиәте башлығы Венер Вахитов оҙатыуында бай йөкмәткеле күргәҙмәләрҙе ҡараны, Балалар ижады үҙәге барабансылары сығышын, “Батыр” хәрби-патриотик, “Олимп” спорт клубында шөғөлләнеүсе йәш алышсылар һәм дзюдосыларҙың “Ҡара-Ҡаплан” ҡатнаш хәрби алыштың күрһәтмә сығыштарын, “Десант” эҙәрмәндәр хәрәкәтендә шөғөлләнеүселәрҙең табыштарын, аэроклуб экспонаттарын һәм башҡа районыбыҙ оҫталарының һоҡланғыс эштәрен күрергә мөмкин ине. Махсус хәрби операция темаһына ҙур урын бирелде. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының урындағы бүлексәһе яугирҙарҙың ғаилә ағзалары менән әҙерләгән күргәҙмә янында МХО яугирҙары ҡунаҡтарҙы үҙҙәре ҡаршы алды һәм ҡул биреп күреште. Ҡорбан итенән бешерелгән былау һәм аш менән һыйланылар. Артабан ҡунаҡтар ҡымыҙ, буҙа, шифалы сәй, умартасылыҡ ихаталарында булды, бында үҙҙәре етештергән эсемлек-ризыҡтарҙы тәмләттеләр.
Алдынғыларға - бүләктәр
Бай йөкмәткеле күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, артабан ҡунаҡтар сәхнә ҡаршыһындағы трибунанан урын алды. Мәҙәниәт һәм балалар коллективтары ҡатнашлығындағы сағыу сығыштар, йыр-бейеүҙәрҙән торған һоҡланғыс композиция менән асылды. Байрамды алып барыусылар Фәнзил Ғәлин менән Альбина Ишкина ҡунаҡтар менән таныштырып үткәс, Гимндар аҫтында “Һабантуй - 2026” флагы күтәрелде. Әләмдәрҙе күтәреү хоҡуғы “Восход-СТ” АП-һы ЯСЙ-е генераль директоры урынбаҫары Илдар Мәҡсүтов, шәхси эшҡыуар – крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Геннадий Тахтаров, “Урожай” КХ-һы ЯСЙ-е бухгалтеры Регина Шараповаға бирелде.
Һабан байрамында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, район хакимиәте башлығы Венер Вахитов сығыш яһаны.
- Бөгөн Ғафури ерендә барыбыҙ ҙа көтөп алған Һабантуй байрамы. Изге йолаға ярашлы, яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, беҙ йыл да еңел булмаған крәҫтиән хеҙмәтенә тоғролоҡҡа һынау тотоусы ауыл хужалығы, иҡтисад тармағы эшсәндәрен, игенселәрҙе, малсылыҡта эшләүселәрҙе ололоҡлап ҡотлайбыҙ, - тине Венер Фәнир улы. - Быйыл сәсеүлектәр майҙаны 20 мең гектар тәшкил итеп, шуның 10 мең гектарын ярауай иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культуралар, 9 мең гектарҙан ашыуын техник культуралар (көнбағыш, рапс, соя) тәшкил итә. Мал аҙығы культуралары 12 меңдән ашыу гектарҙы биләй.
Сәсеүлектәрҙе ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса иң яҡшы хужалыҡтар булып “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е (генераль директоры - Руслан Бакиров), “ШЭ - КФХ башлығы Геннадий Тахтаров”, “Урожай” КХ-һы ЯСЙ-е (директоры - Нәжип Хисаметдинов) хужалыҡтары билдәләнде. Малсылыҡ яҡшы темптар менән үҫешә. Тармаҡты техник яңыртыу дауам итә, яңы етештереү технологиялары индерелә, ҡорамалдар һатып алына. Райондың агросәнәғәт комплексының уңыштары артында ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренең, ветерандарҙың тырыш хеҙмәте, шулай уҡ бәрәкәтле Ғафури ерендә эшләгән һәр кемдең көндәлек хеҙмәте тора. Район халҡы һәм шәхсән үҙемдең исемдән ауыл хеҙмәтсәндәренә ярҙам иткәне өсөн республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, Хөкүмәткә һәм Ауыл хужалығы министрлығына сикһеҙ рәхмәт белдерәм.
Ҡәҙерле райондаштар! Берҙәм булғанығыҙ, тырышып эшләй белгәнегеҙ, йомарт күңелегеҙ, изге эштәргә әҙер булғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, - тип тамамланы Венер Фәнир улы үҙ сығышын. Һәм 2026 йылғы яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе тип табылған “Восход-СТ” АП ЯСЙ-енә район хакимиәтенең Дипломын һәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙы. 2-3-сө урындарға лайыҡ булған “ШЭ КФХ башлығы Г.М.Тахтаров” менән “Урожай” КХ-һы ЯСЙ-е хужалыҡтары шулай уҡ Диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр алды.
Байрамда ике тиҫтәнән ашыу “Алдынғы” таҫмаһы таҡҡан ауыл хужалығы алдынғыһы бүләкләүҙәргә лайыҡ булды. В.Ф.Вахитов уларҙың бер төркөмөнә район хакимиәтенең һәм район Советының Маҡтау грамоталарын һәм бүләктәр тапшырҙы.
БР йәштәр сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Азат Килсенбаев шәхсән үҙе һәм республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров исеменән ғафуриҙарҙы байрам менән ҡотланы, бер төркөм алдынғыларҙы БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов ихлас тәбрикләп, йәнә бер төркөм алдынғыларға Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Һабантуйҙың рәсми өлөшө тамамланғас, сәхнәне мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре биләне. Район мәҙәниәт һарайы, ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары, үҙешмәкәр артистарҙың, балалар бейеү ансамблдәренең сағыу сығыштары байрамға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне.
Һабантуй йәме - ат сабышы
Элек-электән ат сабышы һабантуйҙың сағыу бер биҙәге булып тора. Бәйге башланыуға олоһо ла, кесеһе лә был мауыҡтырғыс тамашаны ҡарарға сабыш уҙған урынға йыйылғайны.
Бәйгелә районыбыҙҙың “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы, “Урманстрой” ЯСЙ-е, “Аҫылбәков” КФХ-һы, “Ибәтуллин”, “Нәзиров”, “Шаһиев” шәхси ярҙамсы хужалығы, Имәндәш, Сәйетбаба һәм башҡа ауыл биләмәләренән, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән райондарынан өс тиҫтәгә яҡын юртаҡ ҡатнашты. Улар бөтәһе дүрт этапта ярыштылар.
Таҙа тоҡомло аттар ярышында Денис Фёдоров финиш һыҙығын беренсе булып үтһә, Марсель Әҡсәнов - икенсе, Эдуард Түзбәков өсөнсө булып килде. Ике йәшлек аттар ярышында Марат Садрисламов беренселекте бер кемгә лә бирмәһә, Рифат Ҡаҙаҡҡолов - 2-се, Арина Әмирова 3-сө урынды алды. Ситтән килгән Ҡунаҡ аттарында Алмир Бикмәтов (Дәүләкән) беренселекте яулаһа, М.Гаврилов (Стәрлетамаҡ) – 2-се, Илһам Әлмөхәмәтов (Архангел) 3-сө урынды алды. Ғафури аттары айырым ярышып, унда Денис Фёдоров үҙенең “Йәшен”ендә беренсе булып финиш һыҙығын үтте, Радик Фёдоров үҙенең “Викинг”ы менән – 2-се, Эдуард Кәримов “Тарзан”ында 3-сө булып килде.
Тамаша ҡылыусылар аттарға ғына түгел, сабышҡа сығырға йөрьәт итеп, уларға идара итеүсе ир-егеттәргә, шул уҡ ваҡытта уҙышта ҡатнашҡан ҡыҙҙарға ла һоҡланып ҡараны. Әлбиттә, һыбай йөрөргә лә оҫталыҡ, таһыллыҡ, ҡыйыулыҡ кәрәк. Уларға “Афарин!” тиергә генә ҡала.
Бәйгенең баш судьяһы – район ҡоролтайы рәйесе, ветстанция начальнигы Фаил Зәйнетдинов үҙенең хеҙмәткәрҙәре һәм судьялар Михаил Икшеғолов, Владимир Трофимов, Әҙғәм Рәхмәтуллин, Иршат Кәримов, Руслан Сиражетдинов, Рәзил Нәзиров, Шамил Мәҡсүтов, Салауат Мәҡсүтов менән ат сабышы майҙансығын һәм аттарҙы ҡарап етди әҙерләгәндәр. Һуңынан Фаил Һәҙиәт улы район хакимиәтенең Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Илдар Иҙрисов менән еңеүселәргә һәм бәйгелә ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр һәм Дипломдар тапшырҙы. Район Советы депутаты Әхмәт Аҫылбәковтың бағыусылыҡ ярҙамы менән алынған бүләктәр ат йәнле Фәнис Фәхретдинов, Ғайса Күскилдин, Нурия Аҫылбаеваға тапшырылды.
Быйылғы ат ярышы бик сәмле барҙы. Ринат Шаймарҙанов ат сабышын ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы.
Көслөләр, етеҙҙәр майҙан тотто
Милли көрәш тә һабантуйҙың төп йәме булып тора. Көрәшселәр үлсәнеп, көрәшкә әҙерләнә башлау менән был майҙансыҡты ла халыҡ уратып алған ине.
Көрәшселәр Илназ Зөбәйеров, Рәмзил Кинйәбулатов, Динис Хәкимов, Арыҫлан Әлимғужин, Данил Булатов, Асҡар Шәйәхмәтов, Әнүәр Әхмәтғәлиев, Айрат Мусин, Алсын Ғәләлетдинов, Денис Хәмитов, Булат Ғәлләмов, Тимур Ҡолманов көрәш майҙанының биҙәге булды.
Абсолют чемпион исемен Үзбәк ауылы егете Тимур Ҡолманов яулап, тәкәне елкәһенә һалды.
Гер күтәреүҙә төрлө ауырлыҡ категориялары буйынса Зиннур Кинйәбулатов, Сыңғыҙ Ниғмәтуллин, Алексей Немков 1-се урынды алһа, Никита Карпов, Князь Алиян, Айгиз Сәфәрғәлин - 2-се урынды, Кирилл Фёдоров, Фәррәх Фәтҡотдинов, Радмир Салауатов 3-сө урынды яуланы.
Волейбол уйынында (ирҙәр) Красноусолдың ветерандар командаһы – 1-се, ҡауарҙылар – 2-се, бурлылар – 3-сө, ҡатын-ҡыҙҙар командаларында бөтә призлы урындарҙы красноусолдар алды.
Еңел атлетика. 1500 метрға йүгереүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әлиә Хәмзина (Красноусол) – 1-се, Альбина Ғәлина (Сәйетбаба) – 2-се, Әлфиә Юлбарисова (Сәйетбаба) 3-сө урындарға лайыҡ булды.
3000 метрға йүгереүҙә Алексей Назаров 1-се, Вилдан Ғәлин - 2-се, Динар Бәширов - 3-сө булып килде.
100 метрға йүгереүҙә, оҙонлоҡҡа һикереүҙә лә Динар Бәширов, Айҙар Рахманғолов, Данис Фазылов, Айтуған Мөхәмәтйәнов, Наҙгөл Рәхимова, Полина Зюлькина, Әлиә Хәмзинаға етеүсе булманы.
Футбол ярышы ла бик сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә, красноусолдар 1-се, 3-сө, еҙем-ҡарандар 2-се урынды алды.
Шахмат уйынында Эльвина Әбелғужина, Наталья Проценко, Дарья Проценко, Даниил Никифоров, Михаил Пашкин, Алнур Абдуллин иң шәп уйынсылар булып танылды.
Уйындарҙа ҡатнашыусылар күп булды
Халыҡ уйындарында теләгән һәр кем төрлө ярыштарҙа, уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр ҙә алды.
Был уйындарҙы балалар һәр саҡ түҙемһеҙләнеп, сират тороп көтә. Балалар ғына түгел, көйәнтәләп, һыулы биҙрәләр менән йүгерергә ололар ҙа сиратҡа баҫҡайны. Тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, тоҡ менән “һуғышыу”, һырғауылға, ауыш бүрәнәгә менеү, тулы һыулы биҙрәләр менән йүгерешеү, күҙҙе бәйләп бүләк ҡырҡып алыу кеүек уйындарҙа күптәр ҡатнашып, бүләк менән бергә күтәренке кәйеф тә алды.
Һырғауылға - бейек бағанаға менеп бүләк алыу өсөн көс, ҡыйыулыҡ та талап ителә. Ундағы бүләктәргә һирәктәр генә эйә була ала. Красноусолдан Фаил Ғафаровтың шыма бағанаға үрмәләүен күптәр тамаша ҡылып, уны дәртләндереп торҙо. Был майҙансыҡҡа яуаплы Ришат Иждиһатов әйтеүенсә, ул хәҙер 36 йыл һабантуйҙа һырғауылға менеүсе булһа, ә Сөләймән Мөхәмәтйәнов унан да күберәк, ғүмер буйы тиһәң дә була, бағанаға иң шәп үрмәләүсе булып тора.
Тирмәләр урамында
Тирмәләрһеҙ һабантуй - һабантуй буламы һуң инде. Элек-электән ат сабышы, милли көрәш менән бер рәттән аҡ тирмәләр һабан байрамының алыштырғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән инде. Ялан буйлап ауыл биләмәләре ҡуйған ҡунаҡ тирмәләре үҙҙәре бер урам булып теҙелеп, байрамдың төп биҙәге булды.
Тирмәләр урамына инеү менән танауға усаҡ еҫе килеп бәрелеп, үҙеңде ауылда тип хис итәһең. Бер рәткә теҙелгән биләмәләрҙең һәр береһе асыҡ һауа аҫтында ойошторолған тарихи музейҙы хәтерләтеп, һәр береһе үҙ төбәгендә йәшәгән милләттәрҙең тарихын, мәҙәниәтен, рухи донъяһын сағылдырырға тырышҡан. Тирмә эсен дә, биләмәһен дә көнкүреш кәрәк-яраҡтары, боронғо эш ҡоралдары, кәсепселек әйберҙәре, ҡул эштәре менән биҙәгән. Күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәренән, музей ҡомартҡыһы булырлыҡ боронғо әйберҙәрҙән төҙөлгән күргәҙмәләр, ата-бабаларыбыҙҙың кәсептәрен, көнкүрешен сағылдырыусы мөйөштәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Мәҫәлән, Ташлы һәм Ташбүкән ауыл биләмәләренең уртаҡ ихатаһында һунарсылыҡ һәм умартасылыҡ темаһына өҫтөнлөк бирелеп, бында умартасылыҡтың барса нескәлектәре менән танышырға була ине. Йәнә күп ихаталарҙа теге йәки был ауыл биләмәһенең төп эшмәкәрлеген, уңыштарын сағылдырған, Ҙур татыу ғаилә һәм Халыҡтар берҙәмлеге йылдарына арналған стендтар урын алғайны. Яңғыҙҡайын һәм Үтәк ауыл биләмәһе тирмәһе ихатаһында төп иғтибар бер кемде лә битараф ҡалдырмаған МХО темаһына арналып, бөгөнгө көн геройҙарының портреттары менән бер рәттән ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге тулы сағылыш тапҡан.
Буруновка, Еҙем-Ҡаран, Табын һәм Аҡкүл ауыл биләмәләре тирмәһе был төбәктә төрлө ҡул эштәре оҫталары, һәр эшкә маһир уңғандар йәшәүе хаҡында һөйләй.
Милли аш-һыуҙарҙың да ниндәйе генә юҡ ине. Ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ тураһында әйтеп тә тораһы түгел, хужалар ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ, икмәк-тоҙ менән ҡаршылап, йыр-бейеү менән дә “һыйланы”.
Индира ИШКИНА, Әлфиә ВӘЛИЕВА, Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.