+18 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
16 Июня , 04:05

Китап һөйөүселәрҙе берләштереп

28-30 майҙа республикала “Китап-байрам” IV Халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙғарылып, быйылғы йәрминкәнең төп темалары – Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы, шулай уҡ илһөйәрлек темаһы – тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау һәм “Бөтәһе лә Еңеү өсөн” булды.

Китап байрамы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында 2023 йылдан алып үткәрелә. Был ваҡыт эсендә проект республиканың төп мәҙәни ваҡиғаларының береһенә әүерелеп, федераль кимәлдә лә танылыу алды. “Китап-байрам” йәрминкәһе быйыл тәүге тапҡыр Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында уҙғарылып, бөтә республикабыҙҙы солғап алды.
Китап байрамы – мәҙәни тәртипте формалаштырған, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм Өфөнөң Рәсәйҙең әҙәби тормошо үҙәктәренең береһе тигән статусын нығытҡан мөһим ваҡиға.
28 майҙа район мәҙәниәт һарайында ла “Китап-байрам” Халыҡ‑ара китап йәрминкәһе сиктәрендә сағыу һәм илһамландырыусы сара – “Китап уҡыусы байрамы” үтте. Ул район мәҙәниәт, барлыҡ китапхана хеҙмәткәрҙәре көсө менән ойошторолоп, төрлө йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҙенә йыйҙы.
Бай һәм киң яҡлы “Китап-байрам” сараһын Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин менән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Разалия Салауатова йәнле һәм йәмле итеп алып барҙы. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Эльвира Нурислам ҡыҙы Сабирова байрамға йыйылыусыларҙы ихлас тәбрикләне һәм китаптың шул тиклем ҙур көскә эйә сығанаҡ, районыбыҙ ижадсыларының да китаптары сығып тороуы ҙур һөйөнөс булыуы тураһында һөйләп үтте.
Китап яратыусылар бай күргәҙмә менән таныштылар, үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән файҙалы, шифалы үлән-япраҡтарҙан әҙерләнгән тәмле сәйҙән теләп ауыҙ иттеләр, төрлө тематикалы оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштылар. Күргәҙмәлә тамашасыларҙың иғтибарына төрлө милләт халыҡтарының ижадын сағылдырған китаптар тәҡдим ителде. Шәжәрә ағастары күргәҙмәһе айырым урын биләне. Был Ғаилә йылында бик яҡшы башланғыс, ул үҙ тамырҙары менән танышырға ғына түгел, быуындар араһындағы өҙлөкһөҙ бәйләнеште тойорға ла мөмкинлек бирҙе.
Йәш уҡыусылар өсөн күңелле һәм хәрәкәтсән милли уйындар, аквагрим, квиллинг, бәлеш биҙәү, ташҡа һүрәт төшөрөү ойошторолғайны. Концерт номерҙары сараны күркәмләндереп ебәрҙе.
Уҡытыусы-ветеран һәм шағирә Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова сығыш яһап, район китапханаларына үҙенең “Ғүмерем ағыштары” тигән китабын бүләк итте һәм илһамланып, шиғырҙарын да һөйләп ишеттерҙе.
Сара барышында үҙәк район китапхана селтәре етәксеһе Фәүзиә Зәйнуллина “Китап-байрам” менән тәбрикләп, тырыш, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн бер төркөм китапханасыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
“Китап-байрам” китаптың һәм традицияларҙың беҙҙе берләштереүен, илһамландырыуын һәм яҡынайтыуын күрһәтте. Был сара тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм ғаилә ҡиммәттәре байрамы, шулай уҡ һәр кем өсөн илһам, яңы асыштар, мауыҡтырғыс тамашалар, сағыу, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар сығанағы булды.

Китап һөйөүселәрҙе берләштереп
Китап һөйөүселәрҙе берләштереп
Китап һөйөүселәрҙе берләштереп
Китап һөйөүселәрҙе берләштереп
Китап һөйөүселәрҙе берләштереп
Китап һөйөүселәрҙе берләштереп
Китап һөйөүселәрҙе берләштереп
Китап һөйөүселәрҙе берләштереп
Китап һөйөүселәрҙе берләштереп
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас