+16 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
9 Июня , 10:15

Pадий Xәбиров Pәсәйҙең hәм Башҡоpтостандың дәүләт наградаларын тапшыpҙы

9 июндә, Рәсәй көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканан 58 кешенең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.  

Pадий Xәбиров Pәсәйҙең hәм Башҡоpтостандың дәүләт наградаларын тапшыpҙыPадий Xәбиров Pәсәйҙең hәм Башҡоpтостандың дәүләт наградаларын тапшыpҙы
Pадий Xәбиров Pәсәйҙең hәм Башҡоpтостандың дәүләт наградаларын тапшыpҙы

Радий Хәбиров сығышының стенограммаһы:

Ҡәҙерле дуҫтар!

Ҙур байрамдар – Рәсәй көнө, Өфө ҡалаһы көнө һәм милли геройыбыҙ Салауат Юлаев көндәре – алдынан һеҙҙе лайыҡлы дәүләт наградаларын тапшырыу өсөн саҡырҙыҡ.

Бында уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, табиптарҙы, аграрийҙарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, эшселәрҙе, инженерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы, идарасыларҙы, талантлы төрлө һөнәр эйәләрен сәләмләүемә шатмын. Һеҙ үҙегеҙҙе илгә һәм тыуған республикабыҙға хеҙмәт итеүгә бағышлағанһығыҙ.

Был еңел булмаған осорҙа беҙ берҙәмлегебеҙҙе, Ватанға тоғролоғобоҙҙо иҫбатланыҡ. Махсус хәрби операция сиктәрендәге бурыстарҙы лайыҡлы хәл итәбеҙ. Яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә, туғандаш Донбассҡа ярҙамлашабыҙ.

Битараф булмаған республика халҡына, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа намыҫлы эшләгән, иҡтисадыбыҙҙы нығытҡан баҫалҡы эшсәндәргә ихлас рәхмәт әйтәбеҙ.

Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ артабан да үҫешәбеҙ – торлаҡ һәм юлдар, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм спорт үҙәктәре төҙөйбөҙ. Төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштарыбыҙҙы арттырабыҙ.

Белеүегеҙсә, үткән аҙнала республиканың ҙур делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашты. Милли инвестиция рейтингында республика – йәнә тәүге өс урынды бүлешкән алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Дөйөм алғанда, беҙҙе тағы ла Рәсәйҙең иң уңышлы, йылдам үҫешкән төбәктәренең береһе тип танынылар.

Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге иң абруйлы майҙансыҡтарҙа республика тураһында һәр ваҡыт ғорурлыҡ менән һөйләйем. Һәм бындай сараларҙа хеҙмәтсәндәребеҙ һәм тыуған республикабыҙ тураһында йылы һүҙҙәр ишетеүемә шатмын.

Бөгөн лайыҡлы наградаларға эйә булыусылар тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтәм.

Почёт ордены Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм хирургия, трансплантология һәм нур диагностикаһы кафедраһы мөдире Мәжит Әхмәт улы Нартайлаковҡа тапшырыла. Ул республикала трансплантология хеҙмәтен ойоштороусыларҙың береһе, өс тапҡыр «Алтын скальпель» яулаусы.

«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән легендар композитор, башҡорт композиторҙар мәктәбенең иң сағыу вәкилдәренең береһе Рим Мәхмүт улы Хәсәнов бүләкләнде. Хөрмәтле Рим Мәхмүт улы, һеҙҙең күп яҡлы ижадығыҙ илебеҙ мәҙәниәтенең алтын фондына инә.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» маҡтаулы исеменә Рәмил Нәзиф улы Бәхтизин лайыҡ булды. Уның нефть һәм газ сығарыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларында файҙаланыла.

Ир-егеттәр рапираһы буйынса республика йыйылма командаһының өлкән тренеры Лира Римовна Грушинаның тәрбиәләнеүселәре араһында – Рәсәй, Европа, донъя һәм Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призёрҙары. Һеҙ етәкләгән фехтование буйынса Спорт әҙерлеге үҙәге базаһында республикабыҙҙа тәүге тапҡыр 15 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында фехтование буйынса Рәсәй беренселеге, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында фехтование буйынса Рәсәй Чемпионаты үтте.

Кисә, хөрмәтле дуҫтар, «Урал батыр» эпосы көнөн билдәләнек. Бөтә республика буйынса байрам саралары үтте. «Шүлгәнташ» музей комплексы базаһында тәүге «Урал батыр» профилле класын астыҡ. Бындай кластар республиканың бөтә милли мәктәптәрендә лә барлыҡҡа киләсәк.

Бөгөн был эпос геройҙарын скульптурала мәңгеләштергән кешене билдәләп үтергә теләйем – Учалыла ҡуйылған скульптур композицияһы авторы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының рәссам-биҙәүсеһе Фәнил Фәтхулла улы Мөслимов. Ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ булды.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, юғары профессионаллегегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә – тыныслыҡ һәм изгелек, бөйөк Рәсәйебеҙгә еңеү теләйем!

Рәхмәт!

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас