- Һинең эшеңде күреп, баһалауҙары һәр ваҡыт күңелле. Ә был баһаны “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина биргәндә - был икеләтә ҡиммәтле. Тыуған илде һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлаусыларға ярҙам итеү - ул бурыс түгел, йән ихтыяжы. Нисек кенә ауыр булмаһын, беҙ бергә. Беҙ - команда. Тимәк... еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! - ти бүләкләнеүселәр.
Эйе, эшегеҙ нисек кенә ауыр булмаһын, һеҙ изге, кәрәкле, мөһим эштә. Һеҙгә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, уңыштар, күтәренке кәйеф теләйбеҙ.