

Росгвардияның ярҙамы менән ФСБ хеҙмәткәрҙәре тарафынан енәйәтсе ҡулға алына. Гараж боксында һәм сауҙа урынында үткәрелгән тентеүҙәр һөҙөмтәһендә 26 114 ҡап легаль булмаған тәмәке продукцияһы табыла һәм тартып алына. Эксперт баһаһы буйынса, тартып алынған тауарҙың хаҡы 3,5 миллион һумдан ашып китә.
Ваҡиға факты буйынса тауарҙарҙы тейешле маркировкаһыҙ һәм мәғлүмәтһеҙ һатыу өсөн яуаплылыҡты күҙ уңында тотҡан статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Легаль булмаған һатыу алып барылған сауҙа бинаһы ябылған, ә продукция һатыу туҡтатылған.
Сығанаҡ: Рәсәй Федераль Именлек Хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы.