Ватан атай-әсәй йортонан башлана
Илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгәндәр өсөн Ватан ата-әсә йортонан башлана. Сәйетбаба ауылында йәшәгән Рәхмәтуллиндар ғаиләһе өсөн дә тыуып-үҫкән ерҙе һаҡлау күптән ата-бабалар йолаһына әүерелгән. Ауылда командировкала булғанда ике яугир ул тәрбиәләп үҫтергән оло йөрәкле әсә Зөлфиә Рәхмәтуллина менән осрашып, күңелдәге уй-кисерештәрҙе бушатып, һөйләшергә насип булды. Уның һөйөклө улдары Флүс менән Айнур – ил именлеге һағына баҫҡан ысын Геройҙар.
Зөлфиә Сынтимер ҡыҙы Сәйетбаба ауылында ҙур, иркен йортта яңғыҙы донъя көтә. Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында күмәк – ете балалы ғаиләлә иң өлкәне булып буй еткергән. 1978 йылда Сәйетбаба ауылынан Әмир Рәхмәтуллин менән ғаилә ҡороп, ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдарының өлкәне Флүс ташсы, иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә булған. Ҡыҙҙары Айгөл Салауат педколледжын, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия университетын тамамлап, эшләп йөрөй, тормош ҡороп, ике улға әсәй булған. Иң кесеһе Айнур БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, ҡулына диплом алғас, “Табын” район гәзитендә хәбәрсе булып хеҙмәт юлын башланы һәм әрмелә хеҙмәтен тултырып ҡайтып, төрлө урындарҙа эшләй, өйләнә. Хәҙер улдарының икеһе лә МХО-ла. Зөлфиә апайҙың ҡустыһы мәрхүм булғас, уның ике ҡыҙын үҙ ғаиләләренә алып, атай-әсәйле булыу бәхетен кисерткән Рәхмәтуллиндар. Хәҙер улар ҙа үҙҙәре үҫкән ояны ҡалдырып, осоп сығып киткәндәр, һөнәр алып, үҙ аллы йәшәйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы яҡты донъяла юҡ инде, бынан алты йыл элек мәрхүм булған. Яңғыҙы ҡалғас, өс йыл һыйыр тотҡан, былтыр өйрәктәр алып аҫраған, тауыҡтары бар. Мартта 70 йәшен билдәләгән.
"Изге юлдар телә, инәй!"
2022 йылдың көҙөндә төпсөк улы Айнур үҙ теләге менән контракт буйынса махсус хәрби операцияға юллана. Бөгөн “Рахма” позывнойлы яугир нацистарға ҡаршы көрәшә. Тыуған иле генә түгел, ауылы, әсәһе, ғаиләһе алдында ла яуаплылығы көслө яугирҙың.
Былтыр 28 майҙа Зөлфиә апайҙың өлкән улы – 47 йәшлек Флүс тә контракт төҙөшөп, туғаны артынан яу яланына юлланған. Ул Запорожье йүнәлешендә алғы һыҙыҡта штурмлаусылар полкында ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡан. Улы менән һуңғы тапҡыр 18 декабрҙә телефондан һөйләшкәндәр. Әммә март айында уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр алған әсә. Алтынсы ай инде билдәһеҙлектә йәшәй.
- Иҫән генә булһын инде, Флүс улым, ул “Туллин” тигән позывной алды. Көн-төн доғаламын. Үҙе лә: “Инәй, һинең доғаларың мине һаҡлап йөрөтә, изге доғаларың мине тере килеш алып ҡайтыр ул, мин өшкөрөлгән кеүек йөрөйөм, ти ине. Курскиҙағы ҡаты һуғыштан һинең доғаларың алып сыҡты инде, тип, тере сыҡҡанға шатланып шылтырата ине.
Инәй, беҙ һуғышҡа инәбеҙ, изге юлдар телә. Ҡайта алмаһам, мине ғәфү итегеҙ, тип алдан белгән һымаҡ, үҙен әҙерләгәндәй, шылтыратҡан һайын әйтә ине, - ти Зөлфиә апай. - Тегенән-бынан эҙләтәм инде, Аллаһ Тәғәләнән көн дә һорайым иҫән-һау булһын ине, тип. Барыһы ла Аллаһ Тәғәләнең ҡулында. Көтөргә, сабыр итергә кәрәк инде, - ти ул.
Телефондан һөйләшкән һайын күҙ йәштәренә ирек биргән әсәне Айнур улы тынысландыра: “Инәй, ҡайғырып илап ултырма, һин герой улдар үҫтергәнһең”, - тип йыуата Айнур улы.
Ауыр кисерештәрен әсә күңеленең иң төбөнә һалып бикләргә, башҡа балалары, яуҙа йөрөгән кесе улы хаҡына көслө булырға тырыша. Айнур Әмир улы күрһәткән батырлыҡтары өсөн илебеҙҙең юғары наградалары: Жуков, Александр Суворов, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдарына, “Хәрби отличие өсөн” билдәһенә, “Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия ветераны” таныҡлығына эйә булған. Ҡаһарман улдары - әсәнең ҙур ғорурлығы.
Бына шундай Ватандың лайыҡлы һаҡсылары – батыр һәм илһөйәр улдар үҫтергән Зөлфиә апай. Буласаҡ ил һаҡсылары – ейәндәре (ҡыҙының улдары) үҫеп буй еткерә.
Май айында йәнә бер ейәне – Айнур улы менән Гөлназ килененең улдары Айдандың тыуыу шатлығын кисергән бәхетле әсәй-өләсәй. Сабыйын күрергә - бала табыу йортонан ҡаршы алырға май аҙаҡтарында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткән йәш атай.
Доғалар көс, ышаныс бирә
Яуҙан улдарын көтөүе еңел түгел, әлбиттә. Әммә был йәһәттән Зөлфиә Рәхмәтуллинаның эргәһендә яҡындары, туғандары, күршеләре бар.
- Дин юлында булыу ҙа сабырлыҡ бирәлер инде миңә, - ти ул. - Миңә 40 йәш ине намаҙға баҫҡанда, хәҙер 30 йыл инде дин юлындамын, биш намаҙымды ҡалдырмайым, мәсеткә йөрөйөм. Күпме кешене намаҙға өйрәттем, хәҙер ҡайһы бер ир-аттар мулла булып йөрөйҙәр. Өләсәй яғынан нәҫелдән миңә өшкөрөү һәләте бирелгән, өшкөрөп, доғалар менән балаларға ҡот ҡойоу, бүҫер сабыу кеүек сихәтләүҙәр менән мәшғүл булдым. Ул килешеп, бик күп кеше ҡайҙарҙан ғына килмәйҙәр ине. Хәҙер олоғайҙым инде, был шөғөлдө туҡтатып торорға уйлайым. Өләсәйем кешеләрҙе үләндәр менән дауалаған. Доғаларым менән үҙемде-үҙем тынысландырып, шулай бирешмәҫкә тырышып йәшәйем инде.
Әмирҙең туғандары ярҙам итеп, хәл белешеп торалар, берҙәм булып, татыулыҡта йәшәйбеҙ. Күршеләрем һәйбәт, Тәғзимә менән Илфир, Римма менән Рәис һәм башҡалар ярҙамдарынан ташламай. Мәктәптән Зилә Иҙрисова үҙенең класы Тимурсылар командаһы менән килеп ярҙам итеп торалар. Әхирәттәрем Миләүшә, Раҡия, Фирҙәүсә һәр ваҡыт хәлемде беләләр. Барыһына ла, шулай уҡ ауылдаштарыма ҙур рәхмәтлемен. Иғтибар булғас, әлбиттә, еңелерәк.
Барлыҡ теләгем - тиҙерәк һуғыштар туҡталып, Ер-әсәмә тыныслыҡ килһен, илебеҙ һағында хәрби хеҙмәттәрен үтәүсе уландарыбыҙ, ир-егеттәр Еңеү менән һау-сәләмәт килеш, имен-аман, үҙ аяҡтарында тыуған яҡтарына, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын, ҡылған доғалар ҡабул булһын, бер кемгә лә бала ҡайғылары күрергә яҙмаһын, - тип оҙатып ҡалды яугирҙар әсәһе.
Ике һалдат әсәһенә иҫәнлек-һаулыҡ, улдарынан тик һөйөнөслө хәбәрҙәр генә алып тороуын теләргә генә ҡала.