+15 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
8 Июня , 04:05

Башҡортостан халҡына илде үҫтереү буйынса идеяларын нисек тормошҡа ашырырға

Иң яҡшы тәҡдимдәрҙе Президент Владимир Путинға тапшыралар

Башҡортостан халҡына илде үҫтереү буйынса идеяларын нисек тормошҡа ашырырғаБашҡортостан халҡына илде үҫтереү буйынса идеяларын нисек тормошҡа ашырырға
Башҡортостан халҡына илде үҫтереү буйынса идеяларын нисек тормошҡа ашырырға

Эргә-тирәләге тормошто нисек яҡшыраҡ, уңайлыраҡ, хәүефһеҙерәк итергә? Әгәр идеяларығыҙ бар икән, уларҙы уртаҡлашыу һәм тормошҡа ашырырға мөмкинлеккә эйә булыу өсөн иң уңай мәл. Әлеге ваҡытта илдә «Яңы заман өсөн көслө идеялар» ижади конкурсы бара. Уны Президент Путиндың ҡушыуы буйынса Стратегик башланғыстар агентлығы һәм «Росконгресс» фонды ВЭБ.РФ дәүләт идаралығы менән берлектә ойоштора. Конкурстың асылы – «Рәсәй суверенитетын нығытыуға һәм ил үҫешенең милли маҡсаттарына өлгәшеүгә әһәмиәтле өлөш индерәсәк» инициативалар тәҡдим итеү. Ҡатмарлы яңғырай кеүек, әммә бирешмәгеҙ! Һеҙҙең проектығыҙ бары тик урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән булһа ла, ул бөтә илгә файҙа килтерә ала. Көслө идеяны эксперттар мотлаҡ билдәләйәсәк һәм уны киңерәк таратырға ярҙам итәсәк.
Ғаризаны нисек бирергә?
Барлыҡ теләүселәр 15 июнгә тиклем идея.росконгресс.рф платформаһында үҙ проекттарын һәм башланғыстарын тәҡдим итә ала. Унда ҡатмарлы булмаған теркәү үтергә кәрәк. Идеяғыҙҙың тормошҡа яраҡлылығы өсөн борсолмағыҙ, тәҡдимегеҙҙе эксперттар менән бергә ҡарау, тикшереү мөмкинлеге бар. Башҡортостанда был эш ойоштороу комитеты штабтарында форумдың һәр конкурс йүнәлеше буйынса алып барыла, ә идеяның авторҙары менән бәйләнеш, темаһына ҡарап, властың төрлө тармаҡ органдарында, шулай уҡ муниципалитеттарҙа ойошторолған.
Ғаризаларҙы туплағандан һуң ойоштороусылар 100 төп башланғыс исемлеген төҙөйәсәк. Уларҙың барыһы ла төбәктәрҙән, партнерҙарҙан, инвесторҙарҙан ярҙам аласаҡ, ә авторҙарына һөнәри һәм ижтимағи үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр асыласаҡ. 22-23 июлдә финал сараһында ил Президентына иң көслө башланғыстар тәҡдим ителәсәк.
– Бөгөн донъяла төп конкуренция технологиялар һәм ресурстар өсөн генә түгел, ә ваҡыт өсөн дә бара: тиҙ генә яңы ҡарарҙар ҡабул итә һәм индерә белергә, көслө идеялар йәлеп итергә һәм кешеләрҙең потенциалын асырға кәрәк. Шуға күрә йәмәғәт башланғыстары реаль проекттарға әйләнеү мөмкинлеге алған майҙансыҡтар айырыуса ҡиммәткә эйә. Алты йыл дауамында форум тап ошондай механизмға әүерелде. Ошо осорҙа тәҡдим ителгән 120 меңдән ашыу идея – ул кешеләрҙең Рәсәйҙе, үҙ ҡалаларын, иҡтисадты, социаль өлкәне һәм технологияларҙы киләсәктә нисек күреүенең сағылышы, – ти Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, «Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар» форумының ойоштороу комитеты рәйесе Максим Орешкин.
Конкурста
ҡатнашыусыларҙан
ниндәй идеялар көтәләр?
Быйыл тәҡдимдәр биш йүнәлеш буйынса ҡабул ителә.
  Милли социаль башланғыс.
Мәҫәлән: ғаиләләргә нисек ярҙам итергә? Күпселек халыҡ сәләмәт тормош алып барһын өсөн нимә эшләргә? МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына нисек ярҙам итергә? Һаулыҡ һаҡлауҙа, мәғарифта, социаль яҡлауҙа һанлы платформаларҙы һәм яһалма зиһенде нисек индерергә? Бәләкәй ҡалаларҙы нисек үҫтерергә?
  Милли кадрҙар башланғысы.
Мәҫәлән: иртәгә кәрәкле белгес булып китер өсөн, бөгөн ниндәй оҫталыҡтарҙы үҫтерергә кәрәк? 50 йәштән һуң кешеләр нисек яңы карьера башлай ала? Хеҙмәт баҙарын нисек күҙалларға? Һәләтле йәштәрҙе нисек йәлеп итергә һәм бәләкәй ҡалаларҙа, ауылдарҙа яңы эш урындары булдырырға?
  Милли технология башланғысы.
Мәҫәлән: киләсәк технологияларын нисек булдырырға? Төрлө тармаҡтарҙа яһалма зиһенде нисек әүҙемерәк индерергә? Автономлы һәм интеллектуаль технологиялар нигеҙендә ҡалалар менән нисек идара итергә?
  Экология һәм климат йүнәлеше.
Мәҫәлән: тәбиғәтте нисек һаҡларға? Яңы климат шарттарына нисек яраҡлашырға? Тормош өсөн нисек уңайлы мөхит булдырырға?
  Милли эшҡыуарлыҡ башланғысы.
Мәҫәлән: инвесторҙарҙы нисек йәлеп итергә, шул иҫәптән нисек итеп уларҙы мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса проекттарға ҡушылырға өндәргә? Креатив иҡтисад һәм милли брендтар өсөн инфраструктураны нисек булдырырға?

 

ЦИТАТА
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙ өлгөргән, көслө, ныҡлы граждандар йәмғиәте булдырырға тырышабыҙ. Һеҙҙең һәр идеяғыҙ – даими эҙләнгән күңел, тынғыһыҙ йөрәк һәм аң-зиһен емеше.

 

Ә БЫЛ ВАҠЫТТА...
«Беҙҙекеләрҙе бел» конкурсы башланды
Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса стратегик башланғыстар агентлығы «Росконгресс» фонды менән берлектә «Беҙҙекеләрҙе бел» тип аталған таныла барған Рәсәй брендтары конкурсы башланыуын иғлан итте. Ул илдә дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Конкурста һатыуҙың ышаныслы үҫешен күрһәткән бәләкәй һәм урта предприятиелар, компаниялар ҡатнаша ала. Еңеүселәргә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтелә: бушлай уҡытыу программалары, маркетплейстарҙа һәм сауҙа селтәрҙәрендә алға этәреү, илдең ҙур ҡалаларында үҙ продуктыңды бушлай рекламалау мөмкинлеге, конкурс партнерҙарынан финанс ярҙам һ.б.
«Беҙҙекеләрҙе бел» брендтар конкурсына ғаризалар 2026 йылдың 1 июненә тиклем ҡабул ителә (знайнаших.аси.рф).

 

ӘЙТКӘНДӘЙ
Башҡортостан – идеялар һаны буйынса лидер
Йыл һайын республика халҡы форумда әүҙем ҡатнаша: Башҡортостан өс йыл рәттән (2023 – 2025 йылдар) тәҡдим ителгән башланғыстар һаны буйынса ил төбәктәре араһында беренсе урынды биләй. Әле үк, яңы миҙгелдә, эшҡыуарлыҡ, экология һәм климат йүнәлештәрендәге проекттар һаны буйынса алда барабыҙ.
2024 йылда Өфөнән йәш әсә Наталья Агееваның проекты тәүге 10 идея исемлегенә инде. Ул йәш әсәләргә бала тапҡандан һуң ярҙам күрһәтеү системаһын күҙ уңында тоторға тәҡдим итте. Уның идеяһын ил Президенты хупланы һәм бала ғүмеренең тәүге йылдарында йәш әсәләр хаҡында хәстәрлек күреүҙең мөһимлеген билдәләне.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас