+5 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
19 Июня , 11:50

Ишле ғаиләнең бәхетле мәлдәре күп булһын!

Районыбыҙҙа Йәрмиевтарҙың ғаиләһенә ҙур ҡыуаныс өҫтәп, дүртенсе балалары тыуған. Атай-әсәйҙәр - Дәмин менән Альбина улдарына Иҙел тип исем ҡушҡан. Уларҙың өлкән балалары гимназияла белем ала, уҡыу алдынғылары һәм гимназия активистары, ә өс йәшлек Аяз балалар баҡсаһына йөрөй, ул да туғанын түҙемһеҙлек менән көткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ишле ғаиләнең бәхетле мәлдәре күп булһын!Ишле ғаиләнең бәхетле мәлдәре күп булһын!
Ишле ғаиләнең бәхетле мәлдәре күп булһын!

Был матур ваҡиға менән ғаиләне ҡотлайбыҙ һәм бәпестең имен-һау, бәхетле булыуын, үҙегеҙгә сабыйҙы тигеҙлектә, бәхеттә-муллыҡта, матур итеп тәрбиәләп үҫтереүегеҙҙе теләйбеҙ. Ишле ғаиләнең бәхетле мәлдәре күп булһын!

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас