+14 °С
Облачно


Төбәк етәксеһе республиканың ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе.
– Арыу-талыу белмәй эшләүегеҙ, илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн ысын йөрәктән күп эштәр башҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт. Добро.рф федераль порталында ғына төрлө йәштәге яҡынса 200 мең самаһы ирекмән теркәлгән, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө саралағы иң өлкән ҡатнашыусыға – 62, ә кесеһенә 14 йәш. Һеҙ беҙҙең өсөн – ҙур һәм бик мөһим көс. Һуңғы ваҡытта иңегеҙгә күп эштәр ятты. Был коронавирус эпидемияһы ла, урман янғындарына ҡаршы көрәш тә, Ҡара диңгеҙ ярын таҙартыу ҙа.
Радий Хәбиров ирекмәндәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙәге ролен юғары баһаланы.
– Президентыбыҙ, махсус хәрби операцияның маҡсаттарына өлгәшергә тейешбеҙ, тине. Тимәк, беҙ был эште башҡарасаҡбыҙ. Башҡаса булмай. Был ауыр, һәм бурыс ябайҙан түгел. Әгәр беҙ ҡушылһаҡ, көстәребеҙҙе туплаһаҡ, барыһы ла килеп сығасаҡ. Һәр беребеҙҙең үҙ бурысы бар. Һеҙ яҡшы уҡырға һәм яҡшы эшләргә тейешһегеҙ. Мин, төбәк етәксеһе булараҡ, яугирҙарыбыҙ ҡайтып, беҙҙең эшһеҙ ултырмағанды күрһен өсөн, иҡтисадты үҫтерергә тейешмен. Ошо осраҡта ғына алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы үтәйәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. – Ирекмәндәр алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙ көтөп алған гуманитар ылауҙар ойоштороуға ҙур өлөш индерә. Уларҙан да һеҙгә ҙур рәхмәт. Бергәләп ЕҢЕҮ ӨСӨН БАРЫҺЫН ДА эшләйбеҙ.
фото - Башинформ.