+13 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
5 Июня , 11:35

Башҡортостан халыҡ-ара иҡтисад форумында төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығыта

Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Херсон өлкәһе губернаторы Владимир Сальдо сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документтың төп йүнәлештәре – фәнни тикшеренеүҙәр менән бәйле производстволарҙы һәм мәғлүмәт технологияларын үҫтереү, агросәнәғәт комплексында үҙ-ара эш итеү, төҙөлөштә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта тәжрибә уртаҡлашыу.

Владимир Сальдо менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып республика Херсон өлкәһенә социаль инфраструктураны тергеҙеүҙә практик ярҙам күрһәтә, төҙөлөш материалдары, медикаменттар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, тип билдәләне.

– Беҙ Херсон өлкәһе биләмәһендә барған ваҡиғаларҙы әрнеү менән күҙәтәбеҙ. Һеҙ афарин, ныҡһығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әммә мотлаҡ тыныслыҡ урынлашыр, тип ышанабыҙ. Беҙ ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һанлаштырыу һәм социаль яҡлау өлкәләрендә тәжрибә уртаҡлашырға, төбәктең фәнни һәм мәҙәни потенциалын тергеҙеүҙә ярҙам итергә әҙербеҙ.

*** 

Удмурт Республикаһы Башлығы Александр Бречалов менән Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров төбәк-ара килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса 2026-2029 йылдарға «юл картаһына» ҡул ҡуйҙы.

Документ иҡтисадтан һәм сәнәғәттән алып мәҙәниәт һәм спортҡа тиклем үҙ-ара эш итеүҙең 15 төп өлкәһен үҙ эсенә ала һәм ике яҡтан да берлектәге аҙымдарҙы, үтәү ваҡыттарын һәм яуаплы башҡарыусыларҙы аныҡлай.

***

Форум сиктәрендә шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Омск өлкәһе губернаторы Виталий Хоценко сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Документ үҙ-ара файҙалы бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә һәм оҙайлы партнерлыҡ өсөн ойоштороу, хоҡуҡи һәм иҡтисади шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Хеҙмәттәшлектең төп өлкәләре – иҡтисад һәм сауҙа, агросәнәғәт комплексы, социаль өлкә, мәҙәниәт, спорт, туризм, экология һәм төҙөлөш.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас