+16 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
9 Июня , 04:05

Илһөйәр, телһөйәр игеҙәктәр

Ғүмер үрҙәренә юғарыраҡ артылған һайын кеше үтелгән юлын барлай. Ҡауарҙы ауылында тыуып-үҫеп, ошо көндәрҙә 65 йәшлек юбилейҙарын билдәләгән игеҙәктәр: Балтас районында йәшәүсе Гөлсирә Мөкимова менән Благовар районында ғүмер итеүсе Гөлфирә Әхмәтшина мәғәриф системаһындағы тынғыһыҙ хеҙмәттә үткән йылдарына байҡау яһап, уның бушҡа түгел, лайыҡлы үтелгәнен билдәләй.

Илһөйәр, телһөйәр игеҙәктәрИлһөйәр, телһөйәр игеҙәктәр
Илһөйәр, телһөйәр игеҙәктәр

Гөлсирә менән Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙҙары атай-әсәйҙәре - Ҡауарҙы ауылының мәғариф ветерандары Раҡыя Юныс ҡыҙы менән Хөрмәт Түләбай улы Ҡалмырҙиндарҙың уҡытыусылар династияһын дауам итеүселәр. Атай-әсәйҙәре аң-белем таратыусы булғанлыҡтан, уҡытыусы һөнәре маяҡтай үҙенә тартып тора. Шуға ла тыуған ауылдарында урта мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, Башҡорт дәүләт педагогия институтына (хәҙер – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) уҡырға юлланып, филология факультетында белем алалар. Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған дипломлы йәш мөғәллимәләрҙе йүнәлтмә буйынса Благовар һәм Балтас райондарына эшкә ебәрәләр. Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы фәндәренән белем бирә, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреүҙән тыш, һәр балаға халҡының тарихына, йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һала уҡытыусы.
Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Балтас районының мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып та эшләй.
Балаларҙы ихлас яратып, йылдар дауамында бар күңелдәрен биреп башҡара улар яратып һайлаған уҡытыусылыҡ эшен. Еңел булмаған яуаплы хеҙмәттәрендә рәхмәттәргә ирешеп, ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанғандар. Яҙмыштары ла, уңыштары ла уртаҡ уларҙың. Үҫеп килгән йәш быуынға төплө белем, тәрбиә биреү өлкәһендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләгән, уҡытыусы тигән хөрмәтле, мәртәбәле һөнәргә эйә булған мөғәллимәләрҙең икеһе лә “Рәсәй Федерацияһы мәктәптәренең почётлы мәғариф хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәрҙе лайыҡлы йөрөтә, күкрәктәрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалдары биҙәй. “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” Грантына ла лайыҡ булғандар. Республика "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашып, лауреат булалар. Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ.
Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы бөгөн хаҡлы ялда. Ә бер минут тик торорға күнекмәгән, әүҙемлеге менән айырылған Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булған Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген етәкләй. Бында ла үҙ эшен яратып, ихлас башҡара. Республика сараларында әүҙем ҡатнаша. Хатта эше буйынса Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында Рәсәй ҡалаларында ла сығыш яһай.
Эштәре менән генә түгел, тормоштарында ғаиләләре менән дә бәхетле юбилярҙар. Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы тормош иптәше Илүс Рәфҡәт улы менән бер ҡыҙға, бер улға ғүмер бүләк итһә, ейән һәм ейәнсәргә өләсәй, Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы тормош иптәше Рәзиф Акрам улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар, хәҙер өс ейәндең яратҡан өләсәһе.
Йыл һайын 9 май көнөндә Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы атай-әсәйҙәре һуғыш һәм тыл, мәғариф ветерандары Раҡыя һәм Хөрмәт Ҡалмырҙиндар исемендәге премияны тыуған мәктәбенең иң яҡшы уҡыусыһына тапшыра.
Ғүмерҙәренең 65-се яҙын ҡаршылаған Гөлфирә менән Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙҙарының юбилейлы тыуған көндәре мөбәрәк булһын! Сәләмәтлегегеҙ ныҡлы, ғүмерегеҙ оҙон-оҙаҡ булһын!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас