

Красноусолдағы “Йәшлек” ял паркында ла байрам айҡанлы кескәйҙәргә Балалар ижады үҙәге тарафынан ойошторолған матур сара үтте. Байрам сараһы башланыр ваҡытҡа ямғыр ҙа бәләкәстәр менән уйнап алайым әле тигәндәй, парк тирәһендә өйөрөлөп һибәләй башланы. Тирә-яҡта шул тиклем бәхетле бала йылмайыуҙары булғанда, шаян ямғыр ғына ҡурҡыта аламы һуң, бынан бер кем дә өйөнә ҡайтып китергә ашыҡманы. Балаларҙың тамсы көйөнә сәхнә эргәһендә ырғып-һикереп бейеп тороуы ла бала саҡтың сағыу күренеше булды.
Йәш таланттар бейене, йырланы һәм төрлө уйындар уйнаны. Сарала район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов исеменән уның урынбаҫары Рәшиҙә Килмөхәмәтова сығыш яһап, изге, матур теләктәрен еткерҙе. Атай-әсәйҙәр ҙә балаларын йылмайып күҙәтте, уларҙың тынғыһыҙ энергияһына һәм ихласлығына, бер ҡатлылығына ҡарап, ысын күңелдән шатландылар. Балалар ижады үҙәге уҡытыусылары, шулай уҡ районыбыҙҙың ижади коллективтары төрлө йәштәге балалар өсөн әҙерләгән программа бай ине, балаларҙың сағыу сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Саранан райондың “Ғаилә” хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Улар ғаилә клубы сиктәрендә балалар һәм өлкәндәр өсөн ғаилә традицияларын белеүгә арналған ҡыҙыҡлы квест әҙерләгәйне. Ғаилә бәйләнештәренең ҡиммәте һәм быуындарҙың күсәгилешлелеген һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында күберәк белергә мөмкинлек биргән уйында атай-әсәйҙәр балаларына ҡушылып, бергәләп йомаҡтар систе һәм боронғо йолаларҙы иҫкә төшөрҙө.
“Махім” таксийы (Марсель Сабитов) лотерея уйнатып, унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә приздар яулау өсөн шатланып ҡатнашты. Шулай уҡ паркта тәмлекәстәр һәм балалар өсөн башҡа һатыу үҙәктәре ойошторолғайны.
Был көн кескәйҙәргә шатлыҡ, хәстәрлек һәм иғтибар бүләк ителеп, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттарға бай булды. Байрам балаларҙың, атай-әсәйҙәрҙең һәм килгән ҡунаҡтарҙың барыһының да күңеленә хуш килде.