

Быны Аҡташ ауылынан (Ҡауарҙы ауыл биләмәһе) Илнура Иҙрисова (һүрәттә) яҡшы аңлай. Илнура Ғаяз ҡыҙы “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә социаль хеҙмәткәр булып 2005 йылдан эшләй. Бөгөн уның ҡарамағында 19 оло йәштәге ярҙамға мохтаж кеше иҫәпләнә. Ошо йылдар арауығында изге күңелле, үҙ бурыстарын теүәл үтәгән, тырыш һәм эшсән, үҙ эшен яратып башҡарған хәстәрлекле хеҙмәткәр әбей-бабайҙар менән уртаҡ тел табып, күңел йылыһын өләшеп, уларҙың уй-теләктәрен аңлап, хәлдәренә кереп, ышаныслы терәк-таянысына әүерелгән.
Ул үҙе хеҙмәтләндергән Аҡташ һәм Ҡауарҙы ауылдарындағы ололар янына барып, иҙән йыуыу, өй йыйыштырыу, һыу килтереү, коммуналь хеҙмәттәргә түләү, магазиндан кәрәк-яраҡ, дарыухананан дарыуҙар һатып алып килтереү һәм килешеүҙә күрһәтелгән башҡа эштәрҙе башҡара. Яңғыҙаҡ әбейҙәрҙең ҡайһылары эштәрен эшләүҙе түгел, ә үҙҙәре менән һөйләшеп ултырыуҙы артыҡ күрәләр.
- Бынан ике тиҫтә йыл элек социаль хеҙмәткәр булып эш башлаған ваҡытта минең ҡарамаҡта 6 өлкән йәштәге кеше ине, хәҙер уларҙың һаны 19-ға етте. Йылдар үтеү менән күп нәмә, шул иҫәптән эшмәкәрлегебеҙ бер ни тиклем үҙгәреш кисерҙе. Бары тик эшебеҙҙә һинең ярҙамыңа мохтаж булған ололарҙы яратыу, уларҙы ололоҡлау, ихтирамлы ҡарашта булыу һәм хәлдәрен аңлап ҡабул итеү бурысы үҙгәрешһеҙ ҡалды, - ти Илнура Ғаяз ҡыҙы эше менән таныштырып. – Шәфҡәтлелекте, изгелексән булыуҙы талап иткән социаль хеҙмәткәр һөнәрен бик яратам, өлкәндәргә ярҙам ҡулы һуҙыуымдан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп эшләйем һәм йәшәйем, - ти ул. Ололарҙы ололоҡлау – яҡшылыҡтың билдәһе, тип халыҡ бушҡа әйтмәгән. Илнураны ла яҡын-тирәләгеләргә тик яҡшылыҡ, изгелек орлоҡтары ғына сәсеүсе зат тиергә мөмкин.
Шәхси тормошона килгәндә, Илнура Ғаяз ҡыҙы Үзбәкстанда тыуып үҫә, ата-әсәһе менән Ҡауарҙы ауылына ҡайтып төпләнәләр. Һәм ул күршеләге Аҡташ ауы-лында үҙ бәхетен табып, ауылдың аҫыл егете Сәғит Иҙрисов менән яҙмышын бер бөтөн итеп, бында төпләнеп, матур, өлгөлө ғаилә булып йәшәйҙәр.
Тырыш, үҙ эшенә яуаплы ҡараған Илнура Ғаяз ҡыҙы төп эшенән тыш, башҡа мәшәҡәттәргә ҡарамай, сынъяһау итеп донъяһын көтөргә лә өлгөрә. Тормош иптәше Сәғит Мәжит улы менән ҙур, иркен, тыштан да, эске яҡтан да күркәм, ике ҡатлы йорт һалып ингәндәр, ҡалалағыса бар уңайлыҡтар булдырылған. Биш бала тәрбиәләп үҫтерә Иҙрисовтар. Иң өлкәне – ҡыҙҙары Илвина - тормошта, ғаиләһе менән Красноусолда төпләнгән, Йәмилә исемле ҡыҙға әсәй булып, атай-әсәһенә олатай-өләсәй булыу бәхетен бүләк иткән. Нурзиләләре – Өфөлә йәшәй һәм эшләй, Илсур улдары Стәрлетамаҡта колледжда һөнәр үҙләштергән, күптән түгел әрме сафына оҙатҡандар, Хабаровскиҙа мотоуҡсылар часында хеҙмәтен башлаған. Улдары Данил Ҡауарҙы урта мәктәбенең - 8-се, ҡыҙҙары Айзилә Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең 6-сы класын тамамлаған.
Миһырбанлы, изге, сабый йәнле, ишле – береһе – алты, икенсеһе туғыҙ балалы ғаиләлә үҫкән Илнура менән Сәғит Иҙрисовтар үҙҙәренең күмәк балалары янына бер туған етем балаларҙы тәрбиәгә алырға йөрьәт итеп, уларға атай-әсәй йылыһын биреп, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Хәҙер ғаиләләренә тәрбиәгә алған етем балаларҙан Давид исемле үҫмер генә ҡалған, инвалид балаға - 14 йәш, өй шарттарында уҡытыла.
Күпләп, ҡура тултырып мал да, ҡаҙҙар алып та аҫрайҙар. Һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсекте заказ буйынса аҡсаға әйләндерәләр, даими клиенттары бар.
Бер минут тик торорға күнекмәгән егәрле, бөтмөр Илнура үҙенә өҫтәлмә шөғөл дә тапҡан: бәлеш-торттар әҙерләү буйынса онлайн курс үтеп, ошо “тәмле-татлы” эшкә тотонған. Заказдар ҡабул итеп, төрлө бәлеш-пирогтар, торттар бешерә. Әүҙем, ойоштороу һәләтенә эйә И.Иҙрисоваға ауылдаштары ышаныс күрһәтеп, Ҡауарҙы ауыл Советына депутат итеп һайлағандар. Ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртып эш иткән депутат уларҙы берҙәм эштәргә дәртләндереп, Аҡташ фельдшер-акушерлыҡ пунктына заманса пластик тәҙрәләр ҡуйҙырыу, артабан ҡоймаларын яңыртыу пландары менән янып йәшәй.
Ошондай арыу белмәҫ, мәрхәмәтле йән – социаль хеҙмәткәр булғанда, оло йәштәгеләрҙең ҡартлығы хәстәрлекле, күңелдәре тыныс. Илнура Иҙрисованы һөнәри байрамы менән тәбрикләп, эшендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.